Николаевск өйәҙе (Һамар губернаһы)
Николаевск өйәҙе — 1835—1928 йылдарҙа Рәсәй империяһында һәм РСФСР-ҙа булған административ-территориаль берәмек. Өйәҙ ҡалаһы — Николаевск.
Николаевск өйәҙе | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1835 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Пугачёвский уезд |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ үҙәк | Пугачёв ҡалаһы[d] |
Административ-территориаль берәмек | Һамар губернаһы, Һарытау губернаһы[d] һәм Түбәнге Волга крайы[d] |
Халыҡ һаны | 619 111 кеше (1 (14) ғинуар 1910)[1] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 11 июнь 1928 |
Майҙан |
28 196,9 квадратная верста, 2 642 459 десятина (1905)[2] |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәҺамар губернаһының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан була, 2 868 396 дисәтинә ер биләй. Урынының характеры буйынса өйәҙ күп төрлөлөктән ғибәрәт.
1896 йылда 494 249 кеше йәшәй. 276 ауыл була, шуларҙың 18-дә 500-ҙән ашыу хужалыҡ. Бөтәһе 68 183 хужалыҡ. Был өйәҙҙең халыҡ составы бер төрлө булған бер генә ауылы ла юҡ.
Халыҡ һаны буйынса һәм сауҙа буйынса иң әһәмиәтле ауылдары булып Балаково ауылы, Екатеринштадт, Оло Глушица, Клинцовка, Марьевка, Пестровка, Перелюб һәм Каменный Брод (Таш Кисеү) ауылдары тора. Уларҙа почта учреждениелары бар. Өйәҙҙә бөтәһе 56 улус. Нотариустар Балаково, Екатеринштадт һәм Оло Глушицала була.
Географияһы
үҙгәртергәРельефы
үҙгәртергәКөнсығыш яҡтан өйәҙгә Дөйөм Һырт ҡалҡыулығы инеп тора. Уның армыттарының береһе Кәмәлек, өс Чиж, Ҡамыш, Семениха һәм Алтата йылғалары араһынан көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған, икенсеһе көньяҡ-көнбайышҡа Волгаға ҡарай йүнәлгән. Киңлеге урыны менән ун саҡырым һәм унан да артығыраҡ булған, бик күп йырындар һәм үҙәндәр менән йырғысланған һуңғы Һырт, бер яҡтан Оло Ырғыҙ һәм Оло Ҡарамалы йылғаларына ҡойоусы йылғалар өсөн төньяҡ-көнбайыш битләү, икенсе яҡтан Оло һәм Кесе Үҙән, Еруслан йылғаларына ҡойоусы йылғалар өсөн көньяҡ-көнсығыш битләү булып хеҙмәт итә. Дөйөм Һырт үҙенең көньяҡ һуҙымында тау һырты тәбиғәтен юғалта һәм һыуһыҙ далаға әйләнә. Николаевск ҡалаһы эргәһендә үк урын шыма киң тигеҙлекккә әйләнә. Тик Николаевск өйәҙенең Яңы Үҙән өйәҙе менән сигендә, Оло Ҡараман йылғаһы башынан алыҫ түгел, икһеҙ-сикһеҙ үҙән уртаһында, бейек һәм ҙур, әйләнәһе 5 саҡырым булған, Яблоновый Һырт тип аталған уба осрай.
Гидрография
үҙгәртергәОло Ырғыҙ йылғаһы өйәҙҙе ике тигеҙ тиерлек өлөшкә бүлә, өҫтәүенә төньяҡ өлөшө көньяғына ҡарағанда ағыусы һыуҙар менән нығыраҡ һуғарыла. Төньяғын Оло Ырғыҙ ҡушылдыҡтарынан тыш, Кесе Ырғыҙ, Чагра һәм Моча йылғалары, көньяғын бары тик Ырғыҙ йылғаһы ҡушылдыҡтары ғына һуғара. Оло Ырғыҙ йылғаһы өйәҙ буйынса 1 мең саҡрымдан кәм булмаған һуҙымда аға. Ул бер туҡтауһыҙ төрлө яҡҡа борғоланып аға, Николаевск ҡалаһынан алып Волгаға тиклем тура йүнәлеш буйынса аҡҡан өлөшө 70 саҡрымдан кәмерәк, ә Ырғыҙ йылғаһы ағымы буйынса 400 саҡрымға тиклем. Кесе Ырғыҙ өйәҙ биләмәләрендә 150 саҡрым аға. Уның һыуы тоҙло һәм ләм еҫе сыға. Ҡушылдыҡтарынан Солянка йылғаһының ғына һыуы тоҙло, ҡалғандары сөсө һыулы. Чагра йылғаһы Николаевск өйәҙе менән Һамар өйәҙе араһындағы сик буйлап 100 саҡрым тирәһе аға. Уның һыуы еҫле һәм ҡулланыуға яраҡһыҙ. Артабан өйәҙ буйынса Моча йылғаһы (110 саҡрым), Кесе Ҡараман (80 саҡрым) аға. Иң ҙур күлдәре: Тяглая ауылы эргәһендәге киңлеге 200 сажин һәм оҙонлоғо 2 саҡрым булған күл, һәм Пестровка ауылы эргәһендә оҙонлоғо 1200 сажин булған Богатое күле.
Геология
үҙгәртергәГеология йәһәтенән өйәҙҙе ике өлөшкә бүлеп була: убалы көнсығышҡа һәм далалы көнбайышҡа. Беренсеһендә тупраҡ башлыса боронғо ултырма тоҡомдарҙан барлыҡҡа килгән, икенсеһендә — арал-каспий ултырма тоҡомдарынан. Оло Ырғыҙ йылғаһы сығанаҡтары янында бик ҡаты, кварцлы ҡомташтар һәм аҡбур осорона ҡараған аҡһыл-һоро кварц тоҡом осрай. Бында, бигерәк тә Чиж йылғаларына яҡын, ишелмәләр йәки түмәләстәр бай таш сығарыу урыны булып торалар, уларҙан эргә-тирәләге крәҫтиәндәр тимән ташы һәм ваҡ таш, эзбизле, ҡомло, ҡырағай таш һәм, ниһайәт, ҡом сығаралар. Көньяҡҡараҡ киткән һайын Һырт ташлыраҡ була бара һәм пирамидалар йә харабалар рәүешендә күҙ алдына баҫа. Яблоновый Һырттың балсыҡлы убаларынан, Оло Ҡушым йылғаһының уң яғында һәм Волга йылғаһына параллель, Таш Һырт исеме аҫтында билдәле булған боронғо убалар теҙмәһе китә, ул Падовка йылғаһына тиклем һуҙыла. Таш Кисеү (Каменная Сарма) һәм Столыпин ауылдарына яҡын, бөтә даланы төҙөлөш ташы менән тәьмин итеүсе убалар яталар. Урыны менән убаларҙа ҡаты һары-һоро эзбизташ асыла, уның өҫтөндә тығыҙ, асыҡ-һары эзбизлы мергель ята. Эзбизле ҡалын ҡатлам өйәҙҙә бөтә ерҙә лә осрай. Березова ауылы эргәһендә охра-һары, йомшаҡ һәм ҡомло-тупраҡлы мергель осрай, уның аҫтында эзбизлы шпат менән киҫкеләнгән һары-һоро эзбизташты ҡапланған ҡаты ҡыҙғылт-һары эзбизташ. А. А. Штукенбергтың тикшеренеүҙәре буйынса, өйәҙҙең күп кенә урындарында юра осорона ҡараған төрлө ташҡа әүерелгән ҡалдыҡтар табылған. Волга йылғаһы ярына яҡыныраҡ, Балаково һәм Покровка биҫтәһе араһында, һары тупраҡҡа оҡшаш йоҡа ҡатлаулы балсыҡтан һәм ҡомдан торған сөсө һыулы ҡалын ҡатлам һуҙыла. Өҫтәүенә бөтә был ҡатламдарҙа, бөтә ерҙә тиерлек, ҡабырсаҡтар осрай: Planorbis marginatus, Pl. sperolbis һәм башҡалар. Был ерҙең йылғалары һәм йырындары тик сөсө һыулы ҡатламдарҙы белендерә. Өйәҙҙең үҙәгендә, Оло Ырғыҙ йылғаһынан Яңы Үҙәнгә тиклем бөтә юлда бик күп шишмәләрҙең һыуҙары төрлө-төрлө тоҙҙарға бай, әммә тар үҙәктәрҙә ямғыр һыуы сөсө булып ҡала.
Өйәҙҙә төрлө төҫтәрҙә төҫмөрләнешле ҡыҙыл балсыҡлы ҡара тупраҡ (ҡара, ҡара-көрән, тик көрән һәм һоро). Волга йылғаһының бөтә яры буйынса тоҙло тупраҡ массаһы менән ҡатнаш бер ниндәй бәйләнешһеҙ ҡомло тупраҡ. Столыпин минераль һыуҙары урынлашҡан Каменная Сарма улусында тоҙло тупраҡ күп. Бында йылға һыуы ла, өлөшләтә ҡоҙоҡ һыуы ла тоҙға бай, эсер өсөн яраҡһыҙ.
Экология
үҙгәртергәӨйәҙ тупрағы шул тиклем ярлыланған, хатта крәҫтиәндәргә бүлеп бирелгән ерҙәрҙә белотурка бойҙайы уңыш биреүҙән туҡтаған; тоҡом малы ла яҡшырмай. Флораның элек булған төрҙәренең күптәре бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Оло Ырғыҙ, Чагра һәм башҡа йылғаларҙың яр буйҙарында үҫкән имән һәм ҡайын урмандары юҡ ителгән. 1879 йылда 24954 дисәтинә урман булған, 1895 йылда 15985 дисәтинә генә ҡалған. Урмандарҙа элек бик күп аҫтар, көҙәндәр, һыуһарҙар, йылға һәм күлдәрҙә ҡаҙҙар һәм аҡҡоштар, урман участкаларында ҡырғауылдар һәм башҡа ҡоштар тереклек иткән, хәҙер күпселек өлөшө юҡҡа сыҡҡан. Көслө елдәр йәй ҡоролоҡ, ҡыш ҙур бурандар барлыҡҡа килтерә. Урмандарҙың булмауы өйәҙҙең гидрографияһына ла йоғонто яһай: күп ваҡ йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, ҡайһы бер күлдәр ҡыйланып бысраҡ һаҙлыҡтар барлыҡҡа килтергән.
Тарихы
үҙгәртергәБыл яҡтарға беренсе булып ҡалмыҡтар, башҡорттар, ҡарағалпаҡтар һәм ҡаҙаҡтар күсеп килеп төйәкләнгән. Уларҙан һуң күп һанлы ҡурғандар, боронғо мәсет емереклектәре һәм ҡәбер таштары ҡалған. Бигерәк тә, татарҙар баҫҡыны ваҡытында ҡарауыл кешеләре өсөн туҡтау урыны булып хеҙмәт иткән, Оло Ырғыҙ йылғаһы эргәһендәге Мостовское ҡурғаны әһәмиәтле. Өйәҙ ҡурғандарында күп боронғо ҡомартҡылар, татар тәңкәләре табылған.
Тәүге урыҫ ауылдары бында Ҡазан һәм Әстерхан батшалыҡтарын буйһондорғандан һуң барлыҡҡа килә, әммә улар күп булмай. Ултыраҡ-игенселек халыҡ менән колониялаштырыу 1716, 1718, 1727 һәм 1762 йылдар указдары нәтижәһендә расколсылар общиналары тарафынан башлана.
Раскольниктар-старообрядсыларға молокандар эйәрә, улар XVIII быуат аҙағында 970 кеше тәшкил итә. Екатерина II императоры саҡырыуы буйынса немец колониялары килә; 1773 йылда инде 5009 кешенең 24-е улар була.
Өйәҙ 1835 йылда Һарытау губернаһы составында Хвалынск һәм Вольск өйәҙҙәренең Волга аръяғы өлөштәренән төҙөлә.
1851 йылда өйәҙ яңы ойошторолған Һамар губернаһы составына тапшырыла.
Яһалма һуғарыу буйынса проект
үҙгәртергәДалаларҙы һәм болондарҙы яһалма һуғарыу һәм ағастар ултыртыу маҡсатында Г. И. Жилинский етәкселегендә экспедиция ойошторола. Ул 1880 йылда ирригация эштәре башлай. Кесе Ырғыҙ йылғаһына ҡойоусы Солянка ҡоро һыҙаһында плотина ҡорола. Был плотина арҡаһында быуа барлыҡҡа килә. Быуаның оҙонлоғо 650 сажин, киңлеге 18 сажиндан 49 сажинға тиклем, тәрәнлеге плотина эргәһендә 2,70 сажин, һыйҙырышлылығы 32 400 куб сажин була. Оҙонлоғо 960 сажин, майҙаны 57 660 квадрат сажин, тәрәнлеге 2,90 сажин, һыйҙырышлылығы 83 500 куб сажинға тиклем булған икенсе киң быуа, шулай уҡ плотина ярҙамында, Россошь йырыны бассейнында төҙөлә. Башҡа төрлө ҡоролмалар ҙа булдырыла. Экспедиция тарафынан ҡаҙна ерҙәрендә бөтәһе 4 быуа төҙөлә; уларҙың өҫкө йөҙө майҙаны 574 дисәтинә, күләме 670 мең куб сажин, лимандарының йөҙө 2 100 дисәтинә, дөрөҫ ер һуғарыу йөҙө 1 950 дисәтинә. Бынан тыш, крәҫтиәндәрҙең ерҙәрендә һыу эсереү өсөн дөйөм майҙаны 95 дисәтинә булған 5 быуа төҙөлә. Уларҙың дөйөм һыу күләме 320 мең куб сажин. Шуның менән бергә 450 дисәтинә лиманды һәм 600 дисәтинә сәсеүлекте һуғарырға мөмкин була. Бер дисәтинә ерҙе һуғарыу хаҡы лиман өсөн 5 һумдан 20 һумға тиклем, тура һуғарыу 45 һумдан 90 һумға тиклем тәшкил итә.
Совет власы йылдарында
үҙгәртергә1918 йылда өйәҙ ҡалаһы Николаевсктың исеме Пугачев тип үҙгәртелә, ә Николаевск өйәҙе Пугачев өйәҙе тип атала башлай.
1921—1924 йылдарҙа өйәҙҙең бер өлөшө үҙаллы Балаково өйәҙе булып айырылып сыға.
Пугачев өйәҙе 1928 йылдың 21 майына тиклем Һамар губернаһы составына инә. Ә 1928 йылдың 21 майынан 1928 йылдың 11 июненә тиклем Түбәнге Волга өлкәһенең өлөшө була. 1928 йылдың 11 июненән Пугачев өйәҙе РСФСР-ҙың Түбәнге-Иҙел крайының Пугачев округы итеп үҙгәртелә.
Административ-территориаль бүленеше
үҙгәртергә1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Һамар губернаһының Пугачев өйәҙенә түбәндәге волостар инә:
- 1. Балаковка, Балаково ауылы
- 2. Березовка
- 3. Берёзовая Лука.
- 4. Оло-Глушица
- 5. Оло-Чернигов
- 6. Давыдов
- 7. Иваново
- 8. Ивантеевка — Ивантеевка ауылы
- 9. Имилеевка
- 10. Канаевка
- 11. Корнеевка
- 12. Красноярск
- 13. Криволучье-Сура — Криволучье ауылы
- 14. Күҙәбай
- 15. Липовка — Липовка ауылы
- 16. Любицкий
- 17. Кесе-Быковка
- 18. Марьевка
- 19. Моршанск
- 20. Надеждинка
- 21. Түбәнге-Покровка
- 22. Николевка
- 23. Перелюб — Перелюб ауылы
- 24. Пестравск
- 25. Смоленск
- 26. Старая Порубежка
- 27. Сухая Вязовка
- 28. Сухой Отрог
- 29. Хворостянка
Халҡы
үҙгәртергә
|
Өйәҙҙә башҡорттар 7 мең, татарҙар 1100 самаһы була. 1858 йылдан 1887 йылға тиклем 29 йыл эсендә халыҡ 63380 кешегә арта. 1896 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 494249 кеше (246686 ир-ат һәм 247563 ҡатын-ҡыҙ): православие динендәгеләр 382965, раскольниктар 46770, католиктар 10842, протестанттар 41365, мосолмандар 11126, йәһүдтәр 242, башҡа динлеләр 939. Дворяндар 268, рухани ҡатламдар 1682, почетлы граждандар һәм сауҙагәрҙәр 876, мещандар 1217, хәрби ҡатлам кешеләре 8564, крәҫтиәндәр 481245, башҡа ҡатлам кешеләре 397.
Немец колониялары
үҙгәртергәНемец колониялары, улар 26, Оло Ырғыҙ тамағынан Кесе Ҡарман тамағына тиклем 75 саҡрымға Волганың һул яры буйлап һуҙылғандар. Уларҙа бөтәһе 6740 хужалыҡ, 49274 кеше. Уларҙа ер биләү формаһы электән община. Ерҙе бергәләп эшкәртеү арҡаһында, халыҡҡа аҙыҡ-түлек ссудаһы алыу кәрәкмәй. Общиналар аҙыҡ-түлеккә йәки яланға орлоҡ сәсеү өсөн улус кассаһынан аҡса алалар (улус капиталы 170 мең һумға тиклем ҡулаҡса). Колонияла 106598 дисәтинә һөрөнтө ер; һабан, урғыс машина һәм башҡа камиллаштырылған ҡорамалдар таралған. Баронскта игенселек ҡорамалдары эшләүсе завод төҙөлгән. Бүлеп бирелгән 10 дисәтинә уңайлы ергә 30 баш продукция бирә торған мал тура килә. 1889 йылда колонияларҙа 7649 һыйыр, 8401 мөгөҙлө мал, 21226 һарыҡ һәм кәзә, 7845 сусҡа була. Тәмәкеселек менән колонистар колонияға нигеҙ һалынғандан алып шөғөлләнәләр. 1894 йылда тәмәке сәсеүлеге 1028 дисәтинә була, 58058 1/2 бот урыҫ, немец һәм төрөк тәмәкеһе йыйып алына. Йәшелсәселек һәм баҡсасылыҡ үҫешкән. Баҡсаларҙа алмағастар күп; ҡайһы бер колонияларҙа көнбағыш, бөтнөк, ромашка, кольраби (кәбеҫтә төрө) һәм башҡаларҙы сәсәләр.
Иҡтисады
үҙгәртергәЕр биләү
үҙгәртергәҠаҙнаға 234577 дисәтинә, уделға 102065, дворяндарға 306668 дисәтинә, сауҙагәрҙәргә һәм мещандарға 416011 дисәтинә, монастырҙарға һәм сиркәүҙәргә 10723 дисәтинә, ауыл йәмғиәтенә 1 824 992 дисәтинә ер ҡараған.
Өйәҙҙә 1895 йылда насар ерҙәр 332870 дисәтинә иҫәпләнгән.
Игенселек
үҙгәртергәАуыл халҡының төп шөғөлө игенселек. 1895 йылда бүлеп бирелгән ерҙә 364788 дисәтинә, үҙ ерҙәрендә 49555 дисәтинә, ҡуртымға алынған ерҙә 81356 дисәтинә ер сәселә. Йыл һайын уртаса (дисәтинәләрҙә) 101500 дисәтинә арыш, 290500 дисәтинә бойҙай, 34200 дисәтинә һоло, 12400 дисәтинә арпа, 15 дисәтинә борай, 500 дисәтинә ҡарабойҙай, 39150 дисәтинә тары, 1350 дисәтинә кукуруз, 2140 дисәтинә борсаҡ, 4100 дисәтинә картуф, 750 дисәтинә етен һәм 300 дисәтинә киндер сәселә. Уртаса йылына 2290200 бот арыш, 6110500 бот бойҙай, 1100100 бот һоло, 260300 бот арпа, 150 бот борай, 8500 бот ҡарабойҙай, 500970 бот тары, 65100 бот кукуруз, 58300 бот борсаҡ, 990500 бот картуф, 16500 бот етен орлоғо, 8100 бот сүс, 7500 бот киндер орлоғо, 3200 бот сүс йыйып алына. 1895 йылда 37798 дисәтинә һыубаҫар болондан һәм 205747 дисәтинә һыу баҫмаған болондан 12107991 бот бесән йыйыла. 80 йәмғиәттә ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ үҫтереү, 60 йәмғиәттә баҡсасылыҡ үҫешкән. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 4998 баҡсасы-крәҫтиән була. 354 умартасыла 3917 умарта була. Йәмәғәт һөрөнтө ерҙәре 12275 дисәтинә, общиналарҙа 284 дисәтинә.
Малсылыҡ
үҙгәртергә1895 йылда өйәҙҙә 184345 ат, 128470 мөгөҙлө мал, 211125 ябай һарыҡ, 20456 нәҙек йөнлө һарыҡ, 26416 сусҡа, 4114 кәзә, 116 дөйә иҫәпләнә. 8 ат заводында 49 нәҫел айғыры һәм 482 бейә малы була. 1100 баш тоҡом малы һәм ярым тоҡом малы булған 12 ҙур ферма була.
Кәсеп
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбен алыу осоронда өйәҙҙә 28503 кеше кәсеп менән шөғөлләнгән. 15651 кеше ауыл хужалығы йәки игенселек кәсебе, 12852 кеше игенселектән башҡа кәсеп (ылаусылыҡ, ҡамсы үреү, ойоҡ һәм башҡалар етештереү) менән шөғөлләнгән. 2000 самаһы кеше ҡырға йөрөп кәсеп итә.
Сәнәғәт предприятиелары
үҙгәртергә1895 йылда 150 завод һәм фабрика була. Уларҙа 535 эшсе эшләй, тауар әйләнеше 264301 һум тәшкил итә. 149540 һум әйләнешле 2 крупчатка (иң яҡшы бойҙай оно етештереү), 57000 һум әйләнешле пар тирмәне, 2 сало иретеү заводы, 1 һабын етештереү заводы, 7 күн заводы, 2 поташ, 17 май һығыу заводы, 28 ярма етештереүсе, 73 һарыҡ тиреһен эшкәртеүсе, 1 һалат етештереүсе предприятиелар; 2 суйын ҡойоу, 7 кирбес эшләү, 6 балсыҡ көршәктәр яһау, 1 таҡта ярыу заводы була.
Сауҙа
үҙгәртергәТөп сауҙа предметы — икмәк. Мөһим һатып ебәреү пункттары — Волга буйы пристандары: Һамар, Балаково, Баронск, Духовницк, Хвалынск, Екатериновка, Николаевск ҡалаһы. Йәрминкәләр 87; 1446100 һумлыҡ тауар алып киленә, 346326 һумлыҡ һатыла.
Мәғариф
үҙгәртергәӘгәр йәмғиәт йорт төҙөп хужалыҡ сығымдарын үҙ өҫтөнә алһа, өйәҙ земствоһы училищеларҙы тәьмин итеүҙә ҡатнаша. 1894 йылда 84 ирҙәр (4669 уҡыусы) һәм 12 ҡатын-ҡыҙҙар (1028 уҡыусы) земство-йәмәғәт училищеһы була. 4 училищела һөнәрселек бүлексәләре була. 1895 йылда тағы 5 училище асыла. 343 малай һәм 61 ҡыҙ курс тамамлай. Земство йылына сиркәү-мәхәллә мәктәптәренә һәм мәктәптәргә 1500 һумға грамота бирә. Бөтәһе 130 мәктәп булып, уларҙа 4753 уҡыусы уҡый. Гимназияла (2), университетта (1) һәм Һамар уҡытыусылар мәктәбендә (2), бөтәһе 5 кеше земство иҫәбенә уҡый. 1894 йылда халыҡ мәғарифына земство 36668 һум, ауыл йәмғиәте 113459 һум аҡса тотона. 84 уҡыусыһы булған 2 икенсе милләтле мосолман училищеһы, колонияларҙа (сит илдән йәки өлкәнән буш ятҡан ергә күсеп ултырған халыҡтың ауылы) 9427 уҡыусыһы булған 27 училище була. Екатеринштадт ауылында урыҫ-үҙәк училище. Китапхана-уҡыу бүлмәләре 3.
Сиркәү
үҙгәртергә2 православие монастыры (икеһе лә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы) һәм 3 старообрядсылар монастыры (2-һе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы) була. 164 православие сиркәүе, 8 старообрядсылар, 32 расколсылар ғибәҙәтханаһы, 10 рим-католиктар сиркәүе, 32 лютерандар храмы; синагога (йәһүдтәрҙең ғибәҙәт йорто), 17 мәсет була. 7 православие һәм старообрядсылар часовняһы.
Медицина
үҙгәртергә12 земство табип участкаһы була. Һәр участка менән табип етәкселек итә. Уның эргәһендә фельдшер, фельдшер-акушер йәки акушерка була. Ҡала участкаһында тағы ла 2 фельдшер өҫтәлә. 40 урынлыҡ ҡала дауаханаһынан тыш 35 урынлыҡ 3 ауыл дауаханаһы, 34 карауатлыҡ 10 ҡабул итеү бүлмәһе, 5 фельдшер пункты була. Медицинаға бөтә сығым 59 228 һум тәшкил итә. Губерна земствоһы өйәҙҙә 5 ветеринар табип тота. Өйәҙҙә ветеринар эшенә бөтә сығымдар 1894 йылда 10 074 һум тәшкил итә. Николаевск ҡалаһында 1 земство дарыуханаһы, 5 ирекле дарыухана була.
Земство сығымдары, һалымдар һәм йыйымдар
үҙгәртергә1894 йылда земствоның бөтәһе 196487 һумлыҡ сығымы була, шул иҫәптән 96555 һумы мотлаҡ сығым. Земство идаралығын тотоуға 13080 һум тотонола. Земство почтаһы була. Тикшеренеүҙәр буйынса 1887—1888 йылдарҙа донъяуи сығымдар 416039 һум тәшкил итә, шул иҫәптән көтөүселәргә 250875 һум, мәктәптәргә 9400 һум, сиркәүҙәргә һәм сиркәү хеҙмәтселәренә 20574 һум, писарҙарға 22250 һум, старосталарға 6290 һум һ. б. йүнәлтелгән. Ауыл йәмғиәттәре оброк аҡсаларынан 160701 һум алғандар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Подковыров Н. Г. Список населенных мест Самарской губернии (урыҫ) — Самара: 1910. — С. XI. — 425 с.
- ↑ Подковыров Н. Г. Список населенных мест Самарской губернии (урыҫ) — Самара: 1910. — С. XII. — 425 с.
- ↑ Список населенных мест Самарской губернии, по сведениям 1889 года (урыҫ) — Самара: 1890. — С. XII.
- ↑ Тройницкий Н. А. Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. XXXVI. Самарская губерния (урыҫ) — СПб.: 1904. — Т. XXXVI. — С. 1. — 220 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Сборник статистических сведений по Самарскому уезду» (т. VI, Н. у.)
- Остальную литературу см. Самарская губерния#Литература.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Николаевск, уездный город Самарской губернии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Николаевский уезд // Электронная библиотека Самарской ОУНБ. Раздел Уезды Самарской губернии