Мәскәү Матронаһы (тыумыштан Матрона Димитриевна Никонова[3][4]; 1881 йәки 1885, Тула губернаһы, Епифан өйәҙе, Себино ауылы (хәҙер Тула өлкәһе, Кимовский районы) — 2 май 1952, Мәскәү өлкәһе, Химкинский районы, Сходня эшселәр ҡасабаһы, (хәҙер Химки ҡала округы)[5][6][7]) — Рус православие сиркәүенең изгеһе

Мәскәү Матронаһы
рус. Матрона Дмитриевна Никонова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1881[1], 1883 или 1885
Тыуған урыны Себино[d], Епифанский уезд[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Сходня[d], Химкинский район[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР[2]
Ерләнгән урыны Данилов зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө монахиня
Статус канонизации чудотворец[d] һәм блаженный[d]
Праздник святого 19 апрель
Сәләмәтлек торошо Һуҡырлыҡ
 Мәскәү Матронаһы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Матрона 1881 йылда крәҫтиән ғаиләһендә [8] тыуған. Ул 1883 йылда (1911 йылғы Тула губернаһының ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре) йәки 1885 (1952 йылда Данилов зыяратының теркәлеү китабы) тыуған тигән версия ла бар. Ҡыҙ бала зәғиф булып тыуа, уның күҙ алмалары булмай. Ғаиләлә дүрт бала була: Пелагея (1873 йылғы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Мария), Иван (1885 йылғы), Михаил (1888 йылғы). Тағы өс ағаһы һәм апаһы сабый саҡта мәрхүм була: Михаил (1870—1871), Устинья (1876—1878), Иван (1879—1880) һәм Андрей (12.08.1882—05.08.1883). Матрона ҡабул ителгән бала булған тигән фекер бар[9].

Йәшәйешкә ярашлы, Матрона тыуғас, шул ваҡытта йәш булмаған ата-әсә, Наталья Никитична һәм Дмитрий Иванович Никоновтар, һуҡыр ҡыҙҙы күрше Бучалка ауылындағы кенәз Голицындың приютына ҡалдырырға теләй. Тик әсә төш күрә: матур һуҡыр аҡ ҡош уның күкрәгенә ултыра. Наталья Никонова был күрәҙәле төш тип ҡарар итә һәм баланы ҡалдыра.

Йәшәйеш Матрона һигеҙ йәшенән ауырыуҙарҙы һауыҡтыра алған һәм киләсәкте күҙаллаған тип хәбәр итә. 17 йәш тирәһендә уның аяҡтары йөрөмәй[10][11].

Матрона йәш сағында сәйәхәт ҡылыу мөмкинлегенә эйә була. Урындағы алпауыттың ҡыҙы Лидия Александровна Янькова (1885 йылғы) уны үҙе менән ғибәҙәт ҡылыуҙарға алып йөрөй. Улар Санкт-Петербургтағы Киев-Печёра лавраһында, Троица-Сергиев лавраһында була, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына һәм изге урындарына бара. 1899 йылда Кронштадт соборында Матрона изге Иоанн Кронштадтскийҙы осрата. Риүәйәттәр буйынса, ул хеҙмәте тамамланыр алдынан мәхәлләгә килеүселәрҙән солеяға яҡынайған Матронаға юл биреүҙе һорай һәм ҡысҡырып әйтә: «Матронушка, кил-кил миңә. Бына минең алмаш — Рәсәйҙең һигеҙенсе таянысы килә»[12]

Матронаның атаһы Дмитрий Иванович Никонов 1912 йылда вафат була

Революциянан һуң Матрона һәм уның әхирәте Лидия Янькова, ҡыйыҡһыҙ ҡалып, эш һәм ашарға эҙләп ҡалаға китә. Яҡынса 1925 йылдарҙа Матрона Мәскәүгә килә. Ҡайҙа етте шунда, дуҫтары һәм таныштарында йәшәй, әммә большевик булып киткән ир туғандарында түгел. Ағаһы Михаил, 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы, ауыл советы рәйесе булып һайлана, ә һуңынан башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары була.

Зинаида Жданованың Яңы Голутвин монастыры нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Сказание о житии блаженной старицы Матроны» китабында бер тарих бар (Жданованың бер танышы һөйләгән), унда немецтар тарафынан Мәскәүҙе алыу ҡурҡынысы янағандан һуң, СССР етәксеһе И.В.Сталиндың Мәскәү Матронаһына кәңәш өсөн килеүе һүрәтләнә[10]. Был китап изге Матронаның ҡануни йәшәйешенән айырыла (ҡайһы бер тикшеренеүселәр шуға күрә уның апокрифик тип атай[13][14]). Был китапта килтерелгән «Хикәйәткә» ярашлы, Матрона уға былай тип әйтә: «Рус халҡы еңә, еңеү һинең яҡта була. Етәкселәрҙән һин бер үҙең Мәскәүҙән сығып китмәйһең». Был осрашыу «Сталин һәм Матрона» иконаһында һүрәтләнә[15]. Был хикәйә изге Матронаның ҡануни йәшәйешенә тап килмәй һәм унда был осрашыуҙы раҫлаған иҫбатлауҙар юҡ[16][17]. И.В.Сталин тормошона махсуслашҡан тарихсы И. Курляндский, был тарихты бер ниндәй дәлилдәргә таянмаған уйҙырма тип иҫәпләй[18]. Унан бигерәк, изге Матронаға ҡаршы совет власы ойошторған күп тапҡыр эҙәрлекләүҙәр тураһында һүрәтләнә. Эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, Матрона ҡулға алыуҙарҙан һәр тапҡыр ҡотолоп ҡала. Зинаида Жданова советтарға ҡаршы сиркәү-монархияһы төркөмөнөң ҡатнашыусыһы һымаҡ ҡулға алына.

1942—1949 йылдарҙа Матрона Мәскәүҙә, боронғо ағас йортта, Арбат янында Староконюшенный тыҡрығының 30 -сы йортонда (һаҡланмаған), Е.М. Жданованың һәм уның ҡыҙы Зинаиданың 48 метрлыҡ бүлмәһендә йәшәй[19]. 1950—1952 йылдарҙа йәшәгән Мәскәүҙә, Сходняның Ҡурған урамы, 23-сө йорт адресы буйынса, йыраҡ туғаны Курочкиндар ғаиләһендә йәшәй.

Йәшәйешенә ярашлы Изге Матрона көндөҙ кешеләрҙе ҡабул итә (көнөнә ҡырҡ кешегә тиклем), уларҙы сәләмәтләндерә һәм кәңәштәрен бирә, ә төндә доға ҡыла[20]. Тере саҡта уны уны Троица-Сергиев лавраһы монахтары хөрмәт итә.

Йәшәйешенә ярашлы, Матрона үлерен өс көн алда күҙаллай, һуңғы көнөнә тиклем кешеләрҙе ҡабул итеүен дауам итә.

1952 йылдың 2 майында Сходняла вафат була[21]. Үлгәндән һуң Изгенең фотоһүрәттәре һаҡланған. Йыназа уҡыу Матронаға таныш булған һәм протоиерий Николай Голубцов хөрмәт иткән Дон урамындағы Ризоположение ғибәҙәтханаһында үтә[22].

4 майҙа ерләнә. Матрона ерләүгә күп халыҡ йыйыла. «Ғибәҙәттәрҙе ишетеү» өсөн Данилов зыяратын Матрона үҙе һайлаған була, — ул йылдарҙа зыярат сиркәүе Мәскәүҙә иң эшләп килгән сиркәүҙәрҙең береһе була.

 
Данилов зыяратында Матронаның элекке ҡәбере өҫтөндә сиркәү, ҡәбере янында хаж ҡылырға килеүселәрҙең сираты күренә

Ҡәбере күп йылдарға ғибәҙәт ҡылыу урыны була[23].

Ҡанунлаштырыу

үҙгәртергә

Матронаның тормошо тураһында иң элек Зинаида Жданова (1917—2007)китабынан билдәле, ул әсәһе менән бергә Староконюшенный тыҡрығында Матрона менән бер бүлмәлә йәшәй һәм Матронаның рухи эшмәкәрлеген күҙәтеп бара. Китап 1993 йылда Яңы Голутвин монастыры тарафынан күпләп тираж менән сығарыла һәм ғәҙәти булмаған һәм христиан догмаларына һыймаған факттарҙы үҙ эсенә ала. Бынан тыш, китапта Матронаның Сталин менән осрашыуы тураһында документаль раҫланмаған тарих яҙылған.[24].

Был текст изгеләрҙе ҡанунлаштырыу буйынса Синод комиссияһы ағзалары яғынан тәнҡитләнә: уның составында рәйесе митрополит Ювеналий (Поярков), Нәшриәт советы рәйесе епискобы Тихон (Емельянов), игумен Дамаскин (Орловский), Матрона тураһында йыйынтыҡ арнаған диакон Андрей Кураев бар. З. В. Жданованың китабы Покровка ҡатын-ҡыҙҙар монастырында һатыуҙа тыйылған.

Синод комиссияһы тарафынан эксперт төркөмө тәғәйенләнә, ул, эксперттар фекеренсә, раҫланмаған һәм рәсми дини тәғлимәттәргә тап килмәгән мәғлүмәттәрҙе алып ташлап, Изге Матрона йәшәйешенең ҡануни тексын төҙөй. Был йәшәйештең версияһы хәҙерге ваҡытта «Православие.ru», «Седмица.ru», Покровка монастыры сайтында урынлашҡан[25].

1998 йылдың 8 мартына ҡарай төндә патриарх Алексий II фатихаһы буйынса Матронаның ҡәбере асыла һәм уның кәүҙәһе Мәскәүҙең Данилов монастырына килтерелә, һуңынан Покров монастыры территорияһындағы Покровский ғибәҙәтханаһына күсерелә һәм көмөш кәшәнәгә урынлаштырыла. Уға инеү көн һайын сәғәт етенән алып (йәкшәмбе 6-нан) 20 сәғәткә тиклем[26][27][28].

8 март көнө православие байрамдарының береһе — Изге Матрона хөрмәтенә өҫтәмә байрам көнө тип иғлан ителә[11][29].

1999 йылдың 2 майында Матрона Мәскәү епархияһының урындағы изгеһе кеүек ҡанунлаштырыла. 2004 йылдың октябрендә уны дөйөм сиркәү ҡанунлаштырыуы үтә[8].

Изге Матрона мәйетенең киҫәксәләре Рәсәйҙең Вологда, Красноярск, Липецк, Новокузнецк, Пермь һ. б. ҡалаларына баш эйеү өсөн еткерелә[30]

Изге Матронаны иҫкә алыу

үҙгәртергә

Матрона Московская Рәсәйҙә иң билдәле һәм хөрмәтле изгеләрҙең береһе булып тора[31]. Покровка ҡорамына уның ҡәберенә баш эйергә көн һайын меңләгән кеше килә (ял көндәрендә сират 7-8 сәғәткә һуҙыла)[32]. Шулай уҡ Покровка монастырында Матрона ғүмеренең аҙағына тиклем айырылмаған «Взыскание погибших» иконаһы һаҡлана, ул 1915 йылдар тирәһендә яҙылған[33][34].

Изге Матронаның доғалары буйынса бик күп шифалар һәм мөғжизәләр барлыҡҡа килә тип иҫәпләнә[35][36], был турала яҙма дәлилдәр алып барыла[32]. Изге Матронаға хаж ҡылыу өсөн башҡа ҡалаларҙан һәм илдәрҙән күп киләләр[12]. Изге Матронаның мөғжизәле көсөн Рус православие сиркәүенең бөтә иерархияһы, шул иҫәптән Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Кирилл да таный[37], ул Изге Матронаға тормош проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам өсөн генә түгел, шулай уҡ ғазаптар үтәүҙе бүләк итеүҙе һорап та мөрәжәғәт итергә саҡыра.

2018 йылдың 15 февралендә Румын православие сиркәүенең Синоды Изге Мәскәү Матронаһын үҙенең календарына индерә[38].

Мәскәү Матронаһының ғибәҙәтханалары

үҙгәртергә
  • Мәскәүҙә Варшава шоссеһы сатында Покровка ставропигиаль ҡатын-ҡыҙҙар монастырына ҡараған Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәүҙең Дмитриевский районында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәүҙә Беляевола Матрона ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәүҙә Яблочкина исемендәге ветерандар сәхнәһе йорто ҡарамағында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәүҙең Курск вокзалында Мәскәү Матронаһы сиркәүе
  • Тула өлкәһенең Венёвский районы Мордвес ҡасабаһы йәнәшәһендә Мәскәү Матронаһы сиркәүе
  • Екатеринбургта Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Иваново өлкәһе Богородский ауылында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Белгород ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Иваново өлкәһенең Станко ауылында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәү өлкәһенең Верея ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәү өлкәһенең Икша ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәү өлкәһенең Любимовка ауылында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәү өлкәһенең Здравница ҡасабаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Приморье крайының Шкотово ҡасабаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәү өлкәһенең Ногинск ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Тула өлкәһенең Себино ауылында Мәскәү Матронаһы төкәтмәһе менән Изге Успения Богородицаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мәскәү өлкәһенең Лобня ҡалаһында Мәскәү Матронаһының Лобня ҡала дауаханаһы ҡарамағындағы ҡорам-сиркәүе
  • Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһының Сходня биҫтәһендәге (Троица сиркәүе ихатаһында) Мәскәү Матронаһы сиркәүе[39]
  • Мәскәү өлкәһенең Раменское ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Сочи ҡалаһында Андрей Первозванный һәм Матрона сиркәүҙәре ансамбле
  • Мәскәү Матронаһының төкәтмәһе менән Домодедовола Рәсәй бөтә изгеләре соборы
  • Мәскәү өлкәһенең Обухово ҡасабаһында Мәскәү Матронаһы сиркәүе
  • Ҡазанда Изге Матрона сиркәүе
  • Электрогорск ҡалаһында Изге Матрона сиркәүе[40]
  • Ессентукиҙа Мәскәү Матронаһы сиркәүе
  • Пермь крайы Краснокама районының Май ҡасабаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Архангельск ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Архангельсктың Боброво ҡасабаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Орел ҡалаһында Изге Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Һамарҙа Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Свердловск өлкәһенең Краснотурьинск ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Ҡырым Республикаһы Киров районының Абрикосовка ауылында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Салоники ҡалаһында Мәскәү Матронаһы төкәтмәһе менән Изге Пантелеимон ғибәҙәтханаһы[41]
  • АҠШ-тың Флорида штаты Дания-Бич ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы, 2011 йылдың декабрендә изгеләндерелә[42].
  • Болгарияның Пловдив ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Ставрополь ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Ленинград өлкәһенең Кесе Карлино ауылында Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы
  • Мытищи ҡалаһында Изге Матрона сиркәүе
  • Жданова З. Сказание о житии Блаженной старицы, матушки Матроны. — М.: Свято-Троицкий Ново-Голутвин женский монастырь, 1993.
  • Житие и чудеса святой праведной блаженной Матроны Московской. — М.: Покровский ставропигиальный женский монастырь, 2002.
  • Житие святой блаженной старицы Матроны Московской и её чудотворения XX—XXI вв. — М.: Оранта, 2009.
  • Матушка Матрона / Сост. Н. А. Круглянская. — М.: Русский издательский центр, 2012. — ISBN 978-5-4249-0013-6.
  • Святая блаженная Матрона Московская. — М.: Благовест, 2009.
  • Лясковская Н. В. Матрона Московская. — М.: Вече, 2016. — 320, [16] с. — (Лучшие биографии). — 1500 экз. — ISBN 978-5-4444-4844-1.

Изге Матрона тураһында фильмдар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119428660 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Православие.Ru (урыҫ) — 1999.
  3. Блаженная Матрона Московская. Православный Церковный календарь.Дата обращения 8 декабря 2015.
  4. Праведная Матрона Московская.Дата обращения 15 декабря 2019.
  5. Московский период жизни старицы Матроны.Покровский ставропигиальный женский монастырь.Дата обращения 15 декабря 2019.
  6. Московский период жизни старицы Матроны. Покровский ставропигиальный женский монастырь.Дата обращения 15 декабря 2019.
  7. Московский период жизни старицы Матроны. Покровский ставропигиальный женский монастырь.Дата обращения 15 декабря 2019.
  8. 8,0 8,1 Итоговые документы. Определение Освященного Архиерейского Собора Русской православной церкви по докладу Синодальной Комиссии по Канонизации Святых. Дата обращения: 16 апрель 2010. Архивировано 3 июль 2009 года. 2009 йыл 3 июль архивланған.
  9. Как святая Матрона «благословила» Сталина. Дата обращения: 15 декабрь 2019. 2019 йыл 15 декабрь архивланған.
  10. 10,0 10,1 Жданова З. Сказание о житии Блаженной старицы Матроны. — М.: Свято-Троицкий Ново-Голутвин женский монастырь, 1993.
  11. 11,0 11,1 Коновалов В. 8 Марта — Матронин день // Восточный округ. — 2015. — № 7 (96). — С. 13. Архивировано из первоисточника 15 март 2015.
  12. 12,0 12,1 Блаженная Матрона Московская. Православный Церковный календарь. Дата обращения: 8 декабрь 2015.
  13. Фирсов С. Л. Адольф Мюнхенский и Иосиф великий политические «Святые» религиозных маргиналов // Вестник Русской христианской гуманитарной академии. — 2009. — В. 2. — Т. 10. — ISSN 1819-2777.
  14. Кормина Ж. Политические персонажи в современной агиографии: как Матрона Сталина благословляла // Антропологический форум. Online. — 2010. — №. 12. — С. 16.
  15. Настоятель храма, в котором была выставлена икона с изображением Сталина, подал прошение об отставке, Церковно-Научный Центр "Православная Энциклопедия". 15 декабрь 2019 тикшерелгән.
  16. Фрешли М. Преподобный Сталин — возможна ли канонизация? Архивная копия от 26 август 2016 на Wayback Machine // Studia Slavica Savariensia: Nyelvészeti És Irodalmi Folyóirat. — 2010. — Vol. 1—2. — С. 179—180.
  17. Канонизация снизу: два жития Матроны Московской.Православный журнал "Нескучный сад".Дата обращения 15 декабря 2019.
  18. Без иллюзий. Сталин и Церковь — история отношений. pstgu.ru.Дата обращения 28 октября 2016.
  19. Просмотр Московский период жизни старицы Матроны. Покровский ставропигиальный женский монастырь. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  20. Московский период жизни старицы Матроны. Покровский ставропигиальный женский монастырь.Дата обращения 15 декабря 2019.
  21. Село Себино – Родина святой Матроны Московской. Геокэшинг. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  22. Преставление блаженной старицы Матроны. Покровский ставропигиальный женский монастырь. Дата обращения: 4 ғинуар 2020.
  23. Память блаженной Матроны Московской. — 1952. — Ч. 2. www.clir.ru. Дата обращения: 15 декабрь 2019. 2018 йыл 1 июль архивланған.
  24. Андрей ЗАЙЦЕВ. Два жития Матроны Московской. Милосердие.ru (1 май 2019). Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  25. Канонизация снизу: два жития Матроны Московской. Православный журнал "Нескучный сад".Дата обращения 15 декабря 2019.
  26. Святая блаженная Матрона Московская. — М.: Благовест, 2009.
  27. Житие святой блаженной старицы Матроны Московской и её чудотворения XX—XXI вв.. — М.: Оранта, 2009.
  28. Матушка Матрона / Сост. Н. А. Круглянская. — М.: Русский издательский центр, 2012.
  29. Раиса Печенкина. РПЦ «разобралась» с 8 марта: теперь это тоже церковный праздник. Новости Сургута — СИА-ПРЕСС. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  30. До 6 ноября в Казанском соборе находятся мощи блаженной Матроны Московской // Волгоградки. 3 ноября 2013. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  31. Святая Матрона Московская блаженная. «Сила моя в немощи совершается». www.pravmir.ru. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  32. 32,0 32,1 Матушка Матрона. www.pravmir.ru. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  33. Встреча иконы Божией Матери «Взыскание погибших». Покровский ставропигиальный женский монастырь. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  34. «Взыскание погибших» икона Божией Матери // Православная энциклопедия. Том VIII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2004. — С. 107-110. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-014-5
  35. Свидетельства о чудесах. 2005 г. pokrov-monastir.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2015.
  36. Чудотворения. pokrov-monastir.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2015.
  37. Патриарх Кирилл о блаженной Матроне. Православный журнал «Фома». Дата обращения: 8 декабрь 2015.
  38. Блаженная Матрона Московская включена в месяцеслов Румынской Православной Церкви. Патриархия.ru. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  39. Часовня Матроны Московской в Сходне. Святая Матрона Московская. Дата обращения 15 декабря 2019.
  40. Освящение часовни Матроны Московской прошло в Электрогорске, Электрогорские вести. 6 ноябрь 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 7 ноябрь архивланған.
  41. Салоники: митрополит Неапольский Варнава освятил придел в честь Матроны Московской. Православие.Ru. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
  42. НАСТОЯТЕЛЬ ХРАМА СВЯТОЙ МАТРОНЫ МОСКОВСКОЙ АРХИМАНДРИТ АЛЕКСАНДР (БЕЛЯ) | stmatrona.com. stmatrona.com. Дата обращения: 15 декабрь 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә