Оло Ирдегән
Оло Ирдегән - рус. Большие Ирдяги - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл
Оло Ирдегән | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәОло Ирдегән күле Силәбе өлкәһенең Арғаяш районының төньяҡ-көнбайышында, Губернское ҡасабаһы янында, Өйәлге күленән көньяҡ-консығыштараҡ урынлашҡан.
Силәбегә тиклем аралығы – 80 км, Екатеринбургҡа – 180 км.
Ярындағы кеше йәшәгән урындар: Губернское, Кузнецкое ҡасабалары һәм Ҡыштым ҡалаһы.
Кесе Ирдегән күле менән ҡылымыҡ аша тоташҡан.
Географик координаттары: киңлеге - 55°28′46.29″N (55.479524), оҙонлоғо - 60°38′3.25″E (60.634236).
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Уртаса тәрәнлеге: 3,5 м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 2,8*2,4 км
- Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә, шулай уҡ башҡа күлдәрҙән төшкән һыу менән туҡланған күл.
- Унан ағып сыға: Үҙъйылға (Тинес ҡушылдығы).
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 270м
- Майҙаны: 5,64км[2]
- Һыуы: сөсө. Унда кислород әҙ, шуға балыҡ тонсоғоусан, әммә һыу планктоны бик бай. Минераллылығы 840 мг/л, химик составы буйынса гидрокарбонат класына, магнийлы-натрийлы төркөмгә инә. Һыуҙа төрлө микроэлементтар табылған [3].
Кәмә төшөрөр урындары юҡ тиерлек [2]
Файҙаланыу
үҙгәртергәКүл һыуы 1965 йылда барлыҡҡа килтерелгән Ирдегән быуаһына төшә. Быуала сәнәғәт кимәлендә тотоу өсөн балыҡ үрсетелә, улар өсөн 3 ҡышлау быуаһы, 3 үрсетеү быуаһы эшләнгән [2].
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аңлатыуынса, күлдең атамаһы башҡорт халҡының ир-ат килеп сыҡҡан: Ирдяги, Большое и Малое, озеро, Аргаяшский район.От распространенного в прошлом у башкир и татар тюркского мужского имени Ирдяк, Ирдеген [4][5].
Күл атамаһы, аңлашылыуынса Иртуған тигән исемдән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал [6]. Башҡорт телендәге гидронимдарҙа ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙең һөйләштә нәҙеккә әйләнеүе - йыш күҙәтелгән күренеш. Иртуған атамаһы йылдар үтеү менән Ирдегән рәүешенә ингәндер.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәОло Ирдегән күле ярҙары һөҙәк, ныҡ һаҙлыҡлы, ҡамыш һәм күрән баҫҡан. Һыу ебәге, йылантамыр, екән үҫә. Тирә-яғында урмандар юҡ.
Күлдең һаҙмырт урындарында быуып яһалған быуаларҙа карп менән аҡ амур үрсетелә.
Күлдә суртан, алабуға, ҡорман, карп ғаиләһенән рус. верховка(лат. Leucaspius delineatus), алабалыҡ, рипус, себер сабағы, ротан һәм табан балыҡ тереклек итә[7].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Ирдяги Большие
- ↑ Энциклопедия Челябинской области/ Озеро Большие Ирдяги 2019 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Шувалов Н.И. Ирдяги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 52-се бит
- ↑ Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Ирдяги Большие
Һылтанмалар
үҙгәртергәРеки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Ирдяги Большие
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- Энциклопедия Челябинской области/ Озеро Большие Ирдяги 2019 йыл 29 май архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 48-се бит