Наҡаҫбаш заказнигы

Наҡаҫбаш заказнигыКөйөргәҙе һәм Күгәрсен районы биләмәләрендә урынлашҡан. БАССР-ҙың министрҙар советы 1969 йылдың 18 мартындағы 149-сы һанлы «Наҡаҫбаш республика дәүләт заказнигын төҙөү» тураһындағы постановлениеһы тарафынан ойошторола. Дөйөм майҙаны 23830 гектар. Көйөргәҙе районының 10830 гектар майҙаны инә. Заказник биләмәһендә Наҡаҫ, Керәүле, Тирәкле,Ерекле һәм башҡа ваҡ йылғалар аға.

Заказникта һоро айыу, ҡабан, һеләүһен, бурһыҡ, урман аҫы, ҡондоҙ, аҡ ҡуян, үрғуян, дала бөркөтө, ҡыйғыр һәм башҡа һунар өсөн тыйылған кейек хайуандар һәм ҡоштар бар. Бында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән бәрҙе (балыҡ), ҡыр тауығы, әрмәнде (баҡа), өкө, һарыбаш тумыртҡа һәм башҡа төр йәнлек-ҡоштар һаҡланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ә.Й. Ҡотлоәхмәтов, Л.Р. Хәбибуллина, Г.Н.Басов. «Көйөргәҙе ере: Заман, ваҡиғалар, кешеләр» Ермолаево -2005 йыл. ISBN 5-901834-25-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә