Мостай

бөткән ауыл. Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының элекке Моҡас ауыл Советы составындағы ауыл. 1795 йылда теркәлгән (башҡа мәғлүмәттәр

Мостай (рус. Мустаево) — бөткән ауыл. Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының элекке Моҡас ауыл Советы составындағы ауыл. 1795 йылда теркәлгән[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1803 йылда[2]). 1980-се йылдар аҙағында ауылдар исемлегенән алынған[1].

Мостай
Нигеҙләү датаһы 1795
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1990

Географик урыны

үҙгәртергә

Мостай ауылы Ирәндек һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан була. Район үҙәге Баймаҡтан — 74 км, Сибай тимер юлы станцияһынан 43 км алыҫлыҡта ятҡан[1].

Мостай ауылын Иҫән ауылы кешеләре нигеҙләгән. Риүәйәт буйынса, Иҫәндең улы Атанғол үҙ исеме менән Атанғол (һуңынан Назар) ауылына нигеҙ һала. Әммә архив документтары буйынса, Атанғолдоң атаһы — Тойғон. Иҫән һәм Атанғол (Назар) ауылдары араһындағы бәйләнештәр ихтималлығын дәлилләгән факт — XIX быуаттың башында Иҫән ауылынан өс бер туған Ҡаҙаҡбаевтар Назар ауылына күсерелә[2]. 1834 йылда Мостай ауылынан өс ғаилә (улар араһында зауряд-есаул Тутай Яҡшығолов дүрт улы менән һә шулай уҡ зауряд-сотник Кинйәбулат Яҡшығолов) Иҫән ауылына күсә. Әлеге өс ауыл халҡының бер ауылдан икенсеһенә күсенеп йөрөүе уларҙың үҙ-ара туғандаш ептәре булыуына бер дәлил[2]. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса документтарҙа Мостайҙың 1749 йылғы Байрамғол һәм 1761 йылғы Назар улдары теркәлгән. «Баймакский край» китабында Назар Мостаев — йорт старшинаһы, Байрамғол Мостаев сотник тигән өҫтөмө мәғлүмәт бар[1]. 1816 йылда Мостай ауылында 38 йортта 228 кеше йәшәгән. 1859 йылда 71 йортта 400 кеше теркәлгән. 1885 йылда 74 йортта 510 кеше йәшәгән[2]. 1839 йылда 26 йортта йәшәгән 145 кешегә 100 йылҡы малы, 31 һыйыр, 100 һарыҡ һәм 20 кәзә тура килә. 1843 йылда 16 бот ужым бойҙайы, 176 бот ярауай бойҙайы сәселгән[2]. Совет осоронда, 1920 йылда, ауылда 131 йортта 644 кеше йәшәгән. 1980-се йылдар аҙағында ауылда даими йәшәгән кешеләр ҡалмай[1].

Билдәле кешеләр[1]

үҙгәртергә

— Ҡорбанғәле Ҡужин — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы
— Ғәбделманды Дауытов — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы
— Бүләканов Рәхмәтулла Ғөбәйт улы — музыкант-ҡурайсы. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡурайсыһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Бүләкәнов Рәхмәтулла Ғөбәйт улы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә