Савченко Оксана Владимировна

(Оксана Владимировна Савченко битенән йүнәлтелде)

Савченко Оксана Владимировна (10 октябрь 1990 йыл) — Рәсәй йөҙөүсеһе, ҡыҫҡа дистанцияларға йөҙөүҙә 2008 йылда үткәрелгән йәйге параолимпия уйындарының өс тапҡыр чемпионы һәм рекордсмены, Лондонда үткәрелгән 2012 йылғы йәйге параолимпия уйындарының биш тапҡыр чемпионы һәм рекордсмены. 2006 йылда донъя чемпионы, 2007—2009 йылдарҙа Европа чемпионы, 2009 йылда ҡыҫҡа һыуҙа күп тапҡырҙар донъя чемпионы һәм рекордсмены, күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы. 2010 йылда дүрт тапҡыр Донъя чемпионы, 50 метрға ирекле стилдә йөҙөүҙә рекордсмен. 2011 йылда IBSA Бөтә донъя уйындарында ете тапҡыр чемпион һәм ике тапҡыр көмөш миҙал яулай (уйындар сиктәрендә донъя чемпионаты ла үтә). 2011 йылда дүрт тапҡыр Европа чемпионы (ирекле стиль менән 100 метрлыҡ дистанцияла үҙенең донъя рекордын яҡшырта). Атҡаҙанған спорт мастеры. Һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы.

Савченко Оксана Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Петропавловск-Камчатский, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йөҙөүсе
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Спорт төрө Йөҙөү
Спорт дисциплинаһы S12[d]
Ҡатнашыусы Летние Паралимпийские игры 2012[d] һәм Летние Паралимпийские игры 2008[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Баш тренер Тверяков Игорь Львович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
 Савченко Оксана Владимировна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Окса́на Влади́мировна Са́вченко 1990 йылдың 10 октябрендә Петропавловск-Камчатский ҡалаһында яңы тыуған сабыйҙар араһында һирәк осрай торған сир — ике күҙендә лә глаукома менән тыуа. Табиптар тиҙ арала ауырыуҙы асыҡламай, һәм сабый ғүмеренең тәүге айҙарында сир тыныс ҡына артабан үҫешә. Өс айлыҡ Оксананың күҙ алмаларының үтә ҙур булыуына әсәһе иғтибар итә. Ентекләберәк тикшергәндән һуң табиптар аҙған глаукома сире булыуын билдәләй. Дүрт айлыҡ сағында әсәһенең дуҫтары ярҙамы менән Оксана һәм уның әсәһе Светлана Ивановна Мәскәүгә операцияға юллана. Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары фәнни тикшеренеү институтында Оксананың күҙенә бер нисә операция яһайҙар, һөҙөмтәлә уң күҙҙең күреү һәләтән барыбер ҡайтара алмайҙар, ә һул күҙҙә сирҙең ҙур булмаған өлөшө ҡала. Оксананың һүҙҙәре буйынса, ул донъяны бер күҙ менән күрергә өйрәнә һәм ике күҙ менән донъяға бағыуҙың ни икәнен дә белмәй. Ауырыуы арҡаһында Оксанаға спорттың ауыр төрҙәре менән (саңғы, еңел атлетика, ауыр атлетика) шөғөлләнеү рөхсәт ителмәй. Шуға ла әсәһе ҡыҙын бассейнға йөрөтөргә ҡарар итә. 5 йәшендә ул йөҙөү басейнына йөрөй башлай, шунан башлана ла инде Оксананың артабанғы ҡаҙаныштарына табан юлы. 2003 йылда ул донъя беренселегендә үҙенең тәүге еңеүен яулай. 2004 йылда Оксана Рәсәйҙең параолимпия йыйылма командаһына эләгеүгә кандидат була. 2006 йылда йыйылма команда составында ирекле стиль менән 50 метрлыҡ дистанцияла донъя чемпионатында еңә. Тәүҙә йөҙөү менән Камчаткала Садовская Наталия Владимировна етәкселегендә шөғөлләнә. Ревякин Владимир Васильевич Оксананың икенсе тренеры була. Хәҙерге ваҡытта Оксана Өфөлә йәшәй. 18-се СДЮСШОР-ла Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Тверяков Игорь Львович етәкселегендә шөғөлләнә[1]. Бөгөнгө көнгә уның иҫәбендә 8 алтын параолимпия миҙалы, 35 алтын донъя чемпионаты миҙалы һәм 65-кә яҡын Рәсәй чемпионаттарының алтын миҙалдары иҫәпләнә. 7 марта 2014 йылдың 7 мартында, Сочила ҡышҡы Параолимпия уйындарын асыу ваҡытында, Паралимпия утын «Фишт» стадионы буйлап күтәреп үтә[2].

2003 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Рәсәй чемпионы (75-тән ашыу төрлө сифаттағы миҙалдар, уларҙың 60-65-е алтын). Чемпионаттар, кубок өсөн асыҡ ярыштар, 2004 йылдан һәм бөгөнгө көнгә тиклем Европа беренселеге (20-нән ашыу тәрлә сифаттағы миҙалдар, уларҙың 17-һе тиерлек алтын). Чемпионаттар, донъя беренселектәре, шул иҫәптән 2006 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ҡыҫҡа һыуҙа (45-тән ашыу төрлө сифаттағы миҙалдар, уларҙың яҡынса 39-ы алтын) ярышыу уның көндәлек эшенә әүрелә. 2008 йылда Пекиндағы Паралимпия уйындарында Оксана 3 алтын миҙал яулай. Оксана шулай уҡ Рәсәйҙә спортты үҫтергән өсөн төрлө наградалар менән бүләкләнә. «Йыл спортсыһы» номинацияһында еңеүсе. Лонданда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында еңеүсе (5 алтын миҙал).

Өфө дәүләт нефть-техник университетының механика факультетын янғын хәүефһеҙлеге һөнәре буйынса тамамлай.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик күльтура факультетын тамамлай.

2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентының Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Почёт ордены (30 сентябрь 2009 йыл) — за большой вклад в развитие физической культуры и спорта, высокие спортивные достижения на XIII Паралимпийских играх 2008 года в Пекине[3].
  • Дуҫлыҡ ордены (10 сентября 2012 года) — за большой вклад в развитие физической культуры и спорта, высокие спортивные достижения на XIV Паралимпийских летних играх 2012 года в городе Лондоне (Великобритания)[4].
  • Салават Юлаев ордены.
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены
  • 2012 йылда Рәсәй Бизнес һәм йүнселлек Академияһының ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштарын йәмәғәт таныуы «Олимпия» милли премияһы лауреаты була

Сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2010 йылда Берҙәм Рәсәй партияһына ҡабул ителә.

2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, һаулыҡ һағы, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы.

2016 йылда VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙар буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы үткәргән алдан тауыш биреүҙә Белорет округы буйынса 2-се урынды, партия исемлеге буйынса 15-се урынды ала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә