Эмилия Луиза Флёге (нем. Emilie Louise Flöge 30 август 1874(18740830), Вена — 26 май 1952, Вена) австрия тегенсеһе һәм модельеры, рәссам Густав Климттың моделе, музаһы һәм туғандарса яҡын дуҫы. Рәссам Эмилияның ике портретын: беренсеһе —1891 йылда 17 йәшлек ҡыҙ сағында һәм икенсеһе — үҙ-үҙенә ышанған 30 йәшлек ҡатын осоронда, 1902 йылда яҙа. Элис Штробль картинаның эскиздарын тикшереүҙәренә ярашлы, билдәле «Үбеү» картинаһында [7][8] рәссам менән бергә Эмилия Флёге һүрәтләнгән.

Флёге Эмилия
нем. Emilie Flöge
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Emilie Louise Flöge
Тыуған көнө 30 август 1874({{padleft:1874|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][4][3]
Тыуған урыны Вена, Австро-Венгрия[3]
Вафат булған көнө 26 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][4][3] (77 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Союздаштар тарафынан оккупацияланған Австрия[d][3]
Ерләнгән урыны Венаның Үҙәк зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Герман Флёге[d]
Бер туғандары Helene Flöge[d][5] һәм Pauline Flöge[d]
Сожитель Густав Климт[d]
Һөнәр төрө модельер, модель, сәнғәт коллекционеры
Милке Груша[d][6]
Изображение памятной доски
 Флёге Эмилия Викимилектә
Густав Климт. Эмилия Флёгеның ун ете йәшлек портреты. 1891. Шәхси йыйынтыҡ
Густав Климт. Эмилия Флёге портреты. 1902. Вена ҡалаһы музейы

Биографияһы үҙгәртергә

Эмилия Флёге Художество академияһын тамамлаған (1837—1897) Герман Флёге (1837—1897) менән уның хәләл ефете Штагль Барбараның күбекле тәмәке торбалары фабриканты ғаиләһендә тыуған. Эмилиянан тыш Флёге ғаиләһендә өлкән улы Герман, ҡыҙҙары Паулина менән Һелена булған[9]. Эмилия Флёге 17 йәшендә, өлкән апаһы Һелена уның ҡустыһы Эрнстҡа кейәүгә сыҡҡанда, Густав Климт менән таныша. Флёге Эмилия Бургтеатрҙа Климттың түшәм фрескаһы өсөн рәссамға һын булып торорға килгән була[10]. Дәртле ғишығына, бер ҡасан да Климт тормошонда берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булмаясағын аңлап, Эмилия 1899 йылда уҡ нөктә ҡуя. Улар айырылышҡан мәлгә Климт 19 йәшлек Альма Шиндлерға ғашиҡ була, ә уның ике моделе Мария Учицки һәм Мария Циммерман унан йөклө була. Шуға ҡарамаҫтан, Эмилия Флёге менән Густав Климт ышанысҡа һәм яратыу хисенә нигеҙләнгән бик яҡын мөнәсәбәттәрҙе ғүмерлеккә һаҡлап ҡалды. Күп ваҡытын бергә үткәрәләр, тамашасыларға пар булып сығалар. Густав Климт үлем түшәгендә тап Эмилияны саҡырған. Бер ҡасан да өйләнмәгән Климт үлгәндән һуң тап Эмилия Флёгены Вена йәмғиәте уның тол ҡатыны итеп ҡабул итәсәк, рәссам мираҫының бер өлөшө уға биреләсәк. Эмилия ла Климттан һуң үҙенең шәхси тормошон яйға һалмай, рәссам мираҫын һаҡлаусы ролендә ҡала[11]. Шул маҡсатта ул ателье өҫтөндәге фатирында айырым бүлмә бирә[12]. Климт та, Флёге ла үҙ мөнәсәбәттәренә бер ҡасан да комментарий бирмәне, ә ул үлгәндән һуң, Һеленаның бер туғанының ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, Эмилия рәссамға яҙған хаттарын яндырған. 1983 йылда Эмилия Флёгеның архивы асыла, унда 1897—1917 йылдарҙа Климт тарафынан ебәрелгән дүрт йөҙгә яҡын почта карточкаһы һәм хаты бар, әммә был мөхәббәт хаттары түгел, ә ғәҙәти ҡыҫҡа көндәлек һәм көнкүреш хәбәрҙәре булып сыға[13].

