Нечаев Леонид Петрович
Леонид Петрович Нечаев (1915 йыл, Пенза губернаһы, Рәсәй империяһы - 1968 йыл, Алабуға, Татар АССР-ы, РСФСР) - совет табибы, хирург, Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1962).)[1].
Леонид Петровичм Нечаев | |
Файл:Нечаев, Леонид Петрович.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергә1915 йылда Рәсәй империяһының Пенза губернаһында тыуған.
Ҡазан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Уны, уҡыу алдынғыһы булараҡ, Куйбышев хәрби-медицина академияһына күсереләр, был уҡыу йортон 1940 йылда тамамлай[1].
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, унда хәрби табип, ялан хирургы була. РККА-ның Баш хәрби-санитария идаралығы начальнигы приказы менән 18-се гвардия миномет полкының өлкән табибы итеп тәғәйенләнде. Был полк һөжүм ваҡытында ҡамауға эләгә. Ҡамауҙа урындағы кеше ҡиәфәтендә йәшенепп йөрөй, ләкин ҡулға алына һәм хәрби әсирҙәр өсөн лагерға оҙатыла[1]. 1945 йылда тыуған яғына ҡайта.
НКВД тарафынан ҡамауҙа ҡалған әсир булараҡ күп тикшереүҙәр үтә. Ул ваҡытта эшһеҙ ҡала. Тикшереүҙәр тамамланғандан һуң, Алабуғала хәрби әсирҙәр өсөн ойошторолған НКВД-ның 97-се лагерына хирург итеп эшкә алына.
Һуңынан Алабуға үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһендә ординатор булып эшләй башлай. Алабуға медицина училищеһында хирургиянан уҡыта. 1955 йылда был ҡалала ҡан биреү пункты асыла, Нечаев бында уның кураторы була. 1959 йылда Алабуға үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһенә мөдир итеп тәғәйенләнә. Татар АССР-ының бер юлы дүрт районында - Мамадыш, Яр Саллы, Бондюг һәм Алабуғала - әйҙәүсе хирург була[2].
1962 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Леонид Петрович Нечаев «Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[3].
1968 йылда йөрәк хәлһеҙлегенән ҡапыл вафат була.
1993 йылда Леонид Нечаевҡа үлгәндән һуң «Алабуғаның почетлы гражданы» исеме бирелә, ҡаланың 4-се биҫтәһе урамдарының береһенә уның исеме менән йөрөтөлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Врач от бога
- ↑ Фотомарафон «100-летие Татарстана»: пункт переливания крови в Елабуге, 1955 год 2022 йыл 14 март архивланған.
- ↑ НЕЧАЕВ ЛЕОНИД ПЕТРОВИЧ (ПОСМЕРТНО)(недоступная ссылка)