Уғырҙар (төрки ырыу-ҡәбилә берләшмәһе)

(Огуры битенән йүнәлтелде)

Уғырҙар менән бутамаҫҡа.'Уйғырҙар менән бутамаҫҡа.'Уғыҙҙар менән бутамаҫҡа.

Уғырҙар
Һундарҙың империяһы. Яҡынса 450 йыл.
Уғыр халыҡтарының таралышы — аварҙар, болғарҙар, хазарҙар, һундар. Яҡынса 650 йыл.

Уғырҙар (грек. ’Ογυι; рус. огуры) — боронғо төрки ырыу-ҡәбилә берләшмәһе.

Уғырҙарҙың этнонимы шулай уҡ бер нисә боронғо болғар ҡәбиләләре составындағы атамаларында айырылып тора: унуғыр/оноғур (< оn оγur «ун уғыр ҡәбиләһе»), һарығур/сарағур (< sarγ оγur «һары уғырҙар»), утиғурҙар (< utur оγur «утыҙ уғыр ҡәбиләһе»), ҡутриғырҙар, биттуғырҙар, куриғырҙар һәм башҡалар. Тел белгесе Ә. М. Аҙнабаев башҡорт этнонимының да баш+уғыр//уғор+т: биш+уғыр+т (бында «биш» — һан, «уғыр» — ҡәбилә атамаһы, «т» — дөйөм алтай күплек күрһәткесе) өлөштәренән тора тип иҫбатлай һәм «венгр» (вун[1] уғар//уғыр) һәм «болғар» (бäл[2] уғор//уғар//уғыр) этнонимдарының этимологиялары менән сағыштыра[3].

Телсе М. З. Зәкиев буйынса уғыр/оғур этнонимы «ок» (ырыу, ҡәбилә) һәм «ар/ир» (кеше, ир-ат) композитына барып тоташа: ок-ар>окур>о-ғур[4].

Был боронғо төрки-ырыу берләшмәһенең атамаһы һуңыраҡ төрки булмаған күрше ярым күсмә ҡәбиләләргә — уғырҙарға (хәҙерге мадьярҙар, мансилар, хантылар) күскән.

 
VI—VII быуаттарҙа болғарҙарҙың артабанғы таралашы
 
VII—IX быуаттарҙар Хазар ҡағанатының үҫеше һәм экспансияһы

Фараз буйынса, уғырҙар бик иртә дөйөм боронғо төрки ҡәбиләләре массивынан айырыла. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1-се мең йыллыҡ уртаһында уғыҙҙар составынан айырыла. Урта Азия уғырҙары тураһында аныҡ яҙма сығанаҡтар һаҡланмаған, улар Көнсығыш Европаның унуғыр-болғар ҡәбиләләренең туранан-тура ата-бабалары булып тора.

Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында уғыр ҡәбилә төркөмдәре (унуғырҙар) жуаньжуандар ҡыҫымы һөҙөмтәһендә Үҙәк Азия һәм Көньяҡ Себерҙән Көнсығыш Европаға китә. Византия тарихсыһы Приск Панийский күрһәтеүенсә, 463 йылда уғырҙар, һарығурҙар һәм унуғырҙарҙың илселәре Константинополь ҡалаһына киләләр. Шулай уҡ уғырҙар византия тарихсылары Феофилакт Симокатта һәм Менандр Протиктор, сүриәле Захарий Риторҙың хеҙмәттәрендә телгә алына[5].

V—VI быуаттарҙа уғыр ҡәбиләләре Дунайҙың түбәнге ағымынан Үҙәк Кавказ алдына ҡәҙәр һуҙылған дала территорияларҙы биләй. 576 йылға ҡарай Төньяҡ Кавказда йәшәгән уғыр-болғар ҡәбиләләре төркиҙәр тарафынан баҫып алына һәм Төрки ҡағанлығы составына инә. Авар ҡағанлығы (көнбайышта) һәм Төрки ҡағанлығы (көнсығышта) араһында булып уғыр-болғар ҡәбиләләре аҡрынлап унуғырҙар тирәһендә тупланалар. 635 йылда Орган хан һәм уның энеһе Ҡобрат хан башлығында уғыр-болғар ҡәбиләләре төркиҙәрҙең көсһөҙләнеүе менән файҙаланып аварҙарҙы тар-мар итә һәм Бөйөк Болғар дәүләтенә нигеҙ һала[5].

Һуңғы тапҡыр төрки уғырҙарҙың этнонимы (огур формаһында) Феофилакт Симокатта хеҙмәтендә (VII быуат башы) телгә алына.

Төрки уғыр ырыу-ҡәбилә төркөмдәре боронғо болғарҙарҙың этник нигеҙен тәшкил итә. Үҙәк Азияла (Көнбайыш Монголия) ҡалған уғырҙарҙың бер өлөшө аҙаҡ монголдар тарафынан ассимиляциялана һәм ойраттар составына керә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сыуаш телендә «вун» — 10 һанын аңлата
  2. Сыуаш телендә «пилллек//пилек» — 5 һанын аңлата
  3. Аҙнабаев Ә. М. Тағы ла «башҡорт» этнонимы тураһында // Ватандаш. — 2002. — № 6. — С. 100—106. — ISSN 1683-3554.
  4. Закиев М. З. Этногенез тюрков, булгар и башкир. — Уфа: Гилем, 2011. — С. 49, 58. — 288 с. — ISBN 978-5-7501-1272-2.
  5. 5,0 5,1 5,2 Егоров Н. И. Огуры. // Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Егоров Н. И. Огуры. // Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.