Нойхаузер Адель

австрия театр һәм кино актрисаһы

Адель Нойхаузер (нем. Adele Neuhauser) род. 1959 йылдың 17 ғинуарында тыуған) — австрия театр һәм кино актрисаһы[5], Австрия киноһы академияһы (Akademie des Österreichischen Films) ағзаһы.

Нойхаузер Адель
нем. Adele Neuhauser
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған көнө 17 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3] (65 йәш)
Тыуған урыны Афина, Греция[4]
Хәләл ефете Золтан Пол[d]
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры
Әҫәрҙәр исемлеге Tatort: Angezählt[d]
Ойошма ағзаһы Австрийская киноакадемия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Нойхаузер Адель Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1959 йылдың 17 ғинуарында Афинала тыуған. Дүрт йәшендә ғаиләһе менән Грециянан Австрияға, күсеп киләләр, Венала йәшәйҙәр. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, грек атаһы Георг менән йәшәй. Ун йәшендә ул үҙенең беләҙек, тамырҙарын киҫә, һуңынан ғаиләһенән ҡасып китә, тағы бер нисә тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалырға тырышып ҡарай.

Адель үҫмер сағынан уҡ актриса булырға теләй. 1976 йылдан 1978 йылға тиклем ул Краусс Театраль училищеһында (Schauspielschule Krauss) уҡый. Егерме йәшендә Германияға күсеп килә һәм Мюнстерҙа, Эссендә, Майнцта һәм ҡайһы берҙә Венала театр сәхнәһендә сығыш яһай башлай. Бер үк ваҡытта кинола һәм телевидениела төшә. 2008 йылда Рейнке шеше (Reinke-Ödem) сире һәм уның артабанғы өҙлөгөүе арҡаһында, Нойхаузерҙың тауыш ярыларына (йыйырсыҡтарына) операция яһала.

 
Адель Нойхаузер ROMY 2012 премияһы менән

2011 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем актриса Österreichischer Rundfunk (ORF) австрий каналында күрһәтелгән «Tatort» телесериалында роль башҡара..[6]

2014 года йылдан үҙенең улы гитарасы Джулиан Пайзс (Julian Pajzs) менән «Die letzten ihrer Art» әҙәби-музыкаль постановкала ҡатнаша.

Адель Нойхаузер шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: балаларға ярҙам итеүсе Plan International Deutschland хәйриә ойошмаһын булдырыуҙа ҡатнаша һәм уның бағыусылыҡ советы ағзаһы була. 2016 йылда "Tatort"тың башҡа ҡатнашыусылары менән бергә Weißer Ring ассоциацияһының хәйриә юбилей кампанияһында ҡатнаша.[7].

Сериалдың иң популяр башҡарыусыһы булараҡ, 2012, 2013 һәм 2014 йылдарҙа бер нисә премияға, 2016 һәм 2017 йылдарҙа иһә иң популяр актриса булараҡ, бер нисә тапҡыр Romy (Auszeichnung) наградаһына лайыҡ була.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Ире — актёр һәм режиссёр Пол Золтан (Zoltan Paul) менән айырылышҡандан һуң, Адель Нойхаузер Грац Музыка һәм театр университетын тамамлаған улы Джулиан Пайзс менән Венала йәшәй. Джулиан Пайзс — джаз музыканты, гитарала уйнай.

Аделдың өләсәһе менән олатаһы рәссам булған: олатаһы Венала Рәссамдар йортонда сграффито төшөргән, өләсәһе Вена Рәссамдар йорто оҫтаханаларында эшләгән. Уның ҡустыһы Peter Marquant та рәссам һөнәренә эйә.

Фильмографияһы

үҙгәртергә
  • 2016: «Tatort: Die Kunst des Krieges»[8][9]
  • 2009: «Цветок пустыни»
  • 2009: «Телефон полиции — 110»
  • 2006: «Где Фред?»
  • 2003: «Школьницы»
  • 2003: «Розенхаймские копы»
  • 2008—2011: «Дневник доктора»

Адель Нойхаузерҙың билдәле яҡташтары

үҙгәртергә
  • Брентано Антония17801869) Австрия сәнғәте коллекционеры, меценат һәм Людвиг Ван Бетховендың яҡын дуҫы.
  • Флёге Эмилия — австрия тегенсеһе һәм модельеры, рәссам Густав Климттың моделе, музаһы. 1904 йылда ҡыҙ туғандары Паулина һәм Һелена менән бергә Венаның Мариахильфер-штрассе урамында «Апалы-һеңлеле Флёге» тип аталған эксклюзив һәм экстравагант мода салонын аса.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Adele Neuhauser // Discogs (ингл.) — 2000.
  3. Adele Neuhauser // Munzinger Personen (нем.)
  4. Deutsche Nationalbibliothek Record #128584297 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. Adele Neuhauser. Дата обращения: 1 май 2019. Архивировано 1 май 2019 года.
  6. Frank Rauscher, Teleschau-Mediendienst: Adele Neuhauser. — Kommissarin an der Wand. 2019 йыл 1 май архивланған. Interview anlässlich Tatort: Ausgelöscht am 29. Mai 2011. In: tatort-fundus.de. Abgerufen am 14. Juni 2011.
  7. Adele Neuhauser: «Opfer nicht alleine lassen». Дата обращения: 1 май 2019. Архивировано 1 май 2019 года.
  8. "Tatort"-Kritikerspiegel: Zuhälterschlümpfe mit Nasenbluten  (нем.), ZEITMagazin (3. SEPTEMBER 2016). 9 август 2018 тикшерелгән.
  9. Kuschel, Sven. „TATORT“-INSPEKTOR BEANTWORTET DIE WICHTIGSTEN FRAGEN: Was steht im Buch „Die Kunst des Krieges“?  (нем.), Bild (04.09.2016). 9 август 2018 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә