Мәләүез (станция)
Мәләүез— Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған тимер юл станцияһы. Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан. 1948 йылда Аллағыуат-Төйләгән юлы төҙөлөшө ваҡытында асылған.
Мәләүез | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәләүез |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1951 |
Киләһе туҡталыш | 219 км[d] һәм Каран[d] |
Тимер юл һыҙаты | Карламан — Мурапталово[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 653200 |
Урыны һәм инфраструктураһы
үҙгәртергәӨфө- Ырымбур тимер юлын төҙөүҙе Бөйөк Ватан һуғышына тиклем планлаштыралар, ләкин төҙөлөш һуғыштан һуң ғына башлана. 1948 йылда Аллағыуат- Төйлөгән тимер юл тармағы төҙөлөшө ваҡытында тимер юл Мәләүез аша үтә.
Тимер юл станцияһы Мәләүез ҡалаһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Унда автотранспорт менән барып була. Станцияға тиклем йәмәғәт транспорты йөрөй. Мәләүез тимер юл вокзалы адресы: Вокзал урамы,1.
Станциянан 2,0 км тирәһе көнбайыштараҡ Өфө - Ырымбур федераль юлы үтә.
Вокзал бинаһы ҙур түгел, 07:30 (МСК) алып 18 сәғәт 30 минутҡа тиклем касса эшләй. Станцияла Күмертау- Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ-Күмертау ҡала яны поездары туҡтай. Алыҫ араға йөрөгән Өфө-Ташкент поезы үтә.
Яңы поезд йөрөй башлаясаҡ
2021 йылдың 2 апреленән Башҡортостанда яңы «Орлан» ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ. Ул Өфө – Стәрлетамаҡ – Салауат – Мәләүез– Күмертау маршруты буйынса ике вагонлы РА-З «Орлан» инновацион рельс автобусы йөрөйәсәк.
Транспортты тикшереү ваҡытында был араны үтеү ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡара һәм 3 сәғәт 50 минут тәшкил итә.
Был проектты торомшҡа ашырыу буйынса эштәр 2020 йылдың декабренән башланған.
Тимер юлсылар юлдағы ваҡытты 3сәғәт 20 минутҡа тиклем ҡыҫҡартырға ниәтләй[1].
Станцияла үтәлгән коммерция операциялары
үҙгәртергәСтанцияларҙың асыҡ майҙансыҡтарында һаҡларға рөхсәт ителгән йөктәрҙе вагондар менән ҡабул итеү һәм тапшырыу;
станция яны юлдарында һәм дөйөм файҙаланыуға тәғәйенләнмәгән урындарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү (вагондар менән, ваҡлап, вагондарға тултырып тейәп);
юлдарҙа 3,3 (5) һәм 5 (6) т брутто ауырлыҡтағы универсаль контейнерҙарҙа килгән юлдарҙа йөктәр ҡабул итеү һәм тапшырыу;
бөтә пассажир поездарына ла билет һатыу.
Багажды ҡабул итеү һәм кире биреү.
Тарихтан
үҙгәртергә«Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы» («Мелеузовский завод ЖБК») транспорт юлдары өсөн кәрәкле әйберҙәр сығарыу буйынса махсуслашҡан. Ул тимер юлдарын электрификациялау өсөн контакт селтәре һәм автоблоклау бағаналары эшләү буйынса илдә тәүге өс предприятие иҫәбендә йөрөй.
Завод тарихы 1955 йылда башлана, тап шул йылда буласаҡ завод урынына эшселәр килә. Завод юҡҡа ғына был бәләкәй генә эшселәр ҡасабаһында төҙөлмәгән. 1948 йылда Мәләүез аша тимер юл үтә. Берҙән был илдең башҡа өлкәләре менән бәйләнеш булдыра. Икенсенән геологтар был төбәктә инерт материалдар запасының күп булыуын ышаныслы итеп дәлилләй ала. Аллағыуат-Төйлөгән юлын төҙөү барышында төҙөлөш материалдары, айырыуса балласт күп кәрәк була. Шуға күрә тимер юл барышында уҡ Мәләүез янындағы карьерға табан тимер юл тармағы һуҙыла, бынан кәрәкле төҙөлөш материалдары тимер юл төҙөлөшөндә күпләп ҡулланыла[2].
Алыҫ араға йөрөгән поездар
үҙгәртергәҠала яны поездары
үҙгәртергәСтәрлетамаҡ — Күмертау ;
Яҡындағы транспорт узелдары
үҙгәртергәМәләүез автовокзалы ~ 0 км
Ҡаран тимер юл станцияһы ~ 4 км
Рассвет автобус туҡталышы ~ 4 км
Самойловка автобус туҡталышы ~ 4 км
Миньковка автобус туҡталышы~ 5 км
Самойловка баҡсалар автобус туҡталышы ~ 5 км
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәМелеуз-вокзал Мәләүез вокзалындағы табло
Салауат — Мораптал — Төйлөгән | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|