Нуретдинов Әнүәр Нуретдин улы

Нуретдинов Әнүәр Нуретдин улы (1916 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Әнүәр Нуретдинов
Тыуған ваҡыты

1916({{padleft:1916|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Үрге Маншыр ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1939—1946

Часть

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында:

  • 5-се гвардия миномёт дивизияһының 22-се гвардия миномёт бригадаһы
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Нуретдинов Әнүәр Нуретдин улы 1916 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Үрге Маншыр ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1]. Әсәһе — Сәйҙә Шәйхетдинова[2].

1939 йылдың ноябрендә Мурманск өлкәһенең Кировск район хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла[3].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың июленән 1941 йылдың ноябренә тиклем Көнбайыш фронтта, артабан Үҙәк фронтта була. Ҡаты яралана. 1943 йылдың мартынан 1-се Белоруссия фронты 3-сө армия 5-се гвардия миномёт дивизияһының 22-се гвардия миномёт бригадаһы составында машина водителе булып хеҙмәт итә. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалының бүләкләү ҡағыҙына ярашлы, Әнүәр Нуретдинов хеҙмәтен үтәгәндә үҙен ҡурҡыу белмәҫ яҡшы водитель итеп күрһәткән. Уның машинаһы боҙолмай һәм аварияға эләкмәй 7000-дән ашыу километр юл үткән, юлдар батҡаҡланған осорҙа һәм Орёл-Курск йүнәлешендәге операция барышында дошман уты аҫтында ауыр шарттар булыуына ҡарамаҫтан оҙайлы рейстар яһап, бригаданы ваҡытында аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән[1].

Артабан Белоруссияны һәм Польшаны азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша.

 
Германия парламенты бинаһы — Рейхстаг диуарындағы Әнүәр Нуретдиновтың автографы

Германия парламенты бинаһы — Рейхстагты алғандан һуң уның диуарында үҙенең автографын яҙып ҡалдырған. Был автограф әлеге көнгә тиклем һаҡланған һәм ул Рейхстаг бинаһының төньяҡ флигелендә, беренсе ҡаттың төньяҡ диуарында урынлашҡан[4]. Автографтың беренсе өлөшө ғәрәп графикаһында башҡорт телендә яҙылған: «Башҡортостан. Юғары Маншар. Нуртдинов Әнүәр», аҫҡы өлөшө рус телендә башҡарылған: «Башкирия. Верх. Манчар. Нуртдинов Анвар»[3].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (25.08.1943)[1]
  • 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордены (9.04.1985)[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 ЦАМО РФ. Ф. 33, оп. 686044, д. 57, л. 342
  2. Нурдинов Анвар Военно-пересыльный пункт
  3. 3,0 3,1 Башкортостан в Рейхстаге // «Три шурупа» информационно-публицистический портал.
  4. Karin Felix. Ich war hier, Berliner Wissenschafts — Verlag, 2018.
  5. ЦАМО РФ. Юбилейная картотека награждений, шкаф 43, ящик 6, номер документа 84
Документтар
Медаль «За боевые заслуги».
Орден Отечественной войны 2-й степени.