Оло Бешәке

Рәсәй Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы йылғаһы. Бағыр балығының тәбиғи резерваты (йәғни тәбиғи байлыҡтар дәүләт тарафынан махсус
(Оло Бәшәке йылғаһы битенән йүнәлтелде)

Оло Бешәке (рус. Большой Апшак) — Рәсәй Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы йылғаһы. Бағыр балығының тәбиғи резерваты (йәғни тәбиғи байлыҡтар дәүләт тарафынан махсус һаҡлауға алынған урын).

Оло Бешәке
Характеристика
Оҙонлоғо 19 км км
Бассейн (га)274,5 км²
Һыу ағымы
Инеше Уң ҡушылдығы —Кесе Бәшәке менән бергә Көньяҡ Ҡыраҡа һыртының Оло Бәшәке тауынан (Большой Апшакай, 862 м)
Тамағы Ағиҙелдең һул яҡ ярына килеп ҡушыла
 · Урынлашыуы Ағиҙел йылғаһы тамағынан 1135 км үрҙә
 · Бейеклеге 338 м м
 · Координаталар 53°19′03″ с. ш. 57°32′24″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Илдәр Рәсәй
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200212211100017284
Оло Бешәке
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Ҡушылдыҡ Мәмбәтйылға
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 342 метр
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә
 
Бешәке тамағы

Атамаһы «бешәлек» тигән һүҙҙән алынған. Бешәлек (бешә) — йәш ҡарағайлыҡ тигәнде аңлата. Русса Апшаҡ тип аталыуы аңлашылмай.

Урындағы халыҡ был атаманы бөтөнләй белмәй һәм ҡулланмай

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Оло Бәшәке (Большой Апшаҡ)йылғаһы

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды: 10010200212211100017284

Тип: бәләкәй йылға (инеш)

Атамаһы: Оло Бешәке

Йылға тамағы: Ағиҙел йылғаһының һул ярына тамағынан 1135 км өҫтәрәк ҡушыла.

Бассейн округы: Кама бассейны округына ҡарай (10)

Йылға бассейны: Кама (1)

Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел (2)

Һыу хужалығы участкаһы: Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем (2)

Йылға оҙонлоғо: 19 км Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды:111101728

ГӨ буйынса томы: 11

ГӨ буйынса сығарылыш: 1

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Объекттың категорияһы:ОПТ махсус һаҡланыусы биләмә

Объекттың тибы: зоологик тәбиғәт ҡормартҡыһы

Урынлашыуы:Мәһәҙи ауылынан көньяҡҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта. Ағиҙел урмансылыҡ хужалығы биләмәһенә инә (4, 6-10, 12, 13, 15, 19, 32, 33 квадраттары)

Дөйөм майҙаны:(га)274,5

Теркәлеү датаһы:17.08.1965 йыл

Төп тораҡ пункт: Мәһәҙей

Географик координаталары: 53° 24′ с. ш., 57° 40′ в. д.; восточная точка: 53° 23′ с. ш., 57° 43′ в. д.; южная точка: 53° 21′ с. ш.; 57° 39′ в. д.; западная точка: 53° 21′ с. ш., 57° 35′ в. д.

Башланған урыны:Уң ҡушылдығы —Кесе Бәшәке менән бергә Көньяҡ Ҡыраҡа һыртының Оло Бәшәке тауынан (Большой Апшакай, 862 м) диңгеҙ кимәленән 550—600 м бейеклектәге урындан башланғыс ала. Мәһәҙей ауылы эргәһендәге Элгеләү тауының артында, Яңыйорт тип аталған ерҙән.

Йылға тамағының диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 338 м.

Һаҡлау объекты: йылға бағыры, европа бәрҙеһе

Һалҡын һәм үтә күренмәле һыулы тау йылғаһы. Кесе Бәшәке йылғаһы менән бергә йылға бағырының (бағры) Башҡортостанда иң ҙур тәбиғи популяцияһы булып тора.

Бындай таҙа һалҡын һыуҙы бәрҙе балығы ла (хариус европейский). үҙ итә һәм йәшәү мөхитенең шундай сифатына күрһәткес— индикатор һанала.

Йылғаның киңлеге 1-3 м тирәһе. Тәрәнлеге 30-60 см араһында тирбәлә. Йырҙала 1,5 м самаһы тәрәнлектәге соҡор урындары ла осрай.

Ҡыш көнөндә лә туңмай торған ҡаран, йылыу урындары бар. Ундай урындарҙа һыу турғайы (Оляпка, воробей водяной, лат. Cinclus cinclus) ҡышлап сыға.

Һыу ағымы бик шәп түгел, әммә тиҙ болғасына ала.

Йылға бағыры бик матур балыҡ. Тәңкәләренең ҡыҙыл, ҡара һәм аҡ төҫтәге бөрсөк-бөрсөк төрткеләре, таптары бар.

