Туғыҙтимер (рус. Тугустемир) — Рәсәй йылғаһы, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Оло Юшатыр йылғаһына һул яғынан (тамағынан 53 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 30 км тәшкил итә.

Туғыҙтимер
Ҡайҙа ҡоя Оло Юшатыр
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 30 km
Карта

Туғыҙтимер атамаһы Туғыҙтимер төрки ир-егет исеменә барып тоташа[2]. Туғыҙ һәм тимер һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Ырымбур өлкәһе Төлгән районында Туғыҙтимер ҡасабаһы бар (икенсе исеме Михайловское). 1800 йылғы Ырымбур картаһында (хәҙер Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы территорияһы) бер нисә Туғыҙтимер йылғаһы һәм ауылы күрһәтелгән[3].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы һыу Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы башынан Оло Эйек йылғаһына ҡушылғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса[4]:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200006862

— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200686

— Бассейн коды — 12.01.00.007

— ГӨ буйынса томы — 12

— ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Изд-во С. М. Стрельникова, 2002.
  3. М. Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 215-се бит
  4. 4,0 4,1 «Тугустемир» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Һылтанмалар

үҙгәртергә