Ниғмәтулла (исем)
Ниғмәтулла — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Ниғмәтулла |
Этимологияһы
үҙгәртергәНиғмәтулла — башҡорт теленә ғәрәп, фарсы телдәренән ингән «ниг»-мәт+улла» (алла) мәғәнәһен аңлатҡан ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәНиғмәтулла Бирҙебаев (1789—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Изге Ниғмәтулла әл-Хәрдини тыуғанда бирелгән исеме Йософ Кәссәб (1808 йылда төньяҡ Ливандағы Хәрдин ауылында тыуған, 1858 йылдың аҡъюлай (декабрь) айының 18 көнөндә Киффәндә вафат булған[5]) — Католик Сиркәүенең изгеһе, маронит. Көнсығыш католиктары — марониттар ғаиләһендә тыуған, тыумышта уға Йософ исеме ҡушылған. 1828 йылда изге Антоний исемле маронит орденына инә, 1830 йылдың 14 ҡырпағай (ноябрь) көнө мәнге монах анттарын бирә, 1845 йылдан алып өс йыл буйы ошо уҡ ордендың генераль ассистенты вазифаһын биләй. 1858 йылдың 14 декабрь (аҡъюлай) көнө вафат булған.1998 йылдың 7 һарысай (сентябрь) көнө Папа Иоанн Павел II Ниғмәтулланы бәрәкәтлеләр рәтенә, ә 2004 йылдың 17 һабанай (май) көнөндә изгеләр рәтенә индергән[5]
Фамилиялар
үҙгәртергәНиғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы (8 декабрь 1946 йыл — 26 июнь 2019 йыл) — дин әһеле. 1992—2019 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2016) ордены һәм Рәсәй Мөфтөйҙәре советының 2‑се дәрәжә «Әл‑Фәхр» (2006), «Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2017) ордендары кавалеры (2007).
Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы (1924—2002) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Ниғмәтуллин Мулланур Абдулхай улы (1941—2002) — актёр, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1989).
Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (1908—1980), ғалим-инженер. Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1955).
Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы (1941—2005) — шағир, БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).
Ниғмәтуллин Урал Миңлебай улы (8.03.1961), радиожурналист, йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы (1974 т.) — Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры.
Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы, Әхәт Зәйни (1921 т.) — әҙәбиәт белгесе, шағир, филология фәндәре докторы (1993 .
Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы (1933—2001) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы (20 апрель 1952 йыл) — комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. Нефтехимия һәм химмотология өлкәһе белгесе. Техник фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының бүлек ағзаһы, Рәсәй инженер академияһының, ағза-корреспонденты, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы[3], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
Ниғмәтуллин Руслан Рауил улы (1979) — скульптор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — скульптура сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн (2010). Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы (2011).
Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (17 июнь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1971), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991, математика, механика, информатика секцияһы), 2017 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океонология институтының ғилми етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының элекке президенты, Рәсәй Федерацияһы 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.
Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы (рус. Нигматуллин Акрам Агзамович; 16 февраль 1946 йыл — 5 март 2007 йыл) — хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре, 1990 йылдан Баймаҡ районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе (1985—1990) Юғары Советы һәм 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ауылдар
үҙгәртергәНиғмәтулла (рус. Нигматуллино) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |