Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы

Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы (6 февраль 1922 йыл — 16 февраль 2004 йыл, Ҡазан) ― ғалим-табип, дерматовенеролог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1982), профессор (1983), Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989)[1].

Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы
Тыуған көнө

6 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

Иҫке Мәңгәр ауылы, Арский район, Татар АССР-ы, РСФСР

Вафат булған көнө

16 февраль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны

Ҡазан, СССР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғабдул Ғәҙелшә улы Нуриев 1922 йылдың 6 февралендә Татар АССР-ының Ар кантоны Иҫке Мәңгәр ауылында тыуған.

1940 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың йәйендә Ҡыҙыл Армияға мобилизациялана. 3-сө Украин һәм 4-се Украин фронтында һуғыша, ҡаты яралана. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә[2]. 1945 йылда демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайта һәм медицина институтында уҡыуын дауам итә. Уны 1950 йылда тамамлай.

1954 йылдан алып 1957 йылға тиклем Республика клиник дауаханаһында тире-венерология бүлеге мөдире булып эшләй. 1957 йылда Республика тире-венерология диспансерының баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1961 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһы мөдире була.

1967 йылда кандидатлыҡ, 1982 ― докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай[2]. 1983 йылда профессор итеп һайлана. 1989 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Нуриев Ғабдул Ғәҙелша улы «Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы» почетлы исеменә лайыҡ була. Шул уҡ йылда Татарстан дерматовенерологтарының ғилми йәмғиәте рәйесе итеп һайлана. 1990 йылда профессор-консультант булып китә.

Тире ауырыуҙары патогенезында микроблы аллергия һәм аутоаллергия проблемалары буйынса 100-ҙән ашыу хеҙмәт авторы. Стрептококка һәм стафилококкҡа аллергияһы булған хроник дерматоз менән ауырығандарҙы үҙенсәлекле гипосенсибилизациялау терапияһының яңы методикаһын эшләй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә
  • Роль аллергических и аутоаллергических факторов в патогенезе микробной экземы // Вестник дерматологии и венерологии. 1971. № 11.
  • Случай гипертрофического твердого шанкра // Вестник дерматологии и венерологии. 1980. № 9.
  • Специфическая гиперсенсибилизирующая терапия больных дерматозами растворимыми бактериальными аллергенами // Вестник дерматологии и венерологии. 1987. № 7.
  • Павлухин Я. Г. История медицины Татарстана в лицах. Казань, 1997.
  • Профессор Габдул Гадельшевич Нуреев // Казанский медицинский журнал. 2002. № 1.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә