Батыршин Нәҡий Хурамша улы

инженер-төҙөүсе, хеҙмәт алдынғыһы
(Накий Хурамшинович Батыршин битенән йүнәлтелде)

Батыршин Нәҡий Хурамша улы (11 апрель 1932 йыл — 28 май 2002 йыл) — инженер-төҙөүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Батыршин Нәҡий Хурамша улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Айҙарәле, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 май 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Уҡыу йорто Ҡаҙаҡ милли техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Нәҡий Хурамша улы Батыршин 1932 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1959 йылда Ҡаҙаҡ педагогия институтын, 1969 йылда — Ҡаҙаҡ политехник институтын тамамлай. 19521954 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1954 йылда Төркмән ССР-ында ВЛКСМ-дың Ташауз ҡала комитетында эшләй башлай. 1956 йылда комсомол путевкаһы буйынса Ҡаҙаҡ ССР-ының Кустанай өлкәһе Рудный ҡалаһына Соколов-Сарбай тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшөнә килә, 1958 йылда мөһим объект — Рудненск йылылыҡ электр станцияһын төҙөүгә йүнәлтелә. Ташсы булып эшләй, һуңынан — «Соколоврудстрой» тресының «Промстрой-5» төҙөлөш идаралығында комплекслы ташсылар бригадаһы бригадиры була.

Нәҡиә Батыршиндың бригадаһы йылылыҡ электр станцияһының төп корпусы стенаһын һалыуҙы билдәләнгән ваҡытынан 30 көн алда тамамлай, шуның менән турбина һәм ҡаҙан агрегатын графигынан 15 көн алда монтажларға һәм тапшырырға мөмкинлек бирә. Уның тәҡдиме буйынса тәүге тапҡыр төҙөлөштә, металл экономиялау маҡсатында, аҫылмалы баҫмалар ҡулланыла, был тиҫтәләгән эшсе көсөн бушатырға һәм 12 мең һум дәүләт аҡсаһын экономияларға мөмкинлек бирә. ТЭЦ объекттарында бригада норманы ай һайын 125—138 процентҡа үтәй.

Капиталь төҙөлөш буйынса ете йыллыҡ план йөкләмәһен (1959—1965) үтәүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1966 йылдың 11 авгусында Нәҡий Хурамша улы Батыршинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1971—1992 йылдарҙа «Татагропромстрой» тресының 245-се ПМК-һында баш инженер һәм начальник була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены (1966)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Татарстандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6

Һылтанмалар

үҙгәртергә