Нигяр ханым
Нигяр ханым (тур. Nigâr Hanım, ғосман. نگار خانم; 1856, Истанбул, — 1 апрель, 1918, ИстанбулИстанбул) — ғосман шағирәһе һәм яҙыусыһы[4][5].
Нигяр ханым | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғосман империяһы |
Титул | Khanum[d] |
Тыуған көнө | 1856[1][2][3] |
Тыуған урыны | Истанбул, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 1918[1][2] |
Вафат булған урыны | Истанбул, Ғосман империяһы |
Ерләнгән урыны | Ашиян[d] |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, журналист |
Нигяр ханым Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНигяр ханым килеп сығышы буйынса венгр, уның атаһы Маҡар Ғосман-паша Венгрия революцияһы (1848—1849) башланғандан һуң 1848 йылда Венгриянан Ғосман империяһына ҡаса. Нигяр 1856 йылда Истанбулда тыуа. Ул ҡаланың Кадыкей районындағы француз мәктәбендә уҡый, бик иртә йәшенән фортепианола уйнарға өйрәнә, бынан тыш өйрәнеү төрөк, ғәрәп һәм фарсы телдәрен репетитор ярҙамында өйрәнә. Аҙаҡ улфранцуз, грек, немец телдәрен бик яҡшы белә; итальян, әрмән, ғәрәп, фарсы һәм венгр телдәрендә ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә уҡый һәм яҙа, дөйөм алғанда һигеҙ телде белә[6]. Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәттәрен яҡшы белә: француз әҙәбиәтен яратып уҡый һәм француз телендә шиғырҙар яҙа башлай. Тәүге осорҙа яҙылған шиғриәтенә традицион диван стиле хас, әммә һуңыраҡ ижады йоғонтоһо аҫтында Мәхмүт Экрем Реджаизаде һәм башҡа авторҙар ижады йоғонтоһо аҫтында модерн стилен хуп күрә башлай. Нигяр ханым төрөк әҙәбиәтенә көнбайыш стилен индерә һәм Танзиматтан һуңғы осорҙа Ғосман империяһының алдынғы шағирәһе булып китә. Уның шиғриәтенә ҡатын-ҡыҙ стиле хас. Шул уҡ ваҡыттағы төрөк гәзиттәрендә уның шиғрпи шәлкемдәре йыш ҡына баҫылып сыға[7].
Гуманитар эшмәкәрлеге өсөн ул солтан Ғабдел Хәмиттән II дәрәжә Мәрхәмәтлелек орденын ала.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында, сирләү сәбәпле, кеше араһына һирәк сыға, бикләнеп өйҙә ултырыуҙы хуп күрә. Нигяр ханым Истанбулда 1918 йылдың 1 апрелендә вафат була[8].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәАтаһы уны ун дүрт йәшендә кейәүгә бирә, әммә бер нисә йылдан һуң никах тарҡала, һәм улар айырылыша. Нигярҙың Сәлих Керамет улы булыуы билдәле. Ул Ғосман империяһының һуңғы хәлифе Ғәбдел-Мәжит Икенсенең балаларын уҡыта. Ғосмандар династияһы ағзаларын илдән ҡыуып сығарыу тураһында 1924 йылдың 3 мартында 431-се һанлы закон сыҡҡандан һуң Сәлих Керамет Ғәбдел Мәжит менән бергә Төркиәнән сығып китә[9].
Үҙ дәүере өсөе Нигяр ханым йәмғиәттә билдәле шәхес була. Шағирә карьераһынан тыш, уның йәшәү рәүеше йәмғиәткә һәм XIX быуат аҙағында — XX быуат башында ҡатын-ҡыҙҙарҙың киләсәк тормошона ҙур йоғонто яһай[10]. Ул, феминистка булмауына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары тураһындағы ҡараштары үҙ заманынан байтаҡ алда бара.
Библиографияһы
үҙгәртергәШиғырҙарҙан тыш Нигяр ханым бер нисә проза әҫәре яҙа һәм тәржемәләр менән шөғөлләнә.
Уның төп эштәренең тулы булмаған исемлеге:
Шиғриәт:
- I Efsus (1877)
- II Efsus (1891)
- Nîrân (1896)
- Aks-i Sada (1900)
- Safahat-Kalb ı (1901)
- Elhan-Vatan ı (1916)
Пьесаһы:
- Tesir-i Aşk
Мемуарҙары:
- Hayatımın Hikâyesi (1959 баҫыла)
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Адывар, Хәлит Эдиб
- Бәшәр, Нихаль Шюкуф
- Зорлутуна, Хәлит Нусрет
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Nigar Hanim // https://womenwriters.rich.ru.nl/womenwriters/vre/persons/4143e171-d45e-467c-8228-921b3da0035e (ингл.)
- ↑ 2,0 2,1 Nigâr bint Osman // Faceted Application of Subject Terminology
- ↑ Nigar Hanim // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=12533 (нем.)
- ↑ Altıkulaç Demirdağ, Refika (2015). "Şair Nigâr Hanım'ın Eserlerinde Geleneksel Eğitim Anlayışı: ‘Anna’ Dili ve Eleştirisi". International Journal of Languages’ Education and Teaching: 2316-2324. .
- ↑ Altıkulaç Demirdağ, Refika (2015). Nigâr Hanım Toplu Şiirleri. Salkımsögüt. .
- ↑ Nazan Bekiroğlu, Şair Nigar Hanım, İstanbul, 2008 sf 241 .
- ↑ Nazan Bekiroğlu, Şair Nigar Hanım, İstanbul 2008 sf. 267. .
- ↑ Nazan Bekiroğlu . www.nazanbekiroglu.com. Дата обращения: 18 апрель 2016.
- ↑ Küçük, Cevdet. Abdülmecid Efendi // Islam Ansiklopedisi. — İslâm Araştırmaları Merkezi, 1988. — Vol. 1. — P. 264.
- ↑ Kenan Akyüz, (1953 4.baski 1982) Batı Tesirinde Turk Şiiri Antolojisi 1860-1923, İstanbul: İnkılap Kitabevi, s. 217-218. .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Hanım Şair Nigar (Inceleme; Iletişim Yayınları, 1998)
- Cosman, Каро, and Joan Keefe, and Kathleen Weaver, Poets women of The Book Penguin, 1978 Lane Allen London
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья в Литературной энциклопедии
- Нигяр Ханум
- Şair Nigar Hanım 2016 йыл 15 март архивланған.
- Arslanbenzer H. Nigar Hanım: Cry on my own - Daily Sabah (26/08/2016)