Әл-Күфә
Әл-Күфә, йәки Күфә (ғәр. الكوفة) — Ираҡтың уртаһындағы ҡала, Евфрат йылғаһы буйында, Бағдадтан 170 км самаһы көньяҡтараҡ.
Әл-Күфә | |
ғәр. الكوفة | |
Рәсми атамаһы | الكوفة |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ үҙәге | Хаҡ хәлифәт һәм Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Административ-территориаль берәмек | Наджаф[d] |
Халыҡ һаны | 171 305 кеше (2018)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 30 метр |
Вики-проект | Проект:Ҡалалар[d] һәм WikiProject Iraq[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q118378370? |
Әл-Күфә Викимилектә |
Әһәмиәте
үҙгәртергәМесопотамияла ғәрәптәрҙең тәүге ҡалаларының береһе булараҡ, Күфә Ислам тарихында айырата әһәмиәтле урын тота. Ул Ираҡ шиғыйҙарының дүрт изге ҡалаһының береһе. Ҡалған өсәүһе — Сәмәррә, Кәрбәлә һәм ән-Нәжәф.
Тарихы
үҙгәртергәКүфә Ассириялағы Акола тигән урында хәрби лагерь булараҡ 637 йылда барлыҡҡа килгән. Уға нигеҙҙе Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәһе Сәғәд ибн Әбү Уаҡҡас һалған. Ул Күфә әмире булып 642 йылға тиклем идара иткән.
Хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Күфә кешеләре талабы менән уның урынына Пәйғәмбәрҙең икенсе сәхәбәһе Мүгир ибн Шүғбәне тәғәйенләгән.
645 йылда хәлифә Усман ибн Әффан Күфә әмире итеп әл-Вәлид ибн Үҡбәне ҡуя, ә 650 йылда — Сәит ибн әл-Әғс шул вазифаға тәғәйенләнә.
654 йылда Сәитте ҡала кешеләре әмирлектән алып ташлай, яңы хаким итеп Әбү Муса әл-Әшәриҙе ултырталар. Ул да сәхәбә була.
Хәлифә Усман менән Әбү Муса араһындағы низағ Күфә халҡы менән өмәүиҙәр араһында ыҙғыш сығара. Усманды (р.ғ.) үлтерәләр, һәм күфәләр яңы хәлифә Али ибн Әбү Талипты яҡшы ҡаршылайҙар. Ул 656 йылда назначил Әбү Муса урынына әмир итеп Ҡараз ибн Ҡәғебте ҡуя. Мүәвиә ибн Әбү Суфиянға ҡаршы һуғыш башланыр алдынан хәҙрәте Али баш ҡаланы Күфәгә күсерә. Күфә хәҙрәте Алиға вафатына саҡлы (661 йыл) тоғро ҡала.
Хакимлыҡҡа килеү менән Мүәвиә яңынан Күфә әмире итеп Мөғирәне ҡуя. 670 йылда Күфәлә тағун (чума) ҡотора башлай, Мүғирә ҡаланан ҡаса.
Мүәвиә әмир итеп Зияд ибн Әбү Суфиянды тәғәйенләй. Зиядтың эшмәкәрлеге Күфәлә Али яҡлыларҙың баш күтәреүенә килтерә.
701—702 йылдарҙа ҡаланы Ғәбд әр-Рахман Мөхәммәт ғәскәре яулап ала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Большаков О. Г. История Халифата. 2. Эпоха великих завоеваний (633—656). М.: Восточная литература, 1993.
- Большаков О. Г. История Халифата. Т. 3. Между двух гражданских войн (656—696). М.: Восточная литература, 1998.