Оло Эйек (Һаҡмар ҡушылдығы)
Оло Эйек — Башҡортостандағы йылға, Йылайыр районында башлана.
Оло Эйек | |
---|---|
Оло Эйек аша баҫма | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 341 км |
Бассейн | 7670 км² |
Һыу сығымы | 61 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Көньяҡ Урал |
Тамағы | Һаҡмар |
· Урынлашыуы | п. Һарыҡташ |
· Координаталар | 52°41′08″ с. ш. 57°33′55″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 51°49′24″ с. ш. 56°23′22″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе |
РДҺР | 12010000612112200005705 |
Оло Эйек Викимилектә |
Башҡортостандың Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Ырымбур өлкәһе аша аға. Һаҡмарға уң яҡтан ҡушыла.
Географик белешмә
үҙгәртергәОҙонлоғо 341 км, бассейнының майҙаны 7 670 км².[1]. Йылайыр платоһы буйлап ағышында йылға ярҙары текә, йырғыланып бөткән ҡаяларҙан ғибәрәт. Йылға тамағы диңгеҙ кимәленән 133 м[2].
Башҡортостандың Йылайыр районы,Йылайыр платоһы буйлап, Кананикольский ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышҡа 12 км алыҫлыҡта, Ейәнсура районы, Күгәрсен районы буйлап, шунан Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы буйлап аға.[3]
Йылға ирегән ҡар һыуы иҫәбенә тулылана. Йылға тамағынан 36 км алыҫлыҡта уртаса йыллыҡ һыу тотоноу (секундына)- 56,8 м³/с — 61 м³/с.[4].
Оло Эйек ҡушылдыҡтары: Кесе Эйек — уң ҡушылдығы, Инәк, Оло Һүрәм- һул ҡушылдыҡтары.
Мораҙым тарлауығында шул уҡ исемдәге тәбиғи парк ойошторолған.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә(тамағынан алып ара км)
- 14 км: Әселе (Оло Эйек ҡушылдығы) (һул)
- 38 км: Өҫкәлек (һул)
- 55 км: Дубовка (уң)
- 58 км: Оло Һүрәм (уң)
- 58 км: Старосейка (уң)
- 70 км: Бурунча (һул)
- 78 км: Ташлы (Оло Эйек ҡушылдығы) (уң)
- 89 км: Үрген (һул)
- 109 км: Һаҙ (йылға) (һул)
- 151 км: Күгәрсен (йылға) (һул)
- 163 км: Инәк (Оло Эйек ҡушылдығы) (һул)
- 165 км: Кукруй 3-й (һул)
- 171 км: Сабаҡлы (уң)
- 174 км: Наҡаҫ (уң)
- 186 км: Үрге Утар (һул)
- 201 км: Майҡы (Оло Эйек ҡушылдығы) (һул)
- 210 км: Көсөклө (Оло Эйек ҡушылдығы) (уң)
- 220 км: Кесе Эйек (уң)
- 229 км: Тасса (уң)?
- 242 км: Ыуары (Оло Эйек ҡушылдығы) (уң)
- 252 км: Оло Ҡушйылға (уң)
- 252 км: Кесе Ҡушйылға (Оло Эйек ҡушылдығы) (уң)
- 257 км: Ямашлы (Оло Эйек ҡушылдығы) (уң)
- 264 км: Әүәшле (Оло Эйек ҡушылдығы) (һул)
- 277 км: Бирҙәш (һул)
- 298 км: Ҡыуалат (һул)
- 310 км: Финагениха (уң)
- 319 км: Калмычиха (уң)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Оло Эйек (Һаҡмар ҡушылдығы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Карта ГГЦ
- ↑ [ https://bigenc.ru/geography/text/1877169 2020 йыл 26 сентябрь архивланған. Большой Ик]
- ↑ Оло Эйек . — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- А. А. Чибилёв «Природа Оренбургской области. (Часть I. Физико-географический и историко-географический очерк)». Оренбургский филиал Русского географического общества. Оренбург, 1995. — 128 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Большая российская энциклопедия 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Вода РФ. Научно-популярная энциклопедия
- Балков В. А. Оло Эйек (Һаҡмар ҡушылдығы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).