П. И. Чайковскийҙың дәүләт йорт-музейы

П. И. Чайковскийҙың дәүләт мемориаль музыка музей-ҡурсаулығы — Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһындағы музей. Ул билдәле рус композиторы Петр Ильич Чайковский ғүмеренең һуңғы 2 йылында, 1892 йылдың майынан алып, мировой судья В. С. Сахаровтан ваҡытлыса файҙаланыуға алған йортта урынлашҡан.

П. И. Чайковскийҙың дәүләт йорт-музейы
Нигеҙләү датаһы 1894
Рәсем
Рәсми атамаһы Государственный мемориальный музыкальный музей-заповедник П. И. Чайковского
Нигеҙләүсе Модест Ильич Чайковский[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Клин[d]
Урын Клин[d]
Төп тема Чайковский Пётр Ильич
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия в Клине[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт tchaikovsky-house-museum.ru
Указания, как добраться улица Чайковского, 48
Карта
 П. И. Чайковскийҙың дәүләт йорт-музейы Викимилектә

Рәсәйҙәге иң боронғо мемориаль музыкаль музей, композитор вафат булғандан һуң шунда уҡ тиерлек булдырыла. Йортта композиторҙың ғүмеренең һуңғы йылдарындағы көнкүреш шарттары, уның шәхси әйберҙәре, китапхана, архив тулыһынса һаҡланған.

Рәсәй халыҡтарының федераль әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫы объекты[2].

Тарихы үҙгәртергә

1916 йылда йорт, композиторҙың ағайы Модест Ильич Чайковскийҙың васыяты буйынса, ул һаҡланасаҡ һәм яҡланасаҡ тигән шарт менән, Рус музыка йәмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе ҡарамағына тапшырыла.

Музей 1921 йылда большевиктар тарафынан национализациялана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында музей ныҡ зыян күрә. «Разгром немецких войск под Москвой]» совет фильмында немец ғәскәрҙәренең йорт-музейҙы талау эҙемтәләренең документаль кадрҙары килтерелә.

Музей фонды үҙгәртергә

Музейҙың фондында яҡынса 200 мең предмет. П И. Чайковский фондынан тыш, музейҙа Чайковскийҙар — Давыдовтар нәҫеле фонды, М. И. Чайковскийҙың һәм П. И. Чайковский даирәһендәге урыҫ музыканттарының шәхси фонды бар.

Музей П. И. Чайковскийҙың мемориаль йортон, усадьба паркын һәм уның биләмәһендәге ҡаралтыларҙы, Чайковскийҙың яратҡан уҡыусыһы С. И. Танеевҡа бағышланған экспозиция менән флигелде[3], шулай уҡ Чайковский булған йәки йәшәгән яҡын-тирәләге «Фроловка», «Майданово» һәм «Демьяново» усадьбалары инә. «Демьяново» усадьбаһы композитор С. И. Танеевтың өлкән ағаһы, билдәле адвокат В. И. Танеевтыҡы була[4].

Музей биләмәһендә административ корпус урынлашҡан, ул концерт залын, ике күргәҙмә залын, аудиозал һәм фонд һаҡлау бинаһын үҙ эсенә ала.

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Музей-усадьба П. И. Чайковского

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Рсфср министрҙар советы ҡарары № 1327 йыл баш 30.08.1960 2018 йыл 25 июль архивланған.
  3. выставка Музыкальная совесть Москвы. tchaikovsky-house-museum.ru. Дата обращения: 28 март 2017. 2017 йыл 29 март архивланған.
  4. Музей Чайковского. tchaikovsky-museum.ru. Дата обращения: 28 март 2017. 2017 йыл 29 март архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә