Йәнбикә (йылға)
Йәнбикә (рус. Янбике) — Белорет районынан аҡҡан Оло Инйәрҙең һул ҡушылдығы[1].
Йәнбикә | |
Ҡайҙа ҡоя | Инйәр |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Кама һыу бассейны округы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Белорет районы |
Атама тарихы
үҙгәртергә«Урал батыр» эпосында ул Урал менән Шүлгәндең әсәһе. Эпостан мәғлүм булыуынса, Башҡортостандағы бик күп топонимика, бигерәк тә йылғалар, эпос геройҙары хөрмәтенә аталған. Шуға ла Учалы халҡы «Урал батыр» эпосының район территорияһында барлыҡҡа килеүе тураһында үҙ версияһын тап бында Йәнбикә йылғаһы булыуы, Йәнбирҙин фамилияһының киң таралыуы, һәм Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Әй, Мейәс йылғаларына ҡылысы менән сабып юл ярыу өсөн Урал батыр тап ошо ерҙә торорға тейеш булыуына бәйләй[2]. Фәтих Фазылов үҙенең «Индоиранцы в составе древних башкир» китабында: «Бик күп Европа халыҡтарында Яна (Йәнбикә) — ҡатын-ҡыҙ, ә Ян (Йәнбирҙе) ир-ат исеме. Ерҙәге тәүге ҡоро урында ошо исемле тәүге кешеләр тураһында «Урал батыр» халыҡ эпосында ла яҙылған. Йәнбирҙе — ир-ат йәне, изгелек, яҡтылыҡ, әүҙемлек, ыңғайлыҡ билдәһе. Йәнбикә — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, яуызлыҡ, ҡараңғылыҡ, кирелек һәм пассивлыҡ билдәһе. «Ян» һәм «Инь» философик мәғәнәләренең Ҡытайҙан түгел, Уралдан сығыуы «Без истории нет будущего…» китабында раҫлана»[3], — тип яҙа. Тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров «Башҡортостан һәм сиктәш биләмәләр ауылдары тарихы» китабында «1859 һәм 1865 йылдар араһында Йәнбикә йылғаһында 16 хужалыҡтан торған, 78 кеше йәшәгән Кесе Балбуҡ ауылы» барлыҡҡа килеүе тураһында яҙа[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәЙәнбикә — фарсы теленән ингән «йән» һүҙенә башҡорт телендәге «бикә» һүҙе ҡушылып яһалған. «Бикә» — хужа, ханым тигәнде аңлата, борон юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙ исеменә ҡушылып, уның дәрәжәһен күрһәткән, аҙаҡтан ҡатын-ҡыҙ исемдәренә ҡушыла башлаған[5]. Шулай уҡ башҡорт телендә «йән» тигән һүҙҙәр менән яһалған кеше исемдәренә ғаиләләге бәхетте, уңышты бәйләү күренә: Йәнгилде, Йәнгил, Йәнбирҙе, Йәнсура, Йәнбикә, Йәнһылыу һ. б.[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Река Большой Инзер
- ↑ История Учалинского района
- ↑ Аль-Фатих Фазылов. Индоиранцы в составе древних башкир
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 5,0 5,1 Исемдәр донъяһында. Т. Күсимова 2018 йыл 16 май архивланған.