Төркиәнең административ бүленеше

ҡоролошон һүрәтләү

Административ-территориаль йәһәттән Төркиә 81 илгә  (төрөк.төр. ilil — «өлкә»)[прим 1] бүленә.

Төркиәнең илдәре (провинциялары) 

Илгә дәүләт идаралығын вәли (төрөк.төр. valivali), йәғни губернатор, атҡара. Вәлиҙең резиденцияһы вилайәт (төрөк.төр. vilayetvilayet) тип атала. Әүәле ил вилайәт тип йөрөтөлгән. 

Һәр ил илсәләргә  (төрөкilçe), йәғни райондарға, бүленә. Илдең административ үҙәге уның үҙәк илсәһендә  — мәркәз илсәлә (төрөк.төр. merkez ilçemerkez ilçe) урынлашҡан. 

Ҡағиҙә булараҡ, илдәр уларҙың административ үҙәгенең атамаһын йөрөтә. Әммә башҡа төрлөләре лә бар: Хатай иле (административ үҙәге — Антакья ҡалаһы), [[Коджаәли|Ҡожаэли]]  иле (административ үҙәге — Измит ҡалаһы) һәм Сакарья иле (административ үҙәге — Адапазары ҡалаһы).

1926 йылда Төркиә 57 илгә бүленгән була, 1939 йылда Һатай ҡушыла, 1947 йылда  Артвин, Түнжәли, Ҡаракүз (хәҙерге Бингөл), Битлис һәм Һакәри, 1953 — Ушаҡ,  1954 — Сакарья һәм Адыяман, 1957 йылда Нәвшәһәр ойошторола. 1957—1989 йылдарҙа илдәр һаны үҙгәрешһеҙ була  — 67. 1989 йылда  Ҡырыҡҡале, Ҡараман, Байбурт һәм Аҡһарай, 1990 — Батман менән Ширнәк,  1991 — Бартын,  1994 — Ығдыр һәм Ардаһан,  1995 — Ялова, Ҡарабөк һәм Килис, 1997 — Османиә, 1999  Дүзжә барлыҡҡа килә.

Әлеге ваҡытта Төркиә территорияһы түбәндәге илдәргә бүленә:

Төркиәнең илдәре
Ил (башҡ.) Ил (төрөк.) Илдең майҙаны

(км²)

Ил халҡы,[1]

(2009)(кеше)

Халҡының

тығыҙлығы,
(кеше/км²)

Адм.

үҙәк

Адм. үҙәк

халҡы, (кеше)

Код[прим 2]
1 Ағры Ağrı 11 315 537 665 47,52 Ағры (Ҡаракөсе) 79 764 04
2 Адана Adana 14 256 2 062 226 144,66 Адана (агл.) 1 130 710 01
3 Адыяман
Adıyaman 7 572 588 475 77,72 Адыяман 178 538 02
4 Айдын
Aydın 7 922 950 757 120,01 Айдын 142 267 09
5 Аҡһарай
Aksaray 8 051 396 084 49,20 Аҡһарай 129 949 68
6 Амасья
Amasya 5 731 365 231 63,73 Амасья 74 393 05
7 Анкара
Ankara 25 615 5 017 914 195,90 Анкара (агл.) 3 203 362 06
8 Анталья
Antalya 20 599 1 719 751 83,49 Анталья 603 190 07
9 Ардаһан
Ardahan 5 495 133 756 24,34 Ардаһан 17 274 75
10 Артвин
Artvin 7 493 191 934 25,62 Артвин 23 157 08
11 Афионҡараһисар
Afyonkarahisar 14 532 701 326 48,26 Афтонҡараһисар 128 516 03
12 Байбурт
Bayburt 4 043 97 358 24,08 Байбурт 32 285 69
13 Балыҡесир
Balıkesir 14 442 1 076 347 74,53 Балыҡесир 215 436 10
14 Бартын
Bartın 1 960 184 178 93,97 Бартын 35 992 74
15  Батман Batman 4 671 456 734 97,78 Батман 246 678 72
16 Билежик
Bilecik 4 181 194 326 46,48 Билежик 34 105 11
17 Бингөл
Bingöl 8 402 253 739 30,20 Бингөл 68 876 12
18 Битлис
Bitlis 8 413 388 678 46,20 Битлис 44 923 13
19 Болу
Bolu 10 716 270 654 25,26 Болу 84 565 14
20 Бурдур
Burdur 7 238 256 803 35,48 Бурдур 63 363 15
21 Бурса
Bursa 11 087 2 550 645 230,06 Бурса (агл.) 1 194 687 16
22 Ван
Van 20 927 1 022 330 48,85 Ван 284 464 65
23  Ғазиантеп Gaziantep 7 194 1 285 249 178,66 Ғазиантеп (агл.) 853 513 27
24 Гиресун
Giresun 7 151 523 819 73,25 Гиресун 83 636 28
25 Гүмүшһанә
Gümüşhane 6 125 186 953 30,52 Гүмүшһане 30 270 29
26 Денизли
Denizli 11 716 950 029 81,09 Денизли 275 480 20
27 Диярбаҡыр
Diyarbakır 15 162 1 362 708 89,88 Диярбаҡыр 545 983 21
28 Дүзче
Düzce 1 065 314 261 295,08 Дүзче 56 649 81
29 Зонғулдаҡ
Zonguldak 3 470 615 599 177,41 Зонғулдаҡ 104 276 67
30 Измир
İzmir 11 811 3 370 866 285,40 Измир (агл.) 2 232 265 35
31 Йозғат
Yozgat 14 083 682 919 48,49 Йозғат 73 930 66
32 Ҡайсери
Kayseri 17 116 1 060 432 61,96 Ҡайсери (агл.) 536 392 38
33 Ҡарабүк
Karabük 2 864 225 102 78,60 Ҡарабүк 100 749 78
34  Ҡараман Karaman 8 816 243 210 27,59 Ҡараман 105 384 70
35 Карс Kars 9 594 325 016 33,88 Карс 78 473 36
36 Ҡастамону
Kastamonu 13 473 375 476 27,87 Ҡастамону 64 606 37
37 Ҡаһраманмараш Kahramanmaraş 14 213 1 002 384 70,53 Ҡаһраманмараш 326 198 46
38 Килис
Kilis 1 239 114 724 92,59 Килис 70 670 79
39 Ҡожаэли
Kocaeli 3 635 1 206 085 331,80 Измит 195 699 41
40 Конья
Konya 40 824 2 192 166 53,70 Конья (агл.) 742 690 42
41 Ҡырҡларели
Kırklareli 6 056 328 461 54,24 Ҡырҡларели 53 221 39
42 Ҡыршәһәр
Kırşehir 6 434 253 239 39,36 Ҡыршәһәр 88 105 40
43 Ҡырыҡҡале
Kırıkkale 4 589 383 508 83,57 Ҡырыҡҡале 205 078 71
44 Кутаһья
Kütahya 12 119 656 903 54,20 Кутаһья 166 665 43
45  Малатья Malatya 12 235 853 658 69,77 Малатья 381 081 44
46 Маниса Manisa 13 120 1 260 169 96,05 Маниса 214 345 45
47 Мардин Mardin 9 097 705 098 77,51 Мардин 65 072 47
48 Мәрсин Mersin 15 737 2 271 400 144,34 Мәрсин 545 000 33
49 Муғла Muğla 12 716 715 328 56,25 Муғла 43 845 48
50 Муш Muş 8 023 453 654 56,54 Муш 67 927 49
51 Нәвшәһәр Nevşehir 5 438 309 914 56,99 Нәвшәһәр 67 864 50
52 Нигде Niğde 7 318 348 081 47,57 Нигде 78 088 51
53 Орду Ordu 5 894 887 765 150,62 Орду 112 525 52
54 Османиә
Osmaniye 3 189 458 782 143,86 Османиә 173 977 80
55 Ризе Rize 3 792 365 938 96,50 Ризе 78 144 53
56 Сакарья
Sakarya 4 895 756 168 154,48 Адапазары 283 752 54
57 Самсун
Samsun 9 474 1 209 137 127,63 Самсун 363 180 55
58 Сивас Sivas 28 129 755 091 26,84 Сивас 251 776 58
59 Сиирт Siirt 5 465 263 676 48,25 Сиирт 98 281 56
60 Синоп Sinop 5 858 225 574 38,51 Синоп 30 502 57
61 Истанбул İstanbul 5 170 11 622 257 2248,02 Истанбул (агл.) 8 803 468 34
62 Текирдағ Tekirdağ 6 345 623 591 98,28 Текирдағ 107 191 59
63 Тоҡат Tokat 9 912 828 027 83,54 Тоҡат 113 100 60
64 Трабзон Trabzon 4 495 975 137 216,94 Трабзон 214 949 61
65 Түнжели Tunceli 7 406 93 584 12,64 Түнжәли 25 041 62
66 Ушаҡ Uşak 5 174 322 313 62,29 Ушаҡ 137 001 64
67 Һаҡкәри
Hakkâri 7 729 236 581 30,61 Һаҡкәри 58 145 30
68 Һатай Hatay 5 678 1 448 418 255,09 Антакья 144 910 31
69 Чанаҡҡале
Çanakkale 9 887 464 975 47,03 Чанаҡҡале 75 810 17
70 Чанҡыры
Çankırı 8 411 270 355 32,14 Чанҡыры 62 508 18
71 Чорум
Çorum 12 833 597 065 46,53 Чорум 161 321 19
72 Шанлыурфа
Şanlıurfa 19 091 1 443 422 75,61 Шанлыурфа (Урфа) 385 588 63
73 Ширнак
Şırnak 7 296 353 197 48,41 Ширнак 52 743 73
74 Ығдыр
Iğdır 3 584 168 634 47,05 Ығдыр (Игдир) 59 880 76
75 Ыспарта
Isparta 8 733 513 681 58,82 Ыспарта (Испарта) 148 496 32
76 Әдирнә Edirne 6 241 402 606 64,51 Әдирнә 119 298 22
77 Элязығ
Elazığ 9 181 569 616 62,04 Элязығ 266 495 23
78 Әрзинжан
Erzincan 11 974 316 841 26,46 Әрзинжан 107 175 24
79 Әрзурум
Erzurum 24 741 937 389 37,89 Эрзурум 361 235 25
80 Әскишәһир
Eskişehir 13 904 706 009 50,78 Эскишәһәр 482 793 26
81 Ялова
Yalova 403 168 593 418,34 Ялова 70 118 77
Бөтәһе 781 978 71 977 744 92,05

Илдәр (провинциялар) илсәләрҙән (райондарҙан) тора. 2013 йылда илсәләрҙең һаны 957 тәшкил итә. Һәр илдең административ үҙәгендә илсә мәркәзе (төрөк.төр. merkez ilçemerkez ilçe) урынлашҡан. Күп илсәләр улустарға (бужаҡтарға) бүленә.

Муниципаль ҡоролошо

үҙгәртергә

2013 йылда  урындағы үҙиаралыҡ реформаһы була. Уның һөҙөмтәһендә Төркиәнең муниципаль ҡоролошо дүрт кимәллегә әйләнә:

  1. Метрополь муниципалитеттар (төр. Büyükşehir belediyeleri Büyükşehir belediyeleri — «Ҙур ҡала муниципалитеттары») — 750 000-дән ашыу кеше йәшәгән илдең административ үҙәге булған 30 ҡала сиктәрендәге  муниципалитеттар. Метрополь муниципалитеттар  Анкарала, Истанбулда, Измирҙә, Антальяла, Бурсала, Коньяла, Манисала, Мәрсиндә, Эрзерумда һәм башҡа эре ҡалаларҙа бар. Был муниципаль берәмектәр башында ҡала халҡы һайлап ҡуйған ҡала башлыҡтары (төрөк.төр. Büyükşehir Belediye BaşkanıBüyükşehir Belediye Başkanı, Бөйөкшәһәр беледийә башҡаны) тора.
  2. Баш ҡала муниципалитеттары — 750 000 кешенән кәмерәк халыҡлы илдәрҙең административ үҙәктәрендәге муниципалитеттар.
  3. Илсә муниципалитеттары — илсәләр һәм ҙур ҡалаларҙың илсәләре сиктәрендәге муниципалитеттар.
  4. Ҡала муниципалитеттары — ҡалалар һәм ҡала биләмәләре сиктәрендәге муниципалитеттар (төрөк.төр. beldebelde).

Муниципалитет  (төрөк. belediye, беледийә) башында халыҡ һайлаған башлыҡ — беледийә башҡаны (төрөк.төр. belediye başkanıbelediye başkanı) тора. төр. belediye

Статистик маҡсаттағы төбәктәр

үҙгәртергә
 
Төркиәнең статистик төбәктәре

Рәсми булмаған статистик  маҡсаттарҙа илдәр  7 төбәккә төркөмләнгән[2]:

  1. Мәрмәр диңгеҙ төбәге (Marmara Bölgesi)
  2. Үҙәк Анатолия төбәге  (İç Anadolu Bölgesi)
  3. Ҡара диңгеҙ төбәге (Karadeniz Bölgesi)
  4. Көнсығыш Анатолия төбәге (Doğu Anadolu Bölgesi)
  5. Эгей төбәге  (Ege Bölgesi)
  6. Урта диңгеҙ төбәге (Akdeniz Bölgesi)
  7. Көньяҡ-Көнсығыш Анатолия төбәге (Güneydoğu Anadolu Bölgesi)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ранее употреблялся термин «вилайет».
  2. Указан Автомобильный номерной код каждого ила.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә
  • Моисеев П. П., Серебрякова М. Н. Страны и народы. Зарубежная Азия М., Мысль, 1979

Һылтанмалар

үҙгәртергә