Большанина Мария Александровна

Большанина Мария Александровна 9 (21) август 1898 — 28 март 1984) —совет ғалимы-физигы. Металдарҙың һәм иретмәләрҙең ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы өлкәһендәге ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Сталин премияһы лауреаты (1942). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1959).

Большанина Мария Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 (21) август 1898
Тыуған урыны Томск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Томск, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Кладбище Бактин[d]
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Томск дәүләт университеты
Сибирский физико-технический институт[d]
Уҡыу йорто Томск дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Кузнецов, Владимир Дмитриевич (1887—1963)[d]
Аспиранттар Панин Виктор Евгеньевич (физик)
Кемдә уҡыған Кузнецов, Владимир Дмитриевич (1887—1963)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
2-се дәрәжә Сталин премияһы Ленин ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре ВДНХ-ның бронза миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Александровна Большанина мещан ғаиләһендә тыуған, ғаилә күп балалы — дүрт апаһы һәм ағаһы була. Томскта Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын алтын миҙал менән тамамлай (1915). Томск университетының физика-математика факультетын яҡшы билдәләренә генә тамамлай (1922, беренсе сығарылышы).

1920 йыл башында уҡытыусылыҡ эшен башлай (ТДУ рабфагы) 1922 йылдың 1 сентябрендә Томск дәүләт университетының (ТДУ) физика кафедраһына ғилми хеҙмәткәр булып ҡабул ителә, 1929 йылдан — ассистент. 1925 йылдан ТТИ менән хеҙмәттәшлек итә (1928 йыл үҙгәртелгән СФТИ).

1930 йылдың 7 мартында контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына, шул уҡ йылдың 9 июнендә иреккә сығарыла[1]

1931 йылда — Томск дәүләт университетының физика кафедраһы доценты.

1935 йылда диссертация яҡламайынса физика-математика фәндәре кандидаты ғилми исеме бирелә.

Томск университеты профессоры (1936—1973). 1936—1937 йылдарҙа — Томск дәүләт университетының физика -математика факультеты деканы, 1938 йылдың февраленән — дөйөм физика кафедраһы мөдире, 1939 йылдың сентябренән 1969 йылдың июленә тиклем — эксперименталь физика кафедраһы мөдире.

1941 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми исеменә дәғүә итеп диссертация яҡлай

1969—1973 йылдарҙа — профессор-консультант.

45 кандидат һәм 5 фән докторы әҙерләй. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы.

Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Томск өлкә Советы депутат итепы һайлана (1947—1959).

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ҡаты есем үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса фундаменталь хеҙмәттәре. Пластик деформацияның үҙенсәлекле теорияһының авторы. Эҫегә сыҙамлы иретмәләрҙең ҡайһы бер проблемаларын әҙерләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында броня тишелеүе проблемалары менән бәйле пуансондарҙы металдарға индереү закондарын тикшерә.

Библиография

үҙгәртергә

Физика твердого тела. Т. 2 (в соавт. с Кузнецовым В. Д.). Томск: Красное Знамя, 1941. 772 с. (Сталинская премия, 1942)

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1942 — Сталин премияһы лауреаты,
  • 1946 — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы,
  • 1954Ленин ордены,
  • 1959 — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» маҡтаулы исеме

2004 йылда Томск Ҡала Думаһы «Фән» биҫтәһендәге урамға «Профессор Большанина урамы» исемен бирергә ҡарар итә[2]

Бактин зыяратында ерләнә.

Большанина, Мария Александровна // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 38-39. — 440 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Большанина Мария Александровна(1898,Томск--,1930) русская, образование: высшее, б/п, ТГУ, преподаватель, жительница: Томск Арест: 1930.03.07 Осужд. 1930.06.09. Обв. ст.19, КРД Приговор: Освобожден (Книга памяти Томской обл.)
  2. Присвоить улицам следующие наименования…

Һылтанмалар

үҙгәртергә