Мусин Ноғман Сөләймән улы

совет башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры
(Нугуман Сулейманович Мусин битенән йүнәлтелде)

Мусин Ноғман Сөләймән улы (17 июль 1931 йыл — 31 октябрь 2021 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). 1958 йылдан — КПСС, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

Ноғман Мусин
Исеме:

Мусин Ноғман Сөләймән улы

Тыуған көнө:

17 июль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Маҡар районы[1]Ҡолғона ауылы

Вафат булған көнө:

31 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1954 — 2021

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981);
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ҡолғона ауылында тыуған. 1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына.

Һалдаттан ҡайтыу менән, (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Өфөлә, ауырыуҙан һуң, билдәле прозаик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин вафат булды, — тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.[2] Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, яҙыусының бөтә ғаиләһе коронавирус менән ауырыған, ошо көндәрҙә генә ҡыҙы был сир эҙемтәләренән вафат булған.

Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау.

1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа.

«Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.

Китаптары

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Тормошо һәм ижады тураһында

үҙгәртергә
  • Байымов Р. Н. Ижад баҫҡыстары. — «Ағиҙел» журналы, 2006 й., № 7, 71-75-се биттәр.
  • Байымов Р. Н. Тәрән кисерештәр. — «Ағиҙел», журналы, 2001 й., № 7, 114-121-се биттәр.
  • Байымов Р. Н. Кешеләр — ил һәм ер биҙәге. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 17 июль, № 136.
  • Әминев Ә.М. Төп шөғөлө — ижад. — «Ағиҙел» журналы, 1991 й., № 7, 131-135-се биттәр.
  • Әминев Ә.М. Батыр тураһында роман. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 7, 160-163-сө биттәр.
  • Әминев Ә.М. Заман йылъяҙмасыһы. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 17 июль, № 136.
  • Ринат Камал. Уҙаман урманы. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 13 июль, № 138.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Һөйөнөсөнә ҡарағанда көйөнөстәре. — «Ағиҙел» журналы, 1986 й., № 12, 113-121-се биттәр.
  • Шәрипова З. Я. Урмандарыбыҙ уҙаманы. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 10 ноябрь, № 220.
  • Ғарипова Т. Х. Ноғман урмандары. — «Ватандаш» журналы, 2000 й., № 1, 32-34-се биттәр.
  • Хәбиров Ә.Х. Һуҡмаҡтар оло юлға илтһен. — Йәнле шишмәләр. Өфө, «Китап», 1996 й., 104-114-се биттәр.
  • Мырҙағолова З.Ғ.Дәүер рухы. — «Ағиҙел», 2004 й., № 1, 98-103-сө биттәр.
  • Мырҙабаева Ф. Р. «Мин дә бөгөнгө аяуһыҙ ысынбарлыҡта йәшәйем…» — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 26 октябрь, № 208.
  • Ҡотлогилдина З. С. Шаула, урман, мәңге шаула. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 15 июль, № 140.
  • Әлибаев З. А. Башҡорт романистикаһында эпик ҡоласлылыҡ. — «Ватандаш», 2006 й., № 2, 115-125-се биттәр.
  • Поварисов С. Ш. Йөрәктә ҡайнаған һүҙҙәр. «Башҡортостан» гәзите, 2011 й., 9 сентябрь, № 181 .
  • Аҙнағолов Р.Ғ. Аҡ болан эҙенән. — «Башҡортостан» гәзите, 2011 й., 16 июль, № 144.
  • Әбүзәров С. Н. Күңелендә — урман шауы. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 17 февраль, № 18.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ноғман Мусин : биобиблиогр. күрһ. / Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы. Мәғлүмәт һәм библиогр. бүлеге; сост. Ф. Мусина; ред. З. Собханғолова, М. Әминова; отв. за вып. И. В. Үтәгәнов . — Өфө: [НБ РБ], 2001. — 80 б.: фото. — Текст на башк., тат., рус. яз. . — Именной указ. с. 76-80 . — На обл. загл. на рус. яз. . — 200 экз. — ISBN

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар