Авксентьев Николай Дмитриевич
Авксентьев Николай Дмитриевич (29 ноябрь 1878 йыл — 4 март 1943 йыл) — Рәсәй империяһының сәйәси эшмәкәре. Өфө дәүләт кәңәшмәһе тарафынан һайланған Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең («Өфө директорияһы»ның) 1918 йылдың сентябрь—ноябрендәге рәйесе.
Авксентьев Николай Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 29 ноябрь 1878[1] |
Тыуған урыны | Пенза, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 март 1943[2] (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Хәләл ефете | Мария Самойловна Тумаркина[d] |
Балалары | Александра Николаевна Авксентьева[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Классическая гимназия № 1 имени В. Г. Белинского[d] |
Ғилми дәрәжә | фәлсәфә докторы[d] |
Кемдә уҡыған | Классическая гимназия № 1 имени В. Г. Белинского[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Социалист-революционерҙар партияһы[d] |
Тасуирлау биттәре | marxists.org/glossary/pe… |
Авксентьев Николай Дмитриевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Дмитриевич Авксентьев 1878 йылдың 29 ноябрендә Пенза ҡалаһында чиновник ғаиләһендә тыуған. Дворян. Пенза гимназияһын тамамлай, Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында уҡый (1899 йылда студенттарҙың сыуалыштары менән бәйле ҡыуыла), Берлин, Лейпциг, Гейдельберг һәм Галльск университеттарында уҡый, философия докторы дәрәжәһе ала.
1905 йылдан социалист-революционерҙар Партияһы ағзаһы; 1907 йылдан — партияның Үҙәк Комитеты ағзаһы. 1905—1907 йылдарҙағы революция ҡатнашыусыһы, Петербург эшсе депутаттары советында эсерҙар фракцияһын етәкләй, башҡарма комитеты ағзаһы һәм рәйесе урынбаҫары була. Советтың башҡа етәксе эшмәкәрҙәре менән бергә ҡулға алына, 1906 йылдың көҙөндә асыҡ суд процессы алдына сығып баҫып, унда үҙенең партияһының позицияһын яҡлай. Бөтә төп ғәйепләнеүселәр кеүек, хөкөм ителә һәм Себергә ебәрелә, сит илгә ҡаса.
1907—1917 йылдарҙа эмиграцияла, «Хеҙмәт байрағы» исемле эсерҙар гәзитендә мөхәррир булып эшләй, террорға ҡаршы сығыш яһай. Эсерҙарҙың уң ҡанатының лидеры булып тора, император режимы менән көрәштең легаль формаһы өсөн сығыш яһай. Беренсе донъя һуғышы йылдарында оборона позицияһын биләй.
Февраль революцияһынан һуң Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы, бөтә Рәсәй крәҫтиән депутаттары советы рәйесе итеп һайлана, икенсе коалицион Ваҡытлы хөкүмәт составында эске эштәр министры булып тора, Бөтә Рәсәй демократик кәңәшмә рәйесе һәм унда һайланған Рәсәй республикаһы Ваҡытлы советы («Парламент алды») рәйесе итеп һайлана. Пенза губернаһынан Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышы депутаты итеп һайлана.
1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Тыуған илде һәм Революцияны ҡотҡарыу комитетын ойоштороусыларҙың береһе, Учредителдәр йыйылышын һаҡлаусылар Союзы етәкселәренең береһе була, шуның өсөн яңы властар уны Петропавловск ҡәлғәһенә бикләй. И. И. Манухин үҙенең хәтирәләрендә яҙғанса, Авксентьев «Тәре» дауаханаһынан юстиция халыҡ комиссары эсер Исаак Штейнберг ҡыҫылыуы арҡаһында ғына сығарыла[3].
1918 йылдың март айынан Рәсәй яңырыу Союзы етәкселегенә инә. Социалист-революционерҙар Партияһы Үҙәк Комитеты ҡарары буйынса, 1918 йылдың май аҙағында Себергә сығып китә, эсерҙар уны большевиктар режимына ҡаршылыҡ күрһәтеү базаһы итеп ҡарай. 1918 йылдың сентябрендә Өфө дәүләт кәңәшмәһе рәйесе итеп һайлана һәм унда ойошторолған, Рәсәй көнсығышының тарҡау, большевиктарға ҡаршы хөкүмәттәрен берләштереүсе, Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен етәкләй («Директория»). 1918 йылдың 18 ноябре төнөндә А. А. Аргунов, В. М. Зензинов һәм Е. Ф. Роговский менән бергә ҡулға алына һәм 20 ноябрҙә мәжбүри сит илгә ебәрелә.
1918—1940 йылдарҙа төрлө эмигранттар ойошмаларында әүҙем эшмәкәрлек алып бара, «Төньяҡ йондоҙ» (ВВФ- Францияның Бөйөк Көнсығышы) Париж масон ложаһының досточтимый мастеры (масон ложаһының баш офицеры), «Хәҙерге заман яҙмалары» журналын баҫтырып сығара. 1940-сы йылдарҙа АҠШ-ҡа күсеп китә, унда «Азатлыҡ өсөн» журналын сығара. 1943 йылдың 4 мартында Нью-Йоркта вафат була.
«Илаһи кеше. Ницше мәҙәни-эстетик идеалы» китабы авторы (1906).
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Беренсе ҡатыны — Тумаркина Мария Самойловна (Маня), икенсе никахта Цетлина.
- Ҡыҙы — Александра Авксентьева, рәссам, Александра Прегель исеме аҫтында нығыраҡ билдәле, Наталья Гончарованың уҡыусыһы.
- Икенсе ҡатыны (1922 йылдан) — Берта Михайловна (1896—1970), тыумыштан Маркушевич, эсер, В . Маклаковтың сәркәтибе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ И. И. Манухин. Воспоминания о 1917—1918 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — Авксентьев Николай Дмитриевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фигатнер Ю. Ю. Авксентьев Николай Дмитриевич // Политические деятели России 1917: Биографический словарь / Гл. ред. П. В. Волобуев.. — М.: Большая Российская энциклопедия год=1993. — С. 10 - 12. — 432 с. — (Биографические словари и справочники). — 25 000 экз. — ISBN 5-85270-137-8.
- Аракелова М. П., Городницкий Р. А. Николай Дмитриевич Авксентьев: министр, партийный лидер, человек. // Вестник Московского университета. Серия 21: Управление (государство и общество). — 2005. — № 1. — С.66 — 77.