Вафин Мэлс Ғәҙел улы
Вафин Мэлс Ғәҙел улы (7 март 1947 йыл), педагогик хеҙмәт ветераны, рәссам, график. 1981—1995 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге 155-се лицей уҡытыусыһы, 1996—2007 йылдарҙа Орджоникидзе районының Балалар ижады үҙәге директоры. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союздары ағзаһы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Вафин Мэлс Ғәҙел улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 март 1947[1] (77 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Яҡшый, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Биографияһы
үҙгәртергәМэлс[2] Ғәҙел улы Вафин 1947 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Яҡшый ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
Мәктәптә урта белем алғас, Башҡортостан Художество фондында, төҙөлөш ойошмаһында рәссам-биҙәүсе булып эшләй.
1967 йылда Н. К. Крупская исемендәге Мәскәү ситтән тороп уҡыу халыҡ сәнғәт университетының рәсем һәм һынлы сәнғәт факультетын, 1980 йылда — Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының (артабан дәүләт социаль-педагогия академияһы, 2013 йылдан Екатеринбургтағы Рәсәй дәүләт һөнәри-педагогия университетының филиалы[3] сәнғәт-графика факультетын тамамлай.
1981—1995 йылдарҙа Өфөләге 5-се сәнғәт-сәнәғәт училищеһында (артабан 155-се лицей, хәҙер Өфө художество-гуманитар колледжы) рәсем һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы.
1996—2007 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Балалар ижады үҙәге мөдире була.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәРәссам ижадының төп жанрҙары — графика, портрет һәм пейзаж. Ул майлы быяу, төҫлө аҡбур менән эшләй. Картиналарында ваҡ ҡына деталгә лә оло мәғәнә һала. Яҙған портреттарында кешенең тышҡы ҡиәфәте һәм йөҙ-битенә ҡарағанда тәү сиратта уның эске донъяһын, уй-кисерештәрен һәм, әлбиттә, холоҡ-фиғелен асыуға ныҡ иғтибар бирә.
Пейзаждарында ауыл темаһы тәүге урынды алып тора: «Йәй» (Лето), «Февраль. Зәңгәрһыу көн» (Февраль. Лазурный день), «Тыуған урамға баҫма» (Мостик на родную улицу), «Ямғырҙан һуң» (После дождя), «Иртәнге көтөү» (Утреннее стадо), «Атай йорто. Иртәнге оҙатыу» (Отчий дом. Утренние проводы), «Йома көн — пятничный день».
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
- Башҡортостан Рәссамдар союзы дипломы (2009)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://www.shrb.ru/painting/vafin.htm
- ↑ Мэлс — Маркс, Энгельс, Ленин, Сталин фамилияларының беренсе хәрефтәреннән төҙөлгән исем
- ↑ Приказ МОиН РФ № 1002 от 28.08.2013
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Художники и искусствоведы: Вафин Мэлс Гаделович (Уфа). РО ВТОО «Союз художников России» Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2022)