Һолоүлән (лат. Festuca pratensis , рус. Овсяница луговая ) — Бөртөклөләр (Poaceae ) ғаиләһендәге күп йыллыҡ үләнсел үҫемлек.
Тарҡау ҡыуаҡлы, уртаса өлгөрөшлө, көҙҙән сәсеп үҫтерелә торған үҫемлек. Болондарҙа, аҡландарҙа һәм урман буйҙарында ҡырағай рәүештә үҫә. Ауыл хужалығында культуралы бесәнлектәр һәм көтөүлектәр булдыру өсөн файҙаланыла. Һолоүләндең 1 гектарынан 3,5-4,5 т бесән сабыла, иң күп уңышты беренсе 2-3 йылда бирә. Ҡышҡы һалҡынға сыҙам. Балсыҡлы һыу баҫар ерҙәрҙә яҡшы үҫә. Ташҡан һыуҙар аҫтында 3 аҙнаға тиклем сыҙай. Бейеклеге 1,2 метрға тиклем етә торған нескә һабаҡлы үҫемлек, башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда һыуҙа эреүсән углеводтар микъдары артыҡ (10-12 % -ҡа тиклем), һәм был мал өсөн шәкәр-протеин нисбәтен яҡшырта. Азотлы ашламаларҙы ярата.
Справочник по кормопроизводству. М., 1993; Шайтанов О. Л. Подбор многолетних трав и травосмесей для организации зелёных и сырьевых конвейеров на орошаемых землях Среднего Поволжья: Дис. … М., 1995.