Москвитин Виктор Васильевич

Виктор Васильевич Москвитин (1923-1983) — механика өлкәһендә совет ғалимы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты деканы урынбаҫары.

Москвитин Виктор Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Темников[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 декабрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Типография эшсеһе ғаиләһендә тыуған[1]. 1941 йылда урта мәктәпте тамамлай, унда уның бабайы Александр Васильевич немец теленән уҡыта. Михаил өлкән ағайы менән бер класта уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1941 йылдың авгусынан армияла. 1942 йылдың июленән, Ташкентта хәрби училищены тамамлағандан һуң, хәрәкәттәге армияла. Сталинград һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың ғинуарында ауыр йәрәхәттәрҙән һуң демобилизациялана. Сталинград һуғышында ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Демобилизацияланғандан һуң Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә(1943).

Өлкән ағаһы Михаил[2] 1944 йылда фронтта һәләк була[3].

1948 йылда — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын, 1951 йылда факультет аспирантураһын тамамлай. Шунда уҡ уҡыта, 1952 йылдан — доцент, 1961 йылдан — профессор. Физика-математика фәндәре кандидаты (1951), диссертация темаһы «Вторичные пластические деформации в полых толстостенных цилиндрах». Физика-математика фәндәре докторы (1961), диссертацияһының темаһы «Упругопластические деформации при повторных нагружениях».

Механика-математика факультетының декан урынбаҫары.

5 фән докторы һәм 26 фән кандидаты әҙерләгән.

1983 йылда вафат була. Востряковский зыяратында ерләнгән.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәртергә

Үҙгәреүсән йөкләнештә һығылмалылыҡ, һыҙыҡлы булмаған үҙле һығылмалылыҡ. Пластик материалдар классификацияһын бирә — циклик нығытылыусылар, циклик көсһөҙләнеүселәр, циклик идеал. Стационар булмаған йөкләнештә түбән цикллы арыу критерийын тәҡдим итә.

Библиография үҙгәртергә

«Пластичность при переменных нагружениях» (1965),

«Сопротивление вязко-упругих материалов применительно к зарядам ракетных двигателей на твёрдом топливе» (1972),

«Циклические нагружения элементов конструкций» (1981).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Москвитиндың ҡорһағы яралана. Уның һөйләүе буйынса, операция яһаусы хирург былай тигән: «Һинең яраларың А. С. Пушкиндыҡы кеүек, әммә Пушкин вафат булды, ә һин иҫән ҡалдың. Киреһенсә булһа яҡшыраҡ булыр ине»

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Люди земли Темниковской. Дата обращения: 14 декабрь 2015. [yes Архивировано] 22 декабрь 2015 года.
  2. Память народа
  3. Память народа
  4. Москвитин Виктор Васильевич Ст. лейтенант Сводная картотека

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Известия АН СССР. МТТ. 1984. № 2 (Некролог)
  • Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Айрис-пресс, 2005. — 352 с. — ISBN 5-8112-1474-X.
  • Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 354, 377. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә