Викидатала элемент юҡ

Муллаҡай — башҡорт ир-ат исеме. Башка төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Муллаҡай башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мулла (уҡымышлы кеше) һүҙенә ҡай иркәләү ялғауы ҡушып яһалған[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Муллаҡай Ибраҡов — Баймаҡ районының Муллаҡай ауылына нигеҙ һалыусы, Бөрйән улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе.

Муллаҡай Бикташев (1781 — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы

Фамилияла

үҙгәртергә

Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (15 июль 1931 йыл — 4 ноябрь 2000 йыл) — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһының флотаторҙар бригадаһы етәксеһе (1968—1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

Муллаҡаев Мирғәли Байғол улы (Мирғәли Байғолов; 1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Муллаҡай (Баймаҡ районы)(рус. Муллакаево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл.

Муллаҡай (Ҡариҙел районы)(рус. Муллакаево) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.

Муллаҡай (Архангел районы) (рус. Муллакаево) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл..

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Муллаҡай мәҙрәсәһе — XIXXX быуаттарҙағы мәҙрәсә, Ырымбур губернаһының, Верхнеурал өйәҙенә ҡараған Муллаҡай ауылындағы урта уҡыу йорто.

Мулла (спектакль) — Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль. Башҡортостан һәм Татарстан театрҙары сәхнәһендә ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