Ноғманов Усман Ноғман улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Ноғманов Усман Ноғман улы(5 май 1905 йыл[1]20 март 1980 йыл)[1]-112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия ҡыҙылармеецы.

Ноғманов Усман Ноғман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 5 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Боғҙан ауылы, Миәкә районы, СССР
Вафат булған көнө 20 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Боғҙан ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ат ҡараусы, Умартасы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d] һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Һуғышҡа тиклем

үҙгәртергә

Ноғманов Усман Ноғман улы 1905 йылда Башҡортостандың Миәкә районы Боғҙан ауылында Ноғман Ғәбделфәрит улы ғаиләһендә тыуа. Усман Ноғман улы һуғышҡа тиклем өйләнә.Тәүге ҡатыны- Миәкә районы[1] Йәнәби ауылынан.Әхиәр исемле улдары тыуа. Миәкә районы Сулпан ауылынан өйләнгән икенсе ҡатынынан Нәжибә (1932 йылғы)һәм Хәнә(1929 йылғы) исемле ҡыҙҙары тыуа.Ҡыҙҙарҙың әсәләре ауырып үлеп китә.Усман Ноғман улы Миәкә районы Ишле ауылынан Мәғзүбә исемле ҡатынға өйләнә.2 малайҙары тыуа.(1936, 1940 йылғылар). Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.Ике йәтим һәм үҙенең ике балаһы менән,Мәғзүбә ирен һуғышҡа оҙатып ҡала.

Һуғыш осоро

үҙгәртергә

Ноғманов Усман Ноғман улы 1941 йылда Миәкә районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия[1] сафына алына.112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында кавалерист-разведчик булып хеҙмәт итә.1942 йылдың июнь аҙағында, Воронеж ҡалаһы янында барған ҡаты алышта арҡаһына снаряд ярсығы инә.8 ай госпиталдә ята. Операция ваҡытында өс ҡабырғаһы киҫелә.

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

1942 йылдың аҙағында тыуған ауылына ҡайта. Тыуған колхозында агротехник, ат ҡараусы, янғын һүндереүсе,һуңғараҡ умартасы булып эшләй.Ғаиләлә тағы бер-бер артлы алты бала тыуа. Улы Ноғманов Кәбир Усман улы- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләй. Усман Ноғман улы ҡатыны Мәғзүбә менән 45 йыл бергә ғүмер кисерәләр.Һуғыш ветераны 1980 йылдың 20 мартында тыуған ауылында вафат була.

Ноғманов Усман Ноғман улының исеме «Они вернулись с победой.Списки военнослужащих,вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» баҫмаһының 8-се томына [2] һәм Миәкә районының Боғҙан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташтағы исемлеккә индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Шаймуратовцы-воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. Нугуманов Усман Нугуманович.
  2. редкол.: Х. Х. Ишмуратов и др. «Они вернулись с победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» / редкол.: Х. Х. Ишмуратов и др. — Уфа: Китап, 2004. — Т. Т. 8: Российская Федерация. Республика Башкортостан. Город Кумертау, Кушнаренковский, Куюргазинский, Малеузовский, Мечетлинский, Миякинский районы.. — 653 с. — ISBN 5-295-03393-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә