Павлов Борис Николаевич

яҙыусы, эколог

Павлов Борис Николаевич (29 ғинуар 1936 йыл14 май 2020 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, эколог. 1972 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).

Павлов Борис Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Николаевич[d]
Тыуған көнө 29 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1]
Тыуған урыны Рыбинск, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 14 май 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2] (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[2]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, эколог
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты[1]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы[1]
Жанр проза
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Николаевич Павлов 1936 йылдың 29 ғинуарында Рыбинск ҡалаһында тыуған. Һуғыш башланғас, уларҙың ғаиләһен Өфөгә эвакуациялайҙар, уның ата-әсәһе Өфө моторҙар эшләү заводында хеҙмәт һала.

Борис Өфөлә 65-се мәктәпте тамамлай. Аҙаҡ Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1964 йылда Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Уҡыу йылдарында Ленинсы» гәзите менән хеҙмәттәшлек итә, унда хикәйәләрен баҫтыра. Институтты тамамлағас, Өфө химия заводының «Химик» гәзитендә, Башкнигоиздат редакцияһында (1968 йылдан алып) эшләй.

Артабан «Вечерняя Уфа» (1980) гәзите хәбәрсеһе, БАССР-ҙың Яҙыусылар союзында әҙәби консультант (1982—1985), «Истоки» гәзите корреспонденты (1990—1994) булып эшләй, Башҡортостан радиоһында «Беҙгә яҙалар», «Публицист трибунаһы», «Экология һәм беҙ» тапшырыуҙарын алып бара. Үҙенең шиғырҙарын «Бельские просторы» журналында баҫтыра.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөлә йәшәй, баҡсасылыҡ менән мауыға. Башҡортостан Республикаһы экологтары союзы рәйесе урынбаҫары булараҡ, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Матбуғатта әҫәрҙәрен даими баҫтыра, телевидение һәм радиола сығыш яһай.

Әҙип 2020 йылдың 14 майында 85-се йәшендә Өфөлә вафат булды[3].

Уның тәүге баҫылып сыҡҡан хикәйәһе «Ҡырҡынты өҫтөндә ҡояш» (1968) була. Ул артабан «Тревога» (1971), «Айгирская легенда» (1980), «Покушение на заветное» (1992) һәм башҡа китаптар яҙған. Борис Николаевич үҙенең әҫәрҙәрендә производство менән идара итеү, Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәт мәсьәләләрен күтәрә. Башҡортсанан тәржемә менән шөғөлләнә. Али Карнай, Дауыт Юлтый әҫәрҙәрен руссаға ауҙарған.

Башҡортостандың егерме Советтар Союзы Геройы тураһында очерктар яҙған.

Әҙип-экологьың яратҡан афоризмы: «Тәбиғәтте һаҡлап, кешене һаҡлағыҙ!»

Китаптары

үҙгәртергә
  • Сосны над просекой: Рассказы. Уфа: Башкнигиздат, 1968.  (рус.)
  • Тревога: Повесть. Уфа: Башкнигиздат, 1971.  (рус.)
  • Айгирская легенда: Очерки. Уфа: Башкнигиздат, 1971.  (рус.)
  • Сосны над рельсами: Очерки, рассказы. Уфа: Башкнигиздат, 1986.  (рус.)
  • Покушение на заветное: Очерки, рассказы. Уфа: Башкнигиздат, 1992.  (рус.)
  • Заповедное. Уфа: Китап, 2006.  (рус.)
  • Память сокровенная: Сборник стихов. Уфа: Скиф, 2015.  (рус.)

Матбуғаттағы мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • 2021 йылдың 13 мартында Башҡортостан Яҙыусылар союзы Борис Павловтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ижад кисәһе үткәрҙе. Унда әҙип йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, уның ижадын йәштәр араһында әүҙем пропагандалау тураһында тәҡдимдәр яңғыраны[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  3. В Уфе ушел из жизни писатель Борис Павлов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 май 2020)
  4. «Республика Башкортостан» гәзите, 28 ғинуар 2014 йыл, № 14 2014 йыл 30 август архивланған. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)
  5. В Уфе творческим вечером почтили память писателя Бориса Павлова. ИА «Башинформ», 15 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә