Ҡыйғыр
Инә ҡыйғыр
Инә ҡыйғыр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ыласындар
Ырыу: Ыласындар
Төр: Ҡыйғыр
Латинса исеме
Falco subbuteo
Linnaeus, 1758
Синонимдары, диалекттарҙа

Ҡырғый, ыласын

  • Hypotriorchis subbuteo
ITIS 175654
NCBI 344233

Ҡыйғыр − ыласын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло йыртҡыс урман ҡошо.Ҙурлығы күгәрсендәй. Ыласындар класында иң шәп осҡан ҡош.

Аңлатмаһы үҙгәртергә

 

Биологик яҙма үҙгәртергә

Һырт яғы күкһел һоро. Яурындары, тамағы һарғылт аҡ, түше ҡара таплы аҡһыл һары. Ҡорһағы, ҡойроҡ төбө ерән-ҡыҙыл. Ике яҡ сикәһендә мыйыҡҡа оҡшаған һыҙаттар бар.Күҙ ҡабаҡтары, суҡышының төбө, аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан сикәләрендәге һыҙыҡтар менән айырыла, ә сапсандан байтаҡ бәләкәй. Тауышы яңғырауыҡлы:"ҡыйй-ҡыйй-ҡыйй" йәки "кик-кик-кик". Ҡош- ҡорт аулай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас баштарында, ҡая таштарҙа оялай.Көрән таптар менән сыбарланған 3-4 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була.Элек ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

 
Falco subbuteo