Еркәүек
Еркәүек
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше, Германия
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Рауза сәскәлеләр
Ғаилә: Рауза һымаҡтар
Ырыу: Еркәүек
Төр: Еркәүек
Латинса исеме
Filipendula ulmaria (L.) Maxim.
ITIS 25171
NCBI 57917

Еркәүек, ерек ҡураһы, ерегүлән (рус. Лабазник, лат. Filipéndula) —рауза һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек [[Ырыу (биология)|ырыуы], бейеклеге 2 м-ға етергә мөмкин. Июнь-июль айҙарында сәскә ата. Кәм тигәндә 16 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса зонаһында үҫә

 
Якоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа (мәҫәлән, «Флора СССР» баҫмаһында, 1934—1964) Filipendula ырыуы өсөн берҙән-бер урыҫса атамаһы — Лабазник килтерелә[1], ә таволга атамаһы Spiraea атамаһы өсөн ҡулланыла [2]. Шул уҡ ваҡытта, башҡа күп кенә баҫмаларҙа Filipendula ырыуы өсөн урыҫ атамаһы булараҡ Таволга ла, Лабазник та күрһәтелгән, ҡайһы берҙә беренсе урында Лабазник тора, ә икенсе ерҙә — Таволга.[3]

Ботаник тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Таволга. Сәскә диаграммаһы

Төҙ һабаҡлы һәм ҡыйғас, һирәгерәк бармаҡ һымаҡ япраҡлы күп йыллыҡ эре тамырһабаҡлы үләндәр.

Сәскәһе күп һанлы, ваҡ аҡ йәки алһыу төҫтә, һепертке башлы, йәйҙең беренсе яртыһында сәскә ата. Сәскә касаһы биш йәки алты телле, аҫҡы өлөшө юҡ. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы.

Емеше — ваҡ ҡына күп төймәкәй.

Башлыса дым яратыусы үҫемлек. Бөтә төрҙәре лә һыуыҡҡа сыҙамлы.

Таралыуы

үҙгәртергә

Болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, йылға, күл буйҙарында үҫә. Европа һәм Көнбатын Азияла үҫә. Төняҡ Америкаға күсереп ултыртылған.

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Дауала ҡулланыу

үҙгәртергә

Тубылғыны дарыу итеп ҡулланыу аскорбин кислотаһының юғары (яҡынса 300 мг%) миҡдарҙа, дуплаусы матдәләр, салицил кислотаһы һәм уның сығарылмалары булыуы менән бәйле,.

Тубылғы төрлө характерҙағы баш һәм быуындар ауыртыуҙы баҫа. ОРЗ, грипп, герпес ваҡытында ҡулланыу бактерияларға һәм вирусҡа ҡаршы көслө тәьҫир бирә. Шулай уҡ шешеүгә һәм диабетҡа ҡаршы файҙаһы күҙәтелә.

Тубылғы халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Сәскә төнәтмәһе йөрәк, бәүел ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуҙары, тын ҡыҫылыу, дизентерия ваҡытында, бабасырға ҡаршы, тир һәм бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Көслөрәк төнәтмә ағыуланыуға ҡаршы препарат булараҡ ҡулланыла, мәҫәлән, алкоголь менән ағыуланғанда, хатта йылан саҡҡанда. Үлән ҡайнатмаһын антисептик булараҡ, яраларҙы, язва, бетсә, шешектәрҙе йыуыу өсөн, тире ауырыуҙары ваҡытында ҡулланалар. Шулай уҡ тубылғы косметикала ҡулланыла, атап әйткәндә, төнәтмәне сәс үҫеүен көсәйтеү маҡсатында файҙаланалар.

Аҙыҡ-түлектә ҡулланыу

үҙгәртергә

Тубылғыны (сәскәлекте) сәй итеп эсергә йә уға ҡушып мөмкин, ул тәмле һәм бал кеүек хуш еҫле. Скандинавияла тубылғы сәскәләрен хуш еҫ биреү өсөн һыраға һәм шарапҡа ҡушалар. Йәш үҫентеләрҙе һәм тамырҙарын ашарға мөмкин.

Баҡсала ҡулланыу

үҙгәртергә

Себен-серәкәйҙәрҙе, ләпәкте бик яҡшы ҡурҡыта.

 
 
 
 
 
 

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Юзепчук, 1941
  2. Пояркова, 1939
  3. Таволга и Лабазник в Толковом словаре живого великорусского языка В. И. Даля:
    ТАВОЛГА

    ж. куст Spirea; S. chamaedrifolia, тавольник сиб. таволга, таволожник, волжанка; S. crenata, таволга, таволожник, степная березка, степной лабазник; S. hipericifolia, каменная таволга, пужный таволжник; Spirea ulmaria, см. батер; но более известна под именем таволги S. crenata, коей тонкие и крепкие прутья идут у нас на шомпола и на кнутовища. Таволожка, таволжанка, сокращ. волжанка, таволжаная тросточка, посошок. Таволожный, таволжаный, к таволге относящ.

    Лабазник м., лабазка, кустарник Spirea ulmaria, таволга, иванов цвет, живокост, шламда (ошибочно донники), см. батер; она идёт на подожки, кнутовища, почему лабазина ж. хворостина, и посох, палка.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 732. Filipendula ulmaria (L.) Maxim. s.l. [incl. F. denudata (J. et C.Presl) Fritsch, F. stepposa Juz.] — Таволга вязолистная, или Лабазник вязолистный, ил Таволожник // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 368. — ISBN 9-87317-128-9.
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Юзепчук С. В. Род 754. Лабазник — Filipendula Adans. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Б. К. Шишкин и С. В. Юзепчук. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1941. — Т. X. — С. 279—289. — 673 с. — 5000 экз.
  • Пояркова А. И. Род 718. Таволга — Spiraea L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома С. В. Юзепчук. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1939. — Т. IX. — С. 283—305. — 540 + XIX с. — 5200 экз.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. Иллюстрированный определитель растений Средней России. — М.: Т-во научных изданий КМК, Ин-т технологических исследований, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 336, 368, 369. — ISBN 9-87317-128-9.
  • Дадыкин В. Чай из трав на каждый день // Наука и жизнь : журнал. — 2010. — № 6. — С. 132—134. — ISSN 0028-1264.

Һылтанмалар

үҙгәртергә