Кесе Ирдегән

Силәбе өлкәһендәге күл

Кесе Ирдегән - рус. Малые Ирдяги - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл[2]

Кесе Ирдегән
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Кесе Ирдегән күле Силәбе өлкәһенең Арғаяш районының төньяҡ-көнбайышында, Губернское ҡасабаһы янында, Өйәлге күленән алыҫ түгел урынлашҡан[2].

Силәбегә тиклем аралығы – 80 км, Екатеринбургҡа – 180 км.

Ярындағы кеше йәшәгән урындар: Беспаловское, Губернское, Кузнецкое ҡасабалары һәм Ҡыштым ҡалаһы.

Өйәлге күле менән Кесе Ирдегән араһында киңлеге 1 км муйын айырып тора. Оло Ирдегән күле менән ҡылымыҡ аша тоташҡан.

Географик координаттары: киңлеге - 55°29′55.38″N (55.498718), оҙонлоғо - 60°35′46.34″E (60.596206).

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
  • Уртаса тәрәнлеге: 3,5 м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км):2,7*2км
  • Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә, шулай уҡ башҡа күлдәрҙән төшкән һыу менән туҡланған күл.
  • Унан ағып сыға: Үҙъйылға (Тинес ҡушылдығы).
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 271м
  • Һыу массаһы күләме: 6,6 млн м³.
  • Майҙаны: 4км [3]
  • Һыуйыйғыс майҙаны: 20 км²
  • Һыуҙың ҡатылығы 4,87 мг-экв/л.
  • Һыуы: сөсө. Унда кислород әҙ, шуға балыҡ тонсоғоусан, әммә һыу планктоны бик бай. Минераллылығы 430 мг/л, химик составы буйынса гидрокарбонат-натрийлы төркөмгә инә.
  • Төбө:ләмле.

Ташҡын ваҡытында һыуы Оло Ирдегәнгә ағып төшә. Һыу сифатына, күл торошона баҫыуҙарҙан аҡҡан һыу, көнкүреш ҡалдыҡтары, малсылыҡ һарҡындылары кире тәьҫир яһай[4].

Көнбайыш ярында Демидов төҙөттөргән канал ҡалдыҡтары һаҡланған, ул Кесе Ирдегән менән Өйәлге күле араһында ҡаҙылған булған. Ул әле лә ике күлде тоташтырып тора[5]

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Экологик шарттар арҡаһында күлде һыу үҫемлектәре баҫып бара, һайыға (20% самаһы һыу көҙгөһө күтерләнгән).

Һыуйыйғыс майҙандарында ҡарағай ҡатнаш ҡайын урмандары үҫә [6]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең атамаһы башҡорт халҡының ир-ат исеменән килеп сыҡҡан тип яҙа: Ирдяги, Большое и Малое, озеро, Аргаяшский район.От распространенного в прошлом у башкир и татар тюркского мужского имени Ирдяк, Ирдеген [7][8].

Аңлашылыуынса, гидроним Иртуған тигән исемдән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал [9]. Башҡорт телендәге топонимдарҙа ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙең һөйләштә нәҙеккә әйләнеүе - йыш күҙәтелгән күренеш. Иртуған атамаһы йылдар үтеү менән Ирдегән рәүешенә ингәндер.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Озеро Кесе Ирдегән
  3. Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Ирдяги Малые
  4. Энциклопедия Челябинской области/ Озеро Малые Ирдяги 2019 йыл 14 июнь архивланған.
  5. Озеро Малые Ирдяги
  6. Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Ирдяги Малые
  7. Шувалов Н.И. Ирдяги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  8. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  9. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 52-се бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 48-се бит