Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы
Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы, әҙәби псевдонимы Дәрдмәнд (23 ноябрь 1859 йыл — 9 октябрь 1921 йыл) — шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй империяһының 1‑се Дәүләт думаһына Ырымбур губернаһынан депутат (1906). «Ваҡыт» гәзитен һәм «Шура» журналын ойоштороусы. Алтын приискыһы хужаһы. Рәмиевтәр нәҫеленән.
Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы | |
татар. Зәкир Садыйк улы Рәмиев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1859[1] или 23 ноябрь 1859 |
Тыуған урыны | Ергән, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 октябрь 1921 или 9 ноябрь 1921 |
Вафат булған урыны | Орск, Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы Рәмиев 1859 йылдың 23 ноябрендә Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Ергән ауылында тыуған. Уның атаһы Мөхәмәтсадиҡ 1862 йылда Ырымбур губернаһында һабын ҡайнатыу заводы һатып ала, ә ете йылдан һуң алтын табыу буйынса беренсе приискыһын аса. Уның улдары Мөхәмәтзакир менән Мөхәмәтшакир аталарының эшен киңәйтә һәм XX быуат башына хәҙерге Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе территорияһында ҙур табыш килтергән егерме алтын приискыһы ойоштора.
Закир менән Шакирҙы татар теленә лә, рус теленә лә әсәһе өйрәтә. Һуңынан улар башланғыс мосолман мәктәбендә, унан һуң ике ҡыш Орск ҡалаһында, ата-әсә йортонан 70 саҡрым алыҫлыҡтағы Муллаҡай ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыйҙар. Шунан Закир ике йылға Төркиәгә китә. Истанбулда уҡый, төрөк телен һәм әҙәбиәтен, башҡа предметтарҙы өйрәнә.
Төркиәлә уҡып ҡайтҡандан һуң Закир Рәмиев тыуған иленә ҡайта һәм күпмелер ваҡыт Орскиҙа йәшәй. Бында ул сауҙа менән шөғөлләнә, йәйҙәрен алтын приискыһында үткәрә, Төркиәнән ҡайтҡандың икенсе йылына сауҙагәр Бурнаевтың ҡыҙы Мәхүпъямалға өйләнә. Уларҙың һигеҙ балалары тыуа.
Ҡыштарын Закир Рәмиев ғаиләһе менән бергә Ырымбурҙа йәшәй, ижади һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Уның өйөндә татар интеллигенцияһының алдынғы вәкилдәре йыйыла. Ул күп уҡый, Европа буйлап сәйәхәт ҡыла, шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Дәрдмәнд — һағыш шағиры.
Закир йәмәғәт тормошонда әүҙем кеше була — бер нисә тапҡыр Ырымбур ҡала думаһына һайлана, 1906 йылда уны I Дәүләт думаһына депутат итеп һайлайҙар. 1917 йылдың июлендә Ҡазанда Бөтә Рәсәй мосолман ҡоролтайы эшендә ҡатнаша. Ноябрь аҙағында Ырымбурҙа үткәрелгән Дөйөм башҡорт ҡоролтайы Башҡорт республикаһын ойоштороу тураһында иғлан итә. Республика иң элек үҙ территорияһындағы бөтә ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарын, шул иҫәптән Рәмиевтәрҙең приискыларын да, дәүләт милке итеп иғлан итә.
1918 йылдың 23 ғинуарында Ырымбурҙа бөтә власть большевиктар ҡулына күсә. «Ваҡыт» һәм «Шура» сығыуҙан туҡтай. Шәхси типографияһын эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советына тапшырып, 59 йәшлек Закир Рәмиев Ырымбурҙағы йортон, милкен, бай китапханаһын ҡалдырып, ғаиләһе менән Орскиға күсенә.
Ул үҙ-үҙенә бикләнмәй. Орскиҙа милли эштәр буйынса йәш, белемле комиссар Абдулла Дәүләтшин менән аралаша, урындағы интеллигенция менән осраша. 1921 йылдың көҙөндә Ырымбурға барып, ваба сиренән үлгән оло ҡыҙы Өммөгөлсөмдө ерләп ҡайтҡас, Закир Рәмиев ҡаты сирләп китә һәм бер аҙнанан вафат була. Был 1921 йылдың 9 октябрендә була. Хәҙерге Башҡортостан территорияһында үҙ аҡсаһына тиҫтәләгән мәсет, мәктәп һәм дауаханалар төҙөгән, татар һәм башҡорт халҡының мәҙәниәтен, мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән патриоттың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Уны Татарстанда ғына түгел, Башҡортостанда ла хөрмәтләп иҫкә алалар.
Һылтанмалар
үҙгәртергәРәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Dărdmănd // Faceted Application of Subject Terminology