Викидатала элемент юҡ

Нияз — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Нияз — фарсы теленән — нияз (бүләк)+ҡол, бүләк бала.[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Ниязбай Булатбай улы Сәлимов (27 сентябрь 1958 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1992).>

Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (12 февраль 1884 йыл — 18 апрель 1920 йыл) — драматург, мәғариф хеҙмәткәре. Милләте — башҡорт.

  • Ниязғол (рус. Ниязгулово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишбирҙе ауыл Советы биләмәһенә тура килгән ауыл. 1934 йылда Исмаҡай ауылы башҡорттары тарафынан булдырылған[1]. 1960-сы йылдарҙа ауылдар исемлегенән төшөп ҡалған.

Нияҙғол (рус. Ниязгулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[1]. Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834004.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Ниязғол — Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романында Ниязғол бай. Башҡорт яҙыусыһы «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәре «Ырғыҙ» (1942—1952) йылдарҙа яҙыла. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