Апалары кеүек, Эмилия тегенсегә уҡый. 1904 йылда апалары менән бергә Венала Мариахильфер-штрассе урамында «Апалы-һеңлеле Флёге» тип аталған эксклюзив һәм экстравагант мода салонын аса. Мода салонын биҙәү менән Йозеф Хоффман һәм Коломан Мозер шөғөлләнде, улар бер йыл элек «Вена оҫтаханалары» дизайнер студияһына нигеҙ һалған һәм уны вертикаль һәм горизонталь стилдә ыҡсым ҡара-аҡ стилдә башҡарған[10]. Һелена Доннерҙың һеңлеһе әйтеүенсә, апалы-һеңлеләр кулинария күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар өсөн униформа тегеү һөҙөмтәһендә кәрәкле башланғыс капитал туплаған. Эмилия ғаилә предприятиеһында продукцияның дизайны өсөн яуап биргән, Һелена клиенттарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән, ә Паулина ҡағыҙ эшен үҙ өҫтөнә алған[14]. Флёге салонының "Вена оҫтаханалары"на яҡынлығы эстетик концепцияла ғына түгел, дизайнға һәм сифатҡа дәғүәләрҙә лә, клиент төркөмөнөң ҙур булмауында ла сағылыш тапты. Густав Климттың апалы-һеңлеле Флёгеның салоны өсөн кейем моделдәрен конструкторлауҙа ни тиклем әүҙем ҡатнашыуы билдәһеҙ, әммә «Вена оҫтаханалары» өлгөләренең һәм Климт картиналары орнаменталистикаһының яҡынлығы күҙгә ташлана[14]. Эшһөйәр Эмилия Флёге үҙ сиратында рәссамға эшендә, атап әйткәндә, 1908 йылдың йәйендә һәм 1909 йылда Стокле фризы эскиздарын ваҡытында эшләп бөтөрөргә ашыҡҡанда, ярҙам иткәне билдәле[15][12].

Эмилия Флёге "мода баш ҡалаһы"ндағы яңы тенденциялар хаҡында хәбәрҙар булыу өсөн йылына ике тапҡыр Парижға барған. «Тормош реформаторҙары» һәм Поль Пуареның модалы коллекцияһы тәьҫирендә, 1906 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға корсетһыҙ һәм киң салбарһыҙ ампир күлдәктәр кейергә тәҡдим итеүсе, Эмилия Венала медицина һәм эстетика күҙлегенән сығып ҡарағанда өҫтөнлөктәргә эйә булған иркен һәм ирекле «реформа күлдәктәрҙе» алға этәреү менән шөғөлләнә: улар ҡатын-ҡыҙҙың эске органдарын да ҡыҫмаған, иркен хәрәкәт итеү мөмкинлеген биргән. Бынан тыш, «реформалы күлдәктәр» ҡатын-ҡыҙҙар эмансипацияһы — үҙаң, шәхес азатлығы һәм ир-егеттәр өҫтөнлөгөнән ҡотолоу идеяларына яуап биргән. Эмилияның һыҙатлы һәм «Хоффман шашкалы» билдәле күлдәктәренең дизайны ла Вена оҫтаханаһына барып тоташа[10]. «Реформалы күлдәктәр» яңы барлыҡҡа килгән буржуазияның элитар даирәләрендә рекламалана һәм күп халыҡтың таныуына өлгәшә алмай. Париждан айырмалы рәүештә, консерватив Венала быуаттар сигендә «реформа күлдәген» кейеп йәмғиәткә күренеү өсөн етерлек ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Берта Цукеркандль-Шепс хәтерләүенсә, 1913 йылда юбка-салбар кейгән Поль Пуаре манекенщицаларының Вена Кернтнерштрассеһында күренеүе полицейскийҙарҙың ҡыҫылышын талап иткән транспорт коллапсы барлыҡҡа килә. Предприятиеның уңышы дәлилдәре һаҡланмаған: 1945 йылда Эмилия Флёге фатирындағы янғында бөтә документтар юҡҡа сыға. «Апалы-һеңлеле Флёге» салоны 1938 йылда ябылған: уның клиенттарының күбеһе йәһүд ҡатындары булған һәм был ваҡытҡа Венанан киткән, йәки национал-социалистар ҡорбаны булған. Салон клиенттары — Элизабет Ледерер, Адель Блох-Бауэр, Евгения Примавези, Фридерика Мария Беер Флёге моделдәренә оҡшаған кейемдәрҙә Густав Климт портреттарында мәңгеләштерелгән[16].

Эмилия Флёге XIX быуат Көнбайыш һәм Моравия Словакияһынан милли һәм халыҡ кейемдәре коллекцияһын йыйған, әлеге ваҡытта ул Вена биҙәү-ҡулланма сәнғәте музейында һаҡлана һәм 369 самаһы туҡыу объекты иҫәпләнә[14].

Мәҙәниәттә үҙгәртергә

Эмилияның тормошона, Климттың «Үбеш» картинаһы менән бәйле, Элизабет Хикейҙың «Һүрәттәге үбеү» (The Painted Kiss) исемле китабы арналған. 2006 йылда Рауил Руистың «Климт» нәфис фильмында Эмилия Флёге ролен актриса Вероника Феррес башҡара.

Флёге Эмилияның билдәле яҡташтары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #29148996005659752475 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Gadzinski A. Emilie Flöge // KALLIOPE Austria (нем.): Frauen in Gesellschaft, Kultur und WissenschaftWien: Bundesministerium für Europa, Integration und Äußeres, 2015. — S. 99. — ISBN 978-3-9503655-5-9
  4. 4,0 4,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  5. Deutsche Nationalbibliothek Record #118956701 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. https://harvardartmuseums.org/collections/object/299849
  7. Horncastle/Weidinger, 2018
  8. Penck/Weidinger, 2013
  9. Sternthal, 2005, Tod und Veränderung
  10. 10,0 10,1 10,2 Wien um 1900, 1989, Emilie Flöge, Gustav Klimt und das "Japanische" Wien
  11. Horncastle/Weidinger, 2018, Familienbande
  12. 12,0 12,1 Klimt persönlich, 2012, "Liebe Emilie!"
  13. Sternthal, 2005, Emilie Flöge
  14. 14,0 14,1 14,2 Pallestrang, 2015
  15. Sternthal, 2005, Ortswechsel
  16. Horncastle/Weidinger, 2018, Fotokunst und Mode
  17. Adele Neuhauser. Дата обращения: 1 май 2019. Архивировано 1 май 2019 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Mona Horncastle, Alfred Weidinger. Familienbande // Gustav Klimt. — Christian Brandstätter Verlag, 2018. — 320 S. — ISBN 9783710602528.
  • Barbara Sternthal. Diesen Kuss der ganzen Welt. — Wien: Styria Verlag, 2005. — 238 S. — ISBN 978-3222131653.
  • Wolfgang G. Fisher with Dorothea H. Ewan (1997). "Gustav Klimt and Emilie Floege: An Artist and His Muse, " Woman’s Art Journal 17:2, p. 42.
  • Hickey, Elizabeth (2005). The Painted Kiss: A Novel, Atria Books, New York, ISBN 0743492609 (Der gemalte Kuss, Bloomsbury, Berlin 2005, ISBN 3827006279).
  • O’Connor, Anne-Marie (2012). The Lady in Gold, The Extraordinary Tale of Gustav Klimt’s Masterpiece, Portrait of Adele Bloch-Bauer, Alfred A. Knopf, New York, ISBN 0-307-26564-1
  • Wien um 1900: Klimt, Schiele und ihre Zeit / Ausstellung des Eröffnungsjubiläums des Sezon Museum of Art. — 1989. — 538 S.
  • Pallestrang, Kathrin. Die Textilmustersammlung Emilie Flöge im Österreichischen Museum für Volkskunde [Текст] : Katalog zur Ausstellung / Kathrin Pallestrang. — 2., verb. Aufl. — Wien: Österreichisches Museum für Volkskunde, 2015. — ISBN 978-3-902381-51-4.
  • Agnes Husslein-Arco (Hg.). Gustav Klimt. Der Kuss / Mit einem Text von Stefanie Penck und Alfred Weidinger. — Jovis Verlag GmbH, 2013. — 125 S. — ISBN 978-3-86859-309-9.
  • Klimt persönlich: Bilder — Briefe — Einblicke: [anlässlich der Jubiläumsausstellung zum 150. Geburtstag von Gustav Klimt: Klimt P

ersönlich. Bilder — Briefe — Einblicke, 24.4.2012 — 27.8.2012 im Leopold-Museum, Wien] / hrsg. von Tobias G. Natter, Franz Smola u. Peter Weinhäupl. — Wien: Ch. Brandstätter, 2012. — 431 S. — ISBN 978-3-85033-628-4.

Һылтанмалар үҙгәртергә