Орлова Елена Михайловна
Орлова Елена Михайловна (5 (18) март 1908, Кострома — 1985 йыл, Ярославль) — совет музыка белгесе, сәнғәт фәндәре докторы (1968), профессор (1969).
Орлова Елена Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Тыуған көнө | 18 (31) март 1908 |
Тыуған урыны | Кострома, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1985[1] |
Вафат булған урыны | Ярославль, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Санкт-Петербург консерваторияһы |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург консерваторияһы |
Ғилми дәрәжә | сәнғәт фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Грубер, Роман Ильич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕлена Орлова 1908 йылдың 5 (18) мартында Кострома ҡалаһында тыуған[2]. Кострома музыка техникумын тамамлай[3]. 1939 йылда Ленинград консерваторияһының тарихи-теоретик факультетын, ә 1942 йылда — Р. И. Грубер етәкселеге аҫтында консерваторияның музыка тарихы буйынса аспирантураһын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Кострома музыка мәктәбендә уҡыта[3]. 1946—1949 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында музыка тарихын уҡыта[2]. 1949—1950 йылдарҙа Клин ҡалаһында П. И. Чайковскийҙың дәүләт йорт-музейында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1950—1974 йылдарҙа Ленинград консерваторияһына уҡыта, урыҫ музыкаһы тарихы кафедраһы мөдире була[4]. 1974—1977 йылдарҙа Урал консерваторияһында уҡыта.
1946 йылда «Романсы Чайковского» темаһына диссертация яҡлап, сәнғәт фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. 1968 йылда «Б. В. Асафьев. Путь исследователя и публициста» темаһына диссертация яҡлап, сәнғәт фәндәре докторы дәрәжәһен ала. 1953 йылда доцент, 1969 йылда — профессор исемен ала. Елена Орлованың хеҙмәттәре башлыса Б. В. Асафьевтың ижадына һәм рус музыкаһы тарихына арналған[2].
Һуңғы йылдарҙа Ярославлдә йәшәгән[4].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Романсы П. И. Чайковского. М. — Л., 1948;
- Автографы П. И. Чайковского в архиве Дома-музея в Клину. Справочник (совм. с К. Давыдовой и Г. Фрейдлинг), вып. 1. М. — Л., 1950;
- Композитор и слушатель- одна из ведущих тем в работах Б. В. Асафьева, в кн.: Памяти академика Бориса Владимировича Асафьева…, М., 1951;
- Дом-музей П. И. Чайковского в Клину. Путеводитель (совм. с И. Соколинской). М., 1953;
- П. И. Чайковский. Л., 1953;
- Мысли Н. А. Римского-Корсакова об анализе музыкальных произведений, в кн.: Н. А. Римский-Корсаков и музыкальное образование. Статьи и материалы, Л., 1959;
- Б. А. Асафьев. Путь исследователя и публициста. М., 1964;
- Работа Б. В. Асафьева над теорией интонации, в сб.: Интонация и музыкальный образ. Статьи и исследования музыковедов Советского Союза и других социалистических стран, М., 1965;
- Новаторские тенденции в тематике русского музыкального искусства начала XX века, в кн.: Русская музыка на рубеже XX века, М. — Л., 1966;
- Некоторые вопросы специфики музыкального искусства в теории интонации Асафьева, в кн.: Музыка в социалистическом обществе, Л., 1969;
- Лекции по истории русской музыки. М., 1977.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Орлова Елена Михайловна // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982
- ↑ 3,0 3,1 Орлова Елена Михайловна(недоступная ссылка) // Детская музыкальная школа № 1 им. М. М. Ипполитова-Иванова города Костромы
- ↑ 4,0 4,1 Елена Михайловна Орлова // Официальный сайт Санкт-Петербургской государственной консерватории имени Н. А. Римского-Корсакова