Острув-Мазовецка (пол. Ostrów Mazowiecka) — Польша ҡалаһы. Польша ның Мазовецкий воеводствоһы составына инә. Острувский повятының баш ҡалаһы, шулай уҡ шул исемдәге ауыл гминаһының үҙәге. 22,09 км² майҙанды биләй.

Острув-Мазовецка
пол. Ostrów Mazowiecka[1]
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1434[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Ostrów Mazowiecka[1]
Дәүләт  Польша
Административ үҙәге Острувский повет[d]
Административ-территориаль берәмек Острувский повет[d]
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 22 013 кеше (31 март 2021)[2]
Ир-егеттәр 10 461[3]
Ҡатын-ҡыҙҙар 11 552[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 110 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Брембате-ди-Сопра[d][5][6], Рязань[7][8] һәм Изяслав[d][7][9][10]
Майҙан 22 км²[1]
Почта индексы 07–300
Рәсми сайт ostrowmaz.pl[1]
Урындағы телефон коды 29
Номер тамғаһы коды WOR
Карта
 Острув-Мазовецка Викимилектә

1926 йылдың 7 декабренә тиклем Острув исемен йөрөтә. 1975—1998 йылдарҙа Остролецкий воеводствоһына административ рәүештә инә.

30.06.2016 мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны - 22 741 кеше.

Ҡала ратушаһы

Тарих үҙгәртергә

Беренсе тапҡыр — 1414 йылда телгә алына. 1434 йылда Мазовецкий герцогы Болеслав IV Хелмно ауылына ҡала хоҡуҡтары бирә. Принцесса Анна 1514 йылда ҡалала дүрт йылға бер тапҡыр йәрминкәләрү үткәрергә рөхсәт итә, баҙар ойоштора. Был ҡала үҫешен тиҙләтә. 1526 йылда Сигизмунд I тарафынан ҡала Мазовия воеводствоһына индерелә.

Ун алтынсы быуаттың икенсе яртыһында Острув ҡалаһының халыҡ һаны 3000 кешенән ашып китә,

Ун етенсе быуаттың аҙағында ҡаланың артабанғы үҫешенә һуғыш ҡамасаулай. Тәүге йәһүд күскенселәре ҡалаға килә.

Милли көрәштә ҡала халҡы бик әүҙем ҡатнаша — Костюшко ихтилалында, ғинуар күтәрелешендә.

Беренсе донъя һуғышында ҡала емерелә.

Икенсе донъя һуғышында ҡала һәм уның халҡы өсөн ҙур бәлә була. Күп халыҡ, башлыса йәһүдтәр, күпләп язаларға дусар булып, Варшава һәм Ломж геттоларына мәжбүри күсерелә, ә һуңынан Треблинка үлем лагерына оҙатыла. 1941 йылда күрше Гронда pl:Grądy (grodziski powiat) һәм Коморов pl:Komorowo (ostrowski powiat) тораҡ пункттарында немецтар совет хәрби әсирҙәре өсөн лагерь ойоштора.

Ҡала янында Крайова Армияһының «Opocznik» отряды хәрәкәт итә, 1943 йылдың август айында унда 2000 самаһы кеше иҫәпләнә. Отрядтың иң мөһим ғәмәлдәренең береһе ҡала үҙәгендә староста Рейнхард Экертҡа һөжүм итеү була. Оккупация 10 00 самаһы халыҡты 60 %-ҡа кәметә.

Һуғыштан һуңғы осорҙа емерек ҡала тергеҙелә, унда сәнәғәт предприятиелары төҙөлә.

Тыуып — үҫкән кешеләр үҙгәртергә

  • Сегал Александр Израилевич, рәссам.
  • Сегал Бенцион Израилевич, математик.

Туғанлашҡан ҡалалары үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:^v

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 https://encyklopedia.pwn.pl/haslo/Ostrow-Mazowiecka;3952543.html
  2. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/071422616011-0966330?var-id=1639616&format=jsonapi
  3. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/071422616011-0966330?var-id=1639617&format=jsonapi
  4. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/071422616011-0966330?var-id=1639618&format=jsonapi
  5. http://archiwum.ostrowmaz.pl/619-487db7d56e1d3.html
  6. http://www.comune.brembatedisopra.bg.it/citta/gemellaggio-ostrow-mazowiecka/
  7. 7,0 7,1 http://www.ostrowmaz.pl/pl/page/miasta-partnerskie
  8. http://archiwum.ostrowmaz.pl/619-487db84ddc2c1.html
  9. http://archiwum.ostrowmaz.pl/619-Zasaw.html
  10. https://rada.info/upload/users_files/04060720/20b9f6a7b8654c12c792f2444c4ba857.pdf