Качкаев Павел Рюрикович

(Павел Рюрикович Качкаев битенән йүнәлтелде)

Качкаев Павел Рюрикович (4 октябрь 1951 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, 2006—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Качкаев Павел Рюрикович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 4 октябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Черниговка, Ар ауыл Советы (Шишмә районы), Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VIII созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы Дуҫлыҡ ордены юбилейная медаль «300 лет Российскому флоту» Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
 Качкаев Павел Рюрикович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Рюрикович Качкаев 1951 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Черниговка ауылында тыуған.

1973 йылда «Сәнәғәт электроникаһы» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай. Ошо уҡ йылда В. И. Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында инженер-көйләүсе вазифаһында эш башлай. 1976 йылда Качкаев цех начальнигы урынбаҫары, һуңынан бүлек начальнигы була, артабан «Прогресс» БПО-һы генераль директорының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.

Павел Рюрикович 1994 йылда Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы була, ә киләһе йылына Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып китә. 2001 йылдың 13 февраленән 2003 йылдың 16 майына тиклем — Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. 2003 йылдың майынан 2006 йылдың ғинуарынатиклем Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. 2006 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

2011 йылдың декабрендә Рәсәйҙең алтынсы саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса кандидаттар исемлегенән депутат итеп һайлана.

Депутат эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Качкаев П. Р. Рәсәй Федерацияһында парламентаризмды үҫтереү һәм закондар сығарыу процесында әүҙем ҡатнаша, ул 17 закон проекты авторы булып тора, шуларҙың туғыҙы ҡабул ителә. Пленар ултырыштарҙа Павел Качкаев «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы исеменән дә, торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ исеменән дә сығыш яһай. Шулай уҡ ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Думаһына закон проекттарын да индерә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 2019 йылдың 25 апреленән Башҡортостан рустары Соборы башҡарма комитетының президиум рәйесе[1]

Өйләнгән, 2 улы һәм 7 ейәне бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ Ордены[2],
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы[3],
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы[4],
  • «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы[5],
  • «Рәсәй флотына 300 йыл»[6],
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре[7],
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре[8],
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (12 июнь, 2013 йыл) — Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм закондар сығарыуҙағы әүҙем эшмәкәрлеге өсөн[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Павел Качкаев избран новым руководителем Собора русских Башкортостана. ИА «Башинформ», 25 апреля 2019 года
  2. Указ Президента РФ № 1374. Kremlin.ru (8 декабрь 2006). — «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Дата обращения: 2 июль 2011.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 9 января 2010 года № 32 2010 йыл 14 ғинуар архивланған.
  4. Положение о Почетной грамоте Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан
  5. "За_трудовое_отличие" Медаль «За трудовое отличие» — Википедия
  6. "300_лет_Российскому_флоту" Юбилейная медаль «300 лет Российскому флоту» — Википедия
  7. Заслуженный работник жилищно-коммунального хозяйства Российской Федерации — Википедия
  8. Почётные звания Республики Башкортостан — Википедия
  9. Распоряжение Президента Российской Федерации от 12 июня 2013 года № 236-рп «О поощрении»

Һылтанмалар

үҙгәртергә