БондюгПермь крайының Чердынь районындағы ауыл. Бондюг ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Бондюг
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Бондюжское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Бондюжское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кама
Халыҡ һаны 577 кеше (2010)[2]
Почта индексы 618606
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1579
Карта
 Бондюг Викимилектә

Бондюг тәүге тапҡыр 1579 йылда яҙма сығанаҡтарҙа иҫкә алына. Тәүҙә Харино ауылы булараҡ билдәле. Бында православиеның ағас сиркәүе төҙөлгәндән һуң (1631 йылда) погостҡа (округ үҙәгенә) әйләнә. Исемен Бондюжанка йылғаһы буйынса алған. XIX быуаттың икенсе яртыһында ауылда баржалар төҙөү өсөн таҡта ярыу һәм судноерфь булған. Бында быуат башында эшҡыуар А.П.Рожковтың шәхси пароходсылығы эшләгән. 1930 йылда «Верхокамец» колхозы ойошторола, 1953 йылда эрелеткәндә Хрущев исемен ала, (1957 йылдан — ҡабат «Верхокамец», һуңынан  Жданов исемендәге колхоз тип йөрөтөлә). 1930—сы йылдарҙа Бондюгта кирбес заводы, ә 1930—40-сы йылдарҙа «Төньяҡ» урман сәнәғәте артеле булған.

Бондюг Чердынь өйәҙе Бондюг улусы (XVIII быуат аҙағы — XX быуат башы) һәм Бондюж ауыл советы (2006 йылдың ғинуарына тиклем) үҙәге була[3].

Географияһы

үҙгәртергә

Бондюг ауылы Каманың һул ҡушылдығы Бондюжанка йылғаһы тамағында, район үҙәгенән, Чердынь ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 36 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ иҫәбе
2010[4]
577
 
  •  
    Красноармейская урамы.
  • Урман урамы.
  • Йәштәр урамы.
  • Яр буйы урамы.
  • Пенягин урамы.
  • Совет урамы.
  • Сплавучасток урамы.
 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края (урыҫ)
  3. БОНДЮГ, ЧЕРДЫНСКИЙ РАЙОН, СЕЛО
  4. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края. Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
  5. Регионы России / Пермский край / Чердынский р-н / Бондюг с.. indexp.ru. Дата обращения: 10 января 2016.
  • Шумилов Е. Н. Населённые пункты Пермского края: Краткий исторический справочник. Изд., 2-е, испр. и доп. Пермь, 2012.
  • Алексей Иванов. Сердце Пармы или Черднынь княгиня гор.