Мөгөҙморондар

йомро тояҡлылар ғаиләһенә ҡараған танау өҫтөндә мөгөҙө булған ҡуш тояҡһыҙ эре һөтимәр хайуан

Мөгөҙморондар [5] (рус. Носорог, лат. Rhinocerotidae) — йомро тояҡлылар ғаиләһенә ҡараған танау өҫтөндә мөгөҙө булған ҡуш тояҡһыҙ эре һөтимәр хайуан. Хәҙерге заманда биш төрө Африкала һәм Азияла киң таралған.[6]

Мөгөҙморондар
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Rhinocerotidae J.E.Gray, 1821[1][2][3]
Таксономия рангыһы ғаилә[1][2]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон непарнокопытные[d][1][2] һәм Rhinocerotoidea[d]
Номенклатурный тип индийские носороги[d][4]
Этот таксон является источником рог[d], рог носорога[d] һәм рог млекопитающего[d]
Төр ареалы картаһы
Коллаж
CITES Appendix Appendix I of CITES[d]
 Мөгөҙморондар Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Хәҙерге заман мөгөҙморондарының төп айырмаһы — моронондағы мөгөҙө. Төрөнә ҡарап улар бер йәки ике булыуы мөмкин, ҡаҙылма мөгөҙморондарҙың ҡайһы бер төрҙәрендә бөтөнләй булмаған. Алғы мөгөҙө морон һөйәгенән, артҡыһы (әгәр булһа) маңлай һөйәгенән үҫеп сыҡҡан була. Ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, мөгөҙ һөйәк туҡымаһынан түгел, ә кератиндан — сәстә лә була торған аҡһымдан тора. Ҡайһы бер браконьерҙар мөгөҙморон мөгөҙөнә ихтыяж юғары булыу сәбәпле күпләп һунар итә, сөнки мөгөҙҙөң шифаһы бар, ир-аттың потенцияһын арттыра тигән яңылыш фекер йәшәп килә. Иң ҙур мөгөҙҙөң оҙонлоғо 158 сантиметр булғанлығы билдәле.

Мөгөҙморон ауыр кәүҙәле, аяҡтары ҡыҫҡа һәм йыуан. Һәр аяҡта өс бармаҡ, улар киң тояҡ менән тамамлана. Тиреһе ҡалын, һоро йәки көрән төҫтә. Азия төрҙәренең аяҡтары һәм муйындары броняға оҡшаған йыйырсыҡлы тире менән ҡапланған. Мөгөҙморон насар күрә, әммә был етешһеҙлектәренә күрә еҫте яҡшы тойоуы һәм яҡшы ишетеүе менән алдыра.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Мөгөҙморон айырым йәшәй, ләкин саванналарҙа ҙур булмаған төркөмдәргә берләшеүҙәре мөмкин. Әгәр инә заты уҙаҡлашырға әҙер булһа, аталары араһында етди алыш башланырға мөмкин. Еңеүсеһе үҙ биләмәләрен экскременттары менән тамғалап сығырға тырыша. Эш уҙаҡлашыуға етһә, ике партнер бер-береһен эҙәрлекләй һәм хатта һуғыша. 18-15 айҙан һуң тыуған балалары инәләре менән ике йыл ярым йәшәй. Әгәр был ваҡыт эсендә тағы ла береһе донъяға килһә, инә өлкәнен ҡыуып ебәрә.

Мөгөҙморон көндөҙ йоҡлай, төндә һәм эңерҙә әүҙем була башлай. Был йәнлек бик һаҡ һәм кешенән ҡаса. Әммә әгәр үҙҙәре өсөн ҡурҡыныс янауын тойһа, һөжүм итә. Күреү һәләте насар булһа ла, улар ҙур мөгөҙҙәре менән ауыр йәрәхәт һалыуҙары мөмкин. Саба башлаһа, мөгөҙморон 45 км/сәғ тиҙлеккә ирешергә мөмкин.

Йыш ҡына мөгөҙморон тирәһендә ҡоштар уралана, уларҙың тиреһенән паразиттарҙы сүпләй. Һирәк осраҡтарҙа балалары йыртҡыс ҡорбаны була ала, әммә өлкәндәренең кешенән башҡа дошманы юҡ.

Класлаштырыу

үҙгәртергә

Хәҙер йәшәгән биш төр дүрт ырыуға ҡарай. Бик һирәк осрай торған суматра мөгөҙмороно уларҙың иң боронғо ("Dicerorhinus") ырыуының берҙән-бер вәкиле булып тора. Мөгөҙморондарҙың Rhinocerotidae ғаиләһе 2 ғаилә аҫтына, шул иҫәптән, 7 трибаға һәм 61 ырыуға бүленә, шуларҙың 57 ырыуы юҡҡа сыҡҡан.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «носорог» мәҡәләһе бар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Wilson D. E., Reeder D. M. Class Mammalia Linnaeus, 1758 // Animal Biodiversity: An Outline of Higher-level Classification and Survey of Taxonomic Richness / под ред. Z. Zhang — 2011. — Т. 3148, вып. 1. — Б. 56–60. — ISBN 978-1-86977-849-1, 978-1-86977-850-7
  2. 2,0 2,1 2,2 Mammal Species of the World (ингл.): A Taxonomic and Geographic Reference / D. E. Wilson, D. M. Reeder — 3 — Baltimore: JHU Press, 2005. — 35, 2142 p. — ISBN 978-0-8018-8221-0
  3. Gray J. E. On the Natural Arrangement of Vertebrose Animals // The London medical repository, monthly journal, and reviewЛондон: 1821. — Т. 15. — Б. 306.
  4. ZooBank (ингл.) — 2006.
  5. Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Млекопитающие. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1984. — С. 122. — 10 000 экз.
  6. /Янтурин С. И. «Русско-башкирский, башкирско-русский словарь терминов по зоологии и зоотехнии» 2023 йыл 27 июль архивланған.