Панин Виктор Евгеньевич (физик)

Панин Виктор Евгеньевич (10 ноябрь 1930 йыл — 25 сентябрь 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-физик. Физика һәм механика өлкәһендәге деформацияланған ҡаты есемдәр белгесе, физика-математика фәндәре докторы, Томск дәүләт университеты профессоры, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981, 1986), Томск ҡалаһының почётлы гражданы (2000).

Панин Виктор Евгеньевич (физик)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ноябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Семей, Семипалатинский округ[d], Ҡаҙаҡ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 сентябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Томск, Рәсәй
Һөнәр төрө физик
Эшмәкәрлек төрө механика
Эш урыны Томск дәүләт университеты
Уҡыу йорто Томск дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Большанина Мария Александровна
Аспиранттар Псахье, Сергей Григорьевич[d]
Уҡыусылар Псахье, Сергей Григорьевич[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" орден миҙалы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы орден «Томская слава»
 Панин Виктор Евгеньевич (физик) Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Евгеньевич Панин 1930 йылдың 10 ноябрендә Тубылда хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1947 йылда Тубыл ҡалаһының 1-се урта мәктәбен, 1952 йылда Томск дәүләт университетының физика факультетын отличие менән тамамлай. Профессор Большанина Мария Александровнаның студенты.

Кандидатлыҡ диссертацияһын физика-математика фәндәре буйынса «Влияние трения в торцах на механические свойства и поглощение энергии при сжатии» темаһына 1955 йылда[1], докторлыҡ диссертацияһын «Процессы превращений и основные факторы упрочнения в ряде твердых растворов на основе меди» темаһына 1967 йылда яҡлай.[2][3]

1955 йылдан Себер физик-техник институтында эшләй, 1959 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр,1969 йылдан, физика металл бүлеге мөдире.

  • 1979 — ҡаты есем физикаһы бүлеге һәм СССР ФА оптика атмосфераһы институтының материаловедение бүлеге етәксеһе,1984 йылдан был институттың директор урынбаҫары[4].
  • 1984 йылда — РФА- ның физика ныҡлығы һәм материаловедение. институтына нигеҙ һалыусы.1984 йылдан 2002 йылға тиклем уның менән етәкселек итә, һуңынан институттың ғилми етәксеһе.
  • 2002 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем — РФА кәңәшсеһе, физик мезомеханика лабораторияһы мөдире[4].

Томск дәүләт университетында уҡыта (профессор) — 1969—1970, 1979—1980 йылдарҙа ҡаты есем физикаһы кафедраһында, 1974—1975 йылдарҙа эксперименталь физика кафедраһында. 1997 йылдан металдар физикаһы кафедраһында консультат. Томск милли тикшеренеү политехник университетының материаловедение һәм машиналар төҙөү кафедраһы мөдире була.
Академик Панин етәкселегендә материалдарҙың физика мезомеханикаһы булдырылған һәм үҫешкән. Ул тотош мөхит механикаһын һәм физика пластик деформацияһын берләштерә..Был йүнәлеш сиктәрендә материалдарҙың компьютер конструкцияһының яңы методтары һәм уларҙы алыу технологиялары үҫешә..[5] Мезомеханиканың тәрән идеяһы ер тетрәүҙәрҙе алдан белдереүҙә яңы ҡараш сағылышын таба.[6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1970);
  • Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены (1981, 1986);
  • 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1998 .);
  • Академик В. А. Коптюг исемендәге премия лауреаты (2002);
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» 1-се дәрәжә ордендың миҙалы (2007)[7],
  • Отличие билдәһе « Томск өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2005),
  • «Йәмәғәт таныуы» почётлы көмөш миҙал
  • Томск ҡалаһының почетлы гражданыы (2000)[4].

Библиография

үҙгәртергә

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә