Оҙонлоҡ
Оҙонлоҡ — физик дәүмәл, һыҙыҡтар һуҙымының һанлы характеристикаһы. Тар мәғәнәлә оҙонлоҡ төшөнсәһе аҫтында, вертикаль йүнәлештә үлсәнгән бейеклектән, шулай уҡ объекттың арҡырыһына (оҙонлоҡҡа тура мөйөш яһап) үлсәнгән киңлектән йәки ҡалынлыҡтан айырмалы, предметтың буй йүнәлештәге һыҙыҡлы үлсәмен аңлайҙар (ғәҙәттә был иң ҙур үлсәменең йүнәлеше), йәғни горизонталь үлсәнгән ике иң алыҫ нөктәһе араһындағы алыҫлыҡ.
Оҙонлоҡ | |
Үлсәнеш |
L |
---|---|
Үлсәү берәмеге | |
СИ | |
СГС |
Физикала «оҙонлоҡ» термины ғәҙәттә «алыҫлыҡтың» синонимы һәм йәки ингл. length (оҙонлоҡ) тип тамғалана.
Оҙонлоҡ үлсәменең символы — dim l = L. Башҡа арауыҡ дәүмәлдәре араһында оҙонлоҡ — бер үлсәмле дәүмәл, ә майҙан — ике үлсәмле, күләм — өс үлсәмле. Күпселек үлсәү системаһында оҙонлоҡ берәмеге — төп үлсәү берәмектәренең береһе, уның аша башҡа (сығарылма) берәмектәр билдәләнә. (СИ) халыҡ-ара берәмектәр системаһында оҙонлоҡ берәмеге итеп метр алынған.
Оҙонлоҡ үлсәү берәмеге
үҙгәртергәсағыштырмаса ҙурлығы, м.
бөртөгө — 5·10-6
радиусы — 1,5·1011
тиклем алыҫлыҡ— 4·1016
тиклем алҫлыҡ — 1022
алыҫлыҡ — 1026
Метрик система
үҙгәртергәМетрик система үҙенең ябайлығы арҡаһында бөтә уйлап сығарылған системаларҙың иң уңайлыһы тип иҫәпләнә. Метрик системаның нигеҙендә метр үлсәү берәмеге ята. Ҡалған бөтә үлсәү берәмектәре метрҙан ундың тапҡыр дәрәжәләре булып торалар (мәҫәлән, километр — ул 10³ метр һәм башҡалар), был иҫәпләүҙәрҙе еңеләйтергә ярҙам итә. 1960 йылға тиклем метрҙың махсус эталоны була, хәҙерге ваҡытта ул Севр ҡалаһында (Париж ҡалаһы эргәһе, Франция) урынлашҡан Халыҡ-ара үлсәм һәм ауырлыҡ бюроһында һаҡлана. Бөгөнгө көндә, билдәләмә буйынса, метр яҡтылыҡ вакуумда 1/299 792 458 секундта үткән алыҫлыҡҡа тигеҙ.
Британия/Америка системаһы
үҙгәртергәОҙонлоҡтоң тәүге инглиз үлсәү берәмектәре булып миль, ярд, фут һәм дюйм тора. Миль Англияға Боронғо Римдән килеп инә, Римдә ул ҡораллы Рим яугиренең мең икеләтелгән аҙымы тип билдәләнгән.
- лье
- Фурлонг
- Чейн
- Род
- Линк
- Ус аяһы
- Һыҙыҡ
Боронғо урыҫ системаһы
үҙгәртергәБоронғо Рәсәйҙә оҙонлоҡ, ауырлыҡ һәм башҡалар үлсәме булып кеше торған. Оҙонлоҡ үлсәү берәмектәре ошоға күрһәтә: терһәк (ҡулдың һуҙылған урта бармаҡ осонан йәки ҡыҫылған йоҙроҡтан терһәк бөгөмөнә тиклемге алыҫлыҡ), ҡарыш (баш бармаҡ менән урта бармаҡты яҙып тотҡандағы ара), сажин (бер ҡулдың бармаҡ остарынан икенсе ҡулдың бармаҡ остарына тиклемге алыҫлыҡ) һәм башҡалар[1].
Айырып әйткәндә, аршын кеше аҙымы оҙонлоғо менән бәйле. Әммә, халыҡ-ара сауҙа үҫеше менән бәйле, үлсәүҙәр системаһын Британия системаһы менән унификациялау кәрәклеге Пётр I заманында «ҡаҙна аршыны» тип аталған үлсәм индереүҙе талап итә. Ул дәүләт келәймәле металл осло үлсәү линейкаһы була. Ҡаҙна аршыны 28 инглиз дюймына тигеҙ була һәм 16 ҡарышҡа бүленә.[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәБоронғо грек системаһы
үҙгәртергәМосолман системаһы
үҙгәртергә- Ангушт йәки Асба (дюймдың аналогы)
- Пай (фут аналогы)
- Ба йәки кама, яҡынса 2 м-ға тигеҙ
- Касаба йәки наб
- Фарсах йәки парасанг, 1000-әр Ба-нан өс милгә тигеҙ, йәки 6 км
- Барид, дүрт фарсахҡа тигеҙ[3]
Типографик система
үҙгәртергә- Цицеро
- Пункт
Диңгеҙ системаһы
үҙгәртергәОҙонлоҡ үлсәүҙең диңгеҙ системаһы Ер планетаһының үлсәменә бәйләнгән. Төп үлсәү берәмеге сифатында Ер эллипсоиды меридианының бер минут (градустың 1/60 өлөшө) дуғаһы оҙонлоғона тигеҙ булған диңгеҙ миле ҡабул ителгән. Диңгеҙ миле оҙонлоғо киңлеккә бәйле үҙгәреүсән дәүмәл булып тора. Уның һан ҡиммәте экваторҙа 1843 метрҙан алып полюстарҙа 1861,6 метрға тиклем тәшкил итә.
Британия системаһындағы диңгеҙ миленән (1853,184 м) айырмалы рәүештә, халыҡ-ара диңгеҙ миле 1852 м тәшкил итә. Бәләкәйерәк алыҫлыҡтарҙы үлсәү өсөн кабельтов — 1/10 диңгеҙ миле, йәки 185,2 м (түңәрәкләп — 185 м) ҡулланалар[4]
Астрономияла ҡулланылған берәмектәр
үҙгәртергәОҙонлоҡ, алыҫлыҡ үлсәү саралары
үҙгәртергәҮлсәү инструменттары һәм үлсәмдәр
үҙгәртергә- Линейка
- Концевая мера
- Штангенинструмент
- Рулетка (инструмент)
- Микрометр (инструмент)
- Сәғәт тибындағы индикатор
- Калибр (инструмент)
- Ҡалынлыҡ үлсәгес
Үлсәү приборҙары
үҙгәртергә- Бейеклек үлсәгес
- Радио бейеклек үлсәгес
- Алыҫлыҡ үлсәгес
- Радио алыҫлыҡ үлсәгес
- Интерференцион ҡалынлыҡ үлсәгестәр (ультратауышлы, лазерлы, радиацион)
Башҡа саралар
үҙгәртергә- Навигацияла ҙур алыҫлыҡтар радионавигацион системалар йәки спутник системалары ярҙамында асыҡлана
- Бик бәләкәй алыҫлыҡтар үлсәү микроскоптары ярҙамында үлсәнә
Тәбиғәттәге объекттарҙың алыҫлығы һәм үлсәмдәре
үҙгәртергәМетры | |
Ерҙән Ғаләмдәге иң алыҫтағы күренгән объектҡа тиклемге алыҫлыҡ | |
Ерҙән Андромеда йондоҙлоғондағы галактикаға тиклемге алыҫлыҡ | |
Беҙҙең Галактика диаметры | |
Ерҙән Центавр йондоҙлоғондағы иң яҡын йондоҙға тиклемге алыҫлыҡ | |
Ерҙән Ҡояшҡа тиклемге алыҫлыҡ | |
Ҡояш диаметры | |
Ерҙән Айға тиклемге алыҫлыҡ | |
Ер диаметры | |
Ер өҫтөндәге иң тәрән соҡор | |
Ер өҫтөндәге иң бейек тау | |
Ерҙәге иң ҙур хайуан - Күк кит оҙонлоғо | |
Иң оҙон кеше буйы | |
Амеба үлсәмдәре | |
Кеше сәсенең йыуанлығы | |
Ҡыҙыл ҡан шаригы диаметры | |
Грипп вирусы диаметры | |
Гемоглобин молекулаһы диаметры | |
Ҡаты матдәлә атомдар араһындағы алыҫлыҡ | |
Уран атомы ядроһы диаметры | |
Протон диаметры | |
Хәҙерге заман тиҙләткестәре ярҙамында эксперименталь өйрәнә алырлыҡ элементар өлөшсәләрҙең эсендәге өлкәләренең минималь үлсәмдәре |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Меры длины 2009 йыл 31 август архивланған.
- ↑ Отечественные компании переходят на исторические меры длины
- ↑ Власов А.Д., Мурин Б.П. Единицы физических величин в науке и технике: Справочник. — М.: Энергоатомиздат, 1990. — С. 176. — ISBN 5-283-03966-8.
- ↑ Учебник по навигации
- ↑ Кабардин О.Ф., Орлов В.А., Пономарева А.В. Факультативный курс физики. 8 класс. — М.: Просвещение, 1985. — Тираж 143 500 экз. — С. 18