Йыртҡыс балыҡ. Күпселек ризығын гольян сабаҡ, еҙмыйыҡ һәм башҡа балыҡтар тәшкил итә. Шулай уҡ, һыуға ҡолап төшкән сиңерткәләр, себендәр, ҡуңыҙҙар, шишмә күбәләге личинкалары, һыу мырҙары, энәғараҡтар менән дә туҡланалар. Һыу өҫтөнәң осоп барған бөжәктәрҙе лә ҡарпып эләктерә алалар.

Бәшәке йылғаһындағы бағыр балыҡтары 15 — 25 см, һирәгерәк 30 см ҙурлыҡта. Ауырлыҡтары 0,7- 1 кг тирәһендә. Ите йомшаҡ һәм бик тәмле.

1959 йылда 2 кг ауырлығындағы бағырҙы тотҡандар. Ите асыҡ алһыу төҫтә булған.

Ыуылдырыҡ сәсеүҙәре сентябрь аҙаҡтарына — октябрға тура килә һәм ай тирәһе дауам итә.

Бағыр күберәк йылғаның ашалған яры аҫтарын, соҡор урындарын, ағас тамырҙары, сыбыҡ-сабыҡ, киҫкәләр батып ятҡан утапшалы урындарын үҙ итә. Бындай урындар йылғала күп осрай.

Ярҙарын ҡарағайлы, ҡарағаслы ҡайын урмандары, ерек һәм муйыллы әрәмәләр, туғайҙар ҡаплап алған.

Үҙәнендә 20 төр тирәһе үлән үҫә: еркә(лабазник вязолистный), айыу көпшәһе (дягиль лекарственный), түшәлмә туҡранбаш (клевер ползучий), шешмәк төлкөғойроҡ лисохвост вздутый, урман күгәрсен күҙе (незабудка лесна), ялан яраны (герань луговая), альп астраһы, шартый еләге, меңъяпраҡ, Руйш йыланбашы (змееголовник Руиша), ялан бүтәгәһе (мятлик луговой), талүлән (дрок красильны), йылантамыр (раковые шейки), ҡаҙүлән (лапчатка гусиная), йылға ҡыҫыр сәскәһе (гравилат речной), туғай һолоүләне (овсяница луговая), зәһәр лютик, юл үләне, ялан еркәүеге (лабазник шестилепестный) һәм башҡалар.

Урыны менән ҡалҡыуыраҡ ерҙәрҙә дала төрҙәре лә осрай: һары умырзая (горицвет весенни), күк умырзая (прострел раскрытый), Маршалл күк сәскәһе (василек), энә япраҡлы ҡәнәфер (гвоздика иглолистная), ҡоторма (бурачек ленский0, кейәү үләне (чабрец), бесәйтабан (кошачья лапка), Шелл ҡылбашағы (овсец Шелля) һәм башҡалар осрай.

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Кесе Бәшәке

үҙгәртергә

Бәшәке (Большой Апшак) йылғаһының уң ҡушылдығы (Һыу реестры мәғлүмәттәрен тапманым).

Ҡайнөй (Ҡайынөй)

үҙгәртергә

Оҙонлоғо 10 км. Бәшәке йылғаһы тамағынан 1,4 км алыҫлыҡта, һул яҡ ярынан килеп ҡушыла.Ҡайнөй йылғаһы Яуымбай ауылы аша үтеп, Батман ҡолағының түбән яғында килеп ҡоя. Ҡайнөй йылғаһы бик таҙа, матур йылға.

Һыу реестры мәғлүмәттәрендә русса ручей Каснуй (Куюкуй) тип бирелә.Әммә башҡортса исеменә тап килмәй. Сөнки урындағы атамаһы Ҡайнөй.Ҡайын өй тигән һүҙҙән алынған.

Ҡасандыр ошо йылға һыуын һыулаған Яуымбай ауылын Ҡайнөй тип йөрөткәндәр(ауылдың тағын бер атамаһы Абласкин). Әле лә оло быуын кешеләре үҙ-ара һөйләштә Ҡайнөй тип атай.

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды: 10010200212211100017307

Мәмбәтйылға

үҙгәртергә

Мәмбәтйылға(русск. Мамбетелга). Оҙонлоғо 10 км. Бәшәке йылғаһы тамағынан Оҙонлоғо 10 км.

Бәшәке йылғаһы тамағынан 7,6 км алыҫлыҡта, уң яҡ ярынан килеп ҡушыла.

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды: 1001020021211110001729

Шарҡырауыҡ

үҙгәртергә

Бешәке йылғаһының һул яғынан йылға килеп ҡоя. Теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын, мул һыулы йылға. Ер аҫтынан урғылып сыға ла, шаулап-гөрләп бер 500 метр самаһы ғына аҡҡас, Бешәкегә килеп ҡушыла (шарҡырауыҡ — шарлап, шаулап, тауышланып аға тигәндән).

Һыуы йәшкелт- күгелйем. Урындағы халыҡ һыуын шифалы тип һанай.

Еректе йылғаһы

үҙгәртергә

Бәләкәй генә йылға үҙәк буйлап ағып төшә лә, юл аша ағып сығып, Бешәкегә килеп ҡоя. Йылғаның башында ереклек үҫә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.