Огинский Михаил Клеофас

данлыҡлы "Огинский" полонезы авторы

Князь Михаи́л Клео́фас Оги́нский[6] (поль. Michał Kleofas Ogiński; 25 сентябрь, 1765, Гузув, Варшава янында, Равский воеводалығы, Речь Посполитая — 15 октябрь 1833, Флоренция, Тоскания Бөйөк герцоглығы) — поляк һәүәҫкәр композиторы, дипломат, Речь Посполитаяның һәм Рәсәй империяһының сәйәси эшмәкәре, Костюшко ихтилалы лидерҙарының береһе, Вильнюс университетының почетлы ағзаһы, Хөкүмәт вазифаһын башҡарыусы Сенат ағзаһы, киң билдәле "Огинский полонезы"ның авторы.

Огинский Михаил Клеофас
пол. Michał Kleofas Ogiński
 
Тыуған: 25 сентябрь 1765({{padleft:1765|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…]
Гузув[d], Sochaczew Land[d], Равское воеводство[d], Великопольская провинция[d], Поляк Короллеге тажы[d], Речь Посполитая[4]
Үлгән: 15 октябрь 1833({{padleft:1833|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3][…] (68 йәш)
Флоренция, Италия[1][5]
Ерләнгән: Базилика Санта-Кроче[d]
Династия: Огинские[d]
Атаһы: Анджей Игнацы Огинский[d]
Әсәһе: Паула Шембек[d]
Супруг: Изабела Лазоцкая[d] һәм Мария де Нери[d]
Балалары: Амелия Огинская[d]
Ириней Михайлович Огинский[d]
Франтишек Ксаверий Огинский[d]
Эмма Огинская[d]
 
Автограф:

Биографияһы үҙгәртергә

Литва-поляк кенәздәре Огинскийҙар (Рюриковичтар) нәҫеленең ретов тармағы вәкиле, трокск воеводаһы Анджей Игнацыя Огинскийҙың (17401787) һәм Паулина Шембектың (1797 йылда вафат була) улы, трокск Воеводаһы Тадеуш Франтишек Огинскийҙарҙың ейәне.[7]

Бала сағы үҙгәртергә

Михаил Клеофас юғары белемле дворян ғаиләһендә үҫә. Уның олатаһы, бөйөк литва гетманы Михаил Казимир Огинский, дәүләт эшмәкәре һәм хәрби кеше генә түгел, ә сәнғәтте, атап әйткәндә, музыка һәм шиғриәтте яратыусы ла була, шуға күрә бер нисә музыка ҡоралында уйнай, үҙе опералар, полонездар, мазуркалар, йырҙар ижад итә. Михаил Казимир арфаның конструкцияһын камиллаштыра һәм хатта Дидро энциклопедияһында баҫылған арфа тураһында мәҡәлә авторы була. Йәш Михаил Клеофас йыш ҡына ағаһының Слонимдағы резиденцияһына килә, унда опера, балет һәм драма труппалары менән театр, оркестр була, поляк, итальян, француз һәм немец опералары ҡуйыла. Уның олатаһын Мәғрифәтселек дәүеренең ысын эшмәкәре тип баһалайҙар, ул, атап әйткәндә, балалар мәктәбен ойоштора.[8]

Михаил Клеофасҡа фортепианола уйнарға Огинскийҙар ғаиләһенең һарай музыканты Осип Козловский өйрәтә, артабан Джованни Джорновики уны скрипкала уйнарға өйрәтә, һуңыраҡ ул Италияла Дж. Б. Виотти һәм П. М. Ф. Байо ярҙамында скрипка буйынса алған белемен нығыта[9].

Сәйәси эшмәкәр үҙгәртергә

Сәйәси эшмәкәрлек менән 1789 йылда шөғөлләнә башлай.

1790 йылдан Голландияла, 1791 йылдан Бөйөк Британияла Речь Посполитаяның илсеһе, 1793—1794 йылдарҙа Бөйөк Литва кенәзлегенең ҡаҙнасыһы. 1794 йылда Речь Посполитая бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү өсөн ул үҙе ойошторған егеттәр батальоны етәксеһе булараҡ ихтилалда ҡатнаша. Ихтилал еңелгәндән һуң Константинополгә эмиграцияға китә, унда әүҙем эмиграция эшмәкәре була, һуңынан Парижға күсә. Парижда Речь Посполитаяның бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү маҡсатында Талейран һәм француз директорияһы менән бәйләнешкә инә.

Польшаның бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү өмөтөн юғалтып, 1802 йылда амнистия иғлан ителгәндән һуң Огинский Рәсәйгә ҡайта һәм Залесье имениеһында йәшәй, унда усадьба төҙөй һәм парк булдыра (хәҙер был Белоруссияның Сморгон районы территорияһы). 1807 йылда Италияла Наполеон менән осраша.

1810 йылда Огинский Санкт-Петербургҡа күсә һәм Рәсәй империяһы сенаторы була, сәйәсәт менән әүҙем шөғөлләнә. 1810—1812 йылдарҙа император Александр Беренсенең ышаныслы кешеһе була. Александр I-гә Рәсәй империяһы составында Бөйөк Литва кенәзлеген булдырыу проектын тәҡдим итә (проект Огинский планы исеме аҫтында билдәле) әммә проект кире ҡағыла[10].

1817 йылда Огинский Вильнаға күсә. 1823 йылда, һаулығының ҡаҡшауы сәбәпле, Италияға күсергә мәжбүр була, унда ул ғүмеренең һуңғы 10 йылын үткәрә. 1833 йылдың 15 октябрендә Флоренцияла вафат була. Михаил Огинскийҙы Санта-Кроче флорентия сиркәүенең күренекле шәхестәре пантеонында ерләйҙәр, унда 300-гә яҡын күренекле сәйәсәт, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән Данте Алигьери (кенотаф), Галилео Галилей, Микеланджело Буанаротти, Джоаккино Россини һәм Никколо Макиавелли ерләнгән.

Композитор үҙгәртергә

 
Михаил Клеофас Огинский. Юзеф Олешкевич яҙған портрет

Композиторлыҡ таланты Огинскийҙың 1790-сы йылдарҙа асыла. Был осорҙа ул күп һанлы хәрби йырҙар, марштар, полонездар яҙа. Огинский Наполеонды данлап берҙән-бер опера ижад итә (1799). «Тыуған ил менән хушлашыу» Огинскийҙың полонезы булараҡ билдәле. Ул Осип Козловскийҙың уҡыусыһы була.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр шулай уҡ, поляк гимнын (Jeszcze Polska nie zgineta) Огинский яҙған, тип фаразлай. Огинскийҙың әҫәрҙәре 1794 йылғы ихтилалда ҡатнашыусылар араһында ҙур популярлыҡ яулай.[11]

Эмиграцияла композитор үҙенең ижади эшмәкәрлеген дауам итә.

Уның мираҫының байтаҡ өлөшөн фортепиано пьесалары тәшкил итә: поляк бейеүҙәре (полонездар һәм мазуркалар), шулай уҡ марштар, менуэттар, вальстар, романстар.

 
Изабелла Лясоцкая, ҡатыны

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ике тапҡыр өйләнә. 1789 йылда беренсе тапҡыр Изабелла Лясоцкаяға (17641852) өйләнә, 1803 йылда айырылышалар, икенсе тапҡыр Мария де Нериға (17781851) өйләнә. Балалары:

  • Тадеуш Антоний (1798—1844)
  • Франтишек Ксаверий (18011873)
  • Амелия (1803[[1858], 1826 йылдан Кароль Теофил Залускийҙың (1794[[1845) ҡатыны, никахтан тыш улы О. А. Игельстрома
  • Иреней Клеофас (18081863/1870), гофмейстер
  • Эма (18101871), 1827 йылдан 1-се ир Ипполит Бжостовский, 2-се ир Высоцкий
  • Ида (1813-1864)

Хәтер үҙгәртергә

 
Флоренцияла Михаил Клеофас Огинскийҙың кәшәнәһе.
  • 1994 йылда Огинскийға арналған Белоруссия почта маркаһы сығарыла.
  • Белоруссияның Молодечно ҡалаһында Михаил Огинскийға һәйкәл ҡуйылған.
  • Молодечнола музыка училищеһы Огинский исемен йөрөтә.
  • 2011 йылда Белоруссияның Гродно ҡалаһындағы урам Огинский исемен ала.
  • Минск ҡалаһының Жданович районындағы урам уның исемен йөрөтә.
  • 2008 йылдан Польшаның Ивонич-Здруй ҡалаһында йыл һайын Огинский исемендәге классик музыка фестивале үткәрелә (Festiwal im. Księcia Michała Kleofasa Ogińskiego).[12]
  • 2011 йылда Беларусь Республикаһының Милли банкы «Михаил Клеофас Огинский» алтын тәңкәһенсығара.
  • 2013 йылдың 12 декабрендә Белоруссияның Молодечно ҡалаһында композиторҙың тормошона арналған опера премьераһы ҡуйыла. Ул «Михаил Клеофас Огинский. Таныш булмаған портрет» тип атала.[13][14][15]
  • 2014 йылдың 25 сентябрендә Залесье ауылында (Сморгон районы) Огинский усадьба-музейын асыу тантанаһы үтә.[16].
  • Огинскийҙың тыуыуына 250 йыл тулыу ЮНЕСКО-ның 2015 йылдың әһәмиәтле даталары исемлегенә индерелгән.
  • 2015 йылдың 11 сентябрендә Литва банкы М. К. Огинскийҙың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы 20 евро номиналындағы иҫтәлекле көмөш тәңкә сығара.
 
Литваның почта маркаһы (2015)
  • 2015 йылда уның 250 йыллығы хөрмәтенә Литва почта маркаһы сығарыла.
  • 2016 йылда белорус һумын деноминациялау барышында 50 һумлыҡ банкнота индерелә, унда коллажда «Тыуған ил менән хушлашыу» полонезының алтынсы тактның нота фрагменты урынлаштырыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118018302 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Michał Kleofas Ogiński // RKDartists (нидерл.)
  4. Randel D. M. The Harvard Bibliographical Dictionary of MusicИздательство Кембриджского университета, 1996. — Б. 649.
  5. Senatorowie i dygnitarze Wielkiego Księstwa Litewskiego 1386—1795 (пол.) / под ред. J. WolffKraków: 1885. — Б. 190.
  6. Свирида, 1976
  7. Чеслав Янковский. «Ошмянский повет. Часть вторая», Краков, 1897 С. 143. (пол.)
  8. МИХАИЛ КЛЕОФАС ОГИНСКИЙ (Огиньский) (Oginski). Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 6 ғинуар 2014 года.
  9. Огиньский (Oginski) Михал Клеофас. Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 11 апрель 2011 года. 2011 йыл 11 апрель архивланған.
  10. Залуский А. Музыка и время Михала Клеофаса Огинского. — Изд-во «Четыре четверти», 1999.
  11. «Początkowo sądzono, że melodię tę skomponował książę Michał Kleofas Ogiński (twórca słynnego poloneza — Pożegnanie ojczyzny), potem materiały archiwalne temu zaprzeczyły i do dziś najczęściej autorzy śpiewników i prac naukowych podają określenie „melodia ludowa“ (a niektórzy dodają do tego asekuracyjny znak zapytania)». Wacław Panek. Hymny Polskie. — Warszawa, 1997. Цитата приводится по источнику: Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 18 июнь 2021.
  12. Festiwal im. Ogińskiego (официальная страница города Ивонич-Здруй). Дата обращения: 3 июнь 2012. Архивировано из оригинала 5 апрель 2011 года. 2011 йыл 5 апрель архивланған.
  13. В Молодечно состоялась премьера оперы «Михал Клеофас Огинский. Неизвестный портрет». Дата обращения: 23 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2013 года.
  14. ДУМКІ ПРА РАДЗІМУ, ВЕРНАСЦЬ І АБАВЯЗАК, ЦІ ЯК У МАЛАДЗЕЧНЕ СТВАРАЛАСЯ ОПЕРА ПРА АГІНСКАГА. Дата обращения: 23 декабрь 2013. Архивировано 25 апрель 2017 года.
  15. Маладзечна? Опера? Пра Агінскага!
  16. В Залесье на Сморгонщине открыли отреставрированную усадьбу Огинского 2015 йыл 17 сентябрь архивланған. :: Гродненская правда

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә