Окапи (франц. Réserve de faune à okapis) — Африкала Конго Демократик Республикаһы территорияһында милли парк. Парк Конгоның төньяҡ-көнсығышында, Көньяҡ Судан һәм Уганда илдәре сигенән йыраҡ түгел, парктың күп өлөшө Итури йылғаһы (Конгоның уң ҡушылдығы) бассейнында урынлашҡан. Окапи резерваты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән, өҫтәүенә Окапи шулай уҡ юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған объекттар исемлегенә кергән.

Окапи ҡырағай тормош резерваты
фр. Réserve de faune à okapis
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны13 726,25 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты1992 йыл 
Идара итеүсе ойошмаl'Institut Congolais pour la Conservation de la Nature 
Урынлашыуы
2°00′ с. ш. 28°30′ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаИсиро 

okapiconservation.org
ЮНЕСКО
 Окапи Викимилектә

Резерваты

үҙгәртергә

Окапи паркы Итури йылғаһы бассейны урмандарының биштән бер өлөшөн биләй[1][2], дөйөм майҙаны 13 726,25 км2. Резерват территорияһында юҡҡа сығыу сигендә булған хайуандар йәшәй (атап әйткәндә, 13 төргә тиклем маймыл һымаҡтар, урман филдәре). Бынан тыш, Африкала иректә йәшәгән яҡынса 30 мең окапиҙарҙың бында 5 меңгә яҡыны йәшәй (1996 йылда паркта 10000—20000 меңдән 3900—6350 мең хайуан йәшәгән). Шулай уҡ резерват территорияһында Мбути һәм Эфе пигмей ҡәбиләләренең аҫаба күсмә һунарсылары йәшәй.

Бөтә донъя мираҫы

үҙгәртергә

Окапи резерваты 1996 йылда 20-се сессияла ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Шул уҡ ваҡытта 1997 йылда резерват фаунаһының һаҡланыу хәүефе билдәләнә. Был ут яғып, урман ҡырҡып игенселек итеү, шулай уҡ браконьерлыҡ  — ҡырағай хайуандарға коммерция һунарсылығы Конгола таралыу алған[3]. Милли паркта бер нисә йыл элек алтын ятҡылыҡтары табыла, уларҙы ҡурсаулыҡ территорияһында эшкәртеү һәм алтын сығарыу шулай уҡ парк экологияһына төҙәлмәҫлек зыян килтерелә. 2005 йылда Окапи территорияһында хәрби хәрәкәттәр бара, һөҙөмтәлә резерваттың ғилми хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө эвакуациялана[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Арувими, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Заповедник Резерват Окапи (недоступная ссылка — история). на сайте Конго (Заир). Архивировано 1 октябрь 2011 года.
  3. Okapi Wildlife Reserve (ингл.). Protectedplanet. Дата обращения: 3 март 2020. Архивировано 28 февраль 2020 года.
  4. Знаменитые объекты всемирного наследия ЮНЕСКО в Африке. www.orangesmile.com. Дата обращения: 3 март 2020. Архивировано 3 март 2020 года.