Ноғман (исем)
Ноғман — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәНоғман — ғәрәп исеме Нумандан алынған, «ҡан» мәғәнәһен һәм «сәскә төрөн» аңлатҡан ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәНоғман Хәмитов (1790 йыл —?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Ноғман Мусин (17 июль 1931 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). 1958 йылдан — КПСС, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
Ноғманнасир Мәҙиәров (1782 йыл —?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Фамилияларҙа
үҙгәртергәНоғманов Иҙрис Мөҙәрис улы (1 сентябрь 1952 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты.
Ноғманов Усман Ноғман улы (5 май1905 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия ҡыҙылармеецы.
Ноғманова Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы(22 август 1972 йыл) — бейеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы (Барый Ноғоманов) (8 апрель 1936 йыл) — яҙыусы һәм журналист, 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
Топонимдарҙа
үҙгәртергәНоғман (Силәбе өлкәһе) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Мөслим ауыл биләмәһе составына инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |