Нәғими (фарсыса نعیمی‎), тулы исеме Шиһабетдин Фазлаллаһ ибн Бәһәғетдин (Әбү Мөхәммәт) Әстәрәбәди (фарс. شهاب‌الدين فضل‌الله بن بهاءالدين استرآبادی‎; яҡынса 1339 йыл, Әстәрабад, 1394 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1398 йәки 1401—1402 йылдар), Әлинжәҡала, Нахичеванға яҡын) — XIV быуат фарсы[3][4] шағиры һәм философы, шағир Имадетдин Нәсимиҙең уҡытыусыһы.

Нәғими
фарс. فضل‌الله استرآبادی
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1340[1]
Тыуған урыны Горган[d], Иран
Вафат булған көнө 1394[2]
Вафат булған урыны Нахчиван
Үлем сәбәбе Сдирание кожи[d]
Һөнәр төрө шағир, фәлсәфәсе, яҙыусы

Фазлулла 1339—1340 йылдар самаһында Ирандың төньяҡ-көнсығышындағы Әстәрабад ҡалаһында (хәҙерге Горган) тыуған. Ул яҡшы белем ала, әммә ауыр тормош уны бер ваҡыт бүрек тегеп аҡса эшләргә мәжбүр итә. Тик донъяны танып белеүгә һөйөү еңеп сыға һәм ул белем эҫтәп төрлө илдәр буйлап сәйәхәткә сығып китә. Ул Яҡын Көнсығыш һәм Урта Азияның бөтә илдәрендә тиерлек һәм ҙур ҡалаларында була. Билдәле булыуынса, 1369—1370 йылдарҙа Нәғими Исфаһан, 1373—1374 йылдарҙа Мәккә, 1376—1377 йылдарҙа Нишапур, шулай уҡ Хөрәсәнде барып күрә. Был сәйәхәттәр барышында Фазлулла Нәғими хүрүфилек тәғлимәтен эшләй, 1376—1377 йылдарҙа Тәбриздә рәсми рәүештә иғлан итә. Ошо сәбәптәр арҡаһында хуруфиттар Әзербайжанды Сарзамин-е рестахиз (Уяныу урыны) тип атай[5].

Уның хүрүфилек тәғлимәте Тимериҙәргә оҡшамай, сөнки уның тәғлимәттәрендә династияға ҡаршы ихтилалға саҡырыу була.[6]. Фарман буйынса Нәғими Баҡы ҡалаһында ҡулға алына. Ул Ширван төрмәләренең береһендә тотҡонлоҡта була. Төрмәлә ул үҙенең билдәле «Жәвидәннамә» («Мәңгелек тураһында китап») йәки «Жәвидән-ә Кәбир» («Бөйөк мәңгелек») әҫәрен яҙа, уны уның арҡалаштары Хүрүфилек Ҡөрьәне кеүек хөрмәт итә. Тимериҙәр династияһына ҡаршы сығыштар һөҙөмтәһендә үлем язаһы тураһында указ сығарыла. Хөкөм ҡарарын Аҡһаҡ Тимерҙең улы Миран-шаһ үтәй. Хәбәр итеүҙәренсә, Миран-шаһ Нәғимиҙе Ширван ҡәлғәһендә уны яҡлаусыларының күҙ алдында аҫып ҡуя, ә һуңынан, мәйетен ат ҡойроғона бәйләргә ҡушып, «бөтәһе алдында уны ҡала буйлап һөйрәп йөрөтөргә»ҡуша[6].

  • Жәвиданнамә йәки Жәвидан-е Кәбир (Бөйөк мәңгелек)
  • "Васыятнамә "
  • «Мөхәббәтнамә»
  • «Артнаме» («Тәхет тураһында китап»)
  • «Искәндәрнаме»

Мәҙәниәттә образы

үҙгәртергә
  • «Нәсими» (1973) фильм әзербайжан режиссеры Һәсән Сәйетбейле тарафынан төшөрөлгән . Был фильмда Фазлулла Нәғими ролен Әзербайжан ССР-ы Халыҡ артисы Исмәғил Ғосманлы (1974 йылдан алып) — СССР ҙың халыҡ артисы) башҡара.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #130602957 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Encyclopædia Iranica (ингл.) / N. Sims-Williams, A. Ashraf, H. Borjian, M. AshtianyUSA: Columbia University, 1982. — ISSN 2330-4804
  3. «Nesimi, Seyid Imadeddin.» Encyclopædia Britannica, Online Edition. Дата обращения: 5 июнь 2013. Архивировано 18 ғинуар 2008 года.
  4. Begum Ozden Firat, «Writing Over the Body, Writing with the Body, On Shirin Neshat’s Women of Allah Series» in José van Dijck, Sonja Neef, F. C. J. Ketelaa, «Sign Here!: Handwriting in the Age of New Media», Amsterdam University, 2006
  5. О Фазлуллахе Наими. Дата обращения: 12 октябрь 2012. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  6. 6,0 6,1 О Фазлуллахе Наими. Дата обращения: 12 октябрь 2012. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә