Мөгөҙ — ҡуш тояҡлыларҙан мөгөҙлө һөтимәрҙәрҙең баштарындағы оро, сығынты. Был ғаиләгә ҡыуыш мөгөҙлөләр, һәнәк мөгөҙлөләр, боландар һәм жирафтар, шулай уҡ мөгөҙморондар инә. Бынан тыш, юҡҡа сыҡҡан бик күп башҡа һөтимәрҙәр бар: диноцерат, протоцератид, бронтотерий һәм башҡалар. Киң мәғәнәлә был һүҙ башҡа хайуандарҙың тәнендәге мөгөҙгә оҡшаш сығынтыларҙы атарға мөмкин, мәҫәлән, һөйрәлеүселәр (өс мөгөҙлө хамелеон , трицератопс) һәм ҡуңыҙ.

Мөгөҙ
Рәсем
 Мөгөҙ Викимилектә
Нубия тау тәкәһе
Боронғо үгеҙ Pelorovis antiquus мөгөҙө. . Африка.
Һунарсы мөгөҙө — һыйыр мөгөҙөнән эшләнгә музыка ҡоралы.

Мөгөҙҙәрҙең үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Бөтә төр мөгөҙҙәр тире сығарылмаһы булып тора. Күпселек тояҡлыларҙың мөгөҙҙәре эпидермис эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә (тырнаҡтар, сәс кеүек). Ҡыуыш мөгөҙлөләр (Bovidae) ғаиләһендә мөгөҙ - мөгөҙ тышлыҡ менән ҡапланған һөйәк сығынты.Был мөгөҙҙәр төшмәй, ғүмерлек була. Ҡыуыш мөгөҙлөләрҙең инәләре лә, аталары ла мөгөҙлө була.

Боландарҙың (Cervidae) мөгөҙө үҙенә башҡа, улар кутистан сыға һәм һөйәк матдәнән тора. Улар йыл да төшә һәм яңынан үҫә.

Мөгөҙморондарҙың (Rhinocerotidae) мөгөҙө ҡатламлы, йәбештерлгән ҡылдарҙан торған кеүек. Әммә структураһы буйынса был мөгөҙҙәр тояҡ матдәһенә оҡшаш. Мөгөҙҙәре шифалы тигән легенда арҡаһында был хайуандар вәхшиҙәрсә ҡырыуға дусар..

Нарвалдарҙың мөгөҙ һымаҡ сығынтыһы ғәмәлдә һуҡҡы булып тора.

Мөгөҙ төрлө көнкүреш әйберҙәре эшләгәндәр һәм әле лә эшләйҙәр: тараҡ, мөштөк, дары һауыты, тәмәке һауыты, төймә һәм башҡалар.

Башҡорттарҙа мөгөҙ

үҙгәртергә

Башҡорттарҙа мөгөҙ сакраль мәғәнәһе булған әйбер – ул ямғыр, муллыҡ, күп балалылыҡ, байлыҡ символы.

Оҙаҡ балаға уҙмаған ҡатынды енси ағзаһы өҫтөнә мөгөҙ ҡуйып имләү булған [1].

Ауыҙ-тел ижадында

үҙгәртергә
  • Үгеҙгә сыҡҡан мөгөҙ ишәккә сыҡһа, йыҡмаған затты ҡалдырмаҫ ине
  • Берәү һыйыр һауа, берәү мөгөҙөн тота.
  • Боландың мөгөҙө, сәсәндең һүҙе, филдең теше, оҫтаның эше ҡиммәт.
  • Үгеҙ — үгеҙгә, үгеҙ — мөгөҙгә.
  • Һыйырҙың йәше мөгөҙ һырынан билгеле [2].

(Башҡорт халыҡ әйтемдәре)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ф.Х. Хисамитдинова. Башкирская мифология. Словарь-справочник. Уфа; Гилем, 2002. 125 с. (на башк.яз.).
  2. [Wq/ba/Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Рог для вина
  • Рожок — музыкальный инструмент
  • Рог охотничий — музыкальный инструмент, служит для подачи сигналов во времяохота|охоты
  • Роговой оркестр — музыкальный коллектив
  • Рогоносец
  • Панты
  • Оссиконы