Овчаров Степан Семёнович

Овчаров Степан Семенович (1909 йыл — 14 октябрь 1943 йыл) —197-се гвардия артиллерия полкының 4-се батарея орудие командиры (92-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 37-се армия, Дала фронты), гвардия сержанты, Советтар Союзы Геройы.

Овчаров Степан Семёнович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Яңы Константиновка, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Верхнеднепровский район[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Степан Семёнович Овчаров[1] 1909 йылда Новоконстантиновка (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) ауылында тыуған.

Украин. Хисапсылар курсын тамамлай.

Степан Семенович 1941 йылдың сентябрендә Тоҡмаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан (Ҡырғыҙстан) Ҡыҙыл Армия сафына алына.

1942 йылдан хәрәкәт итеүсе армияла. 197-се гвардия артиллерия полкының 4-се батарея орудие командиры (92-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 37-се армия, Дала фронты) Овчаров С. С. 1942 йылдың 19 ноябренән 1943 йылдың 26 июленә тиклем Воронеж фронтында һуғыша. Яралана.

С. С. Овчаров 1943 йылдың 14 октябрендә[2] һуғышта һәләк була. Днепропетровск өлкәһенең Верхнеднепровский районы Калужино ауылында ерләнгән[3].

Батырлығы

үҙгәртергә

«Гвардия сержанты С. С. Овчаров, үҙенең орудиеһы менән 1943 йылдың 8 октябрендә, уҡсылар подразделениеларын оҙатып, Днепр йылғаһы аша сыға. Орудиеһынан атып пехотаның һөжүменә ярҙам итә. С. С. Овчаровтың расчёты дошмандың ике рота пехотаһын, расчёты менән өс орудиеһын, бер пулемёт ояһын һәм ике дзотын юҡ итә. 1943 йылдың 14 октябрендә С. С. Овчаров дошмандың өҫтөнлөклө көстәре менән көсөргәнешле алыш алып бара, танк атакаһын кире ҡаға, «Тигр» танкын яндыра.

Орудие расчеты юҡҡа сыға. Овчаров бер үҙе ҡала, танкыларға туптарҙы тура төҙәп ут асып, тағы ике «Тигр» танкын сафтан сығара. Фашистар уны уратып ала, һуңғы снарядҡа тиклем һөжүмде кире ҡағып, С. С. Овчаров һәләк була»[4].

Советтар Союзы Геройы исеме С. С. Овчаровҡа 1944 йылдың 22 февралендә, үлгәндән һуң бирелә[5][6].

  • Днепропетровск өлкәһенең Днепровокаменка ауылында С. С. Овчаровҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Ҡырғыҙ ССР-ының Тоҡмаҡ ҡалаһында бер урам Герой исемен йөрөтә.

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Республиканский Музей Боевой Славы - Овчаров Степан Семенович. Дата обращения: 19 март 2013. Архивировано 8 апрель 2013 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  2. Согласно информации из донесения о безвозвратных потерях 2014 йыл 1 февраль архивланған. убит 15.10.1943.
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. 4,0 4,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 35, л. 81, 82).
  5. 5,0 5,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 34).
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 22 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 5 марта (№ 13 (273)). — С. 1
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә